Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тормош үҙәненән бергәләшеп

Ҡаланың йөҙөн, менталитетын булдырыуға һәр кем үҙенсә өлөш индерә. Был ижтимағи, мәҙәни тормошобоҙҙа айырыуса асыҡ күренә. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ хәҙер ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт инде Стәрлетамаҡтың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһында хеҙмәт итеүсе Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы ХӘМИТОВА менән булыр.

 – Рәмзиә, һылыу, ҡайһы һыуҙы эсеп, ҡайһы ерҙән көс алып үҫтең? Бала сағың, тамырҙарың тураһында яҡынданыраҡ таныштырып үт әле.

 – Йәмле Һаҡмар буйында тыуып үҫтем мин. 1967 йылдың 4 июлендә Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында уҡытыусы һәм фельдшер ғаиләһендә донъяға килгәнмен.  Атайым Рәхимов Рафаэль Сәләхетдин улы ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләне. Ул, үҙе уҡытыусы булараҡ, һәр ваҡыт белемен камиллаштырыу өҫтөндә эшләне, оҙаҡ йылдар Шәжәрә төҙөү менән шөғөлләнде, нәҫелебеҙҙең Ырыу ағасын өйрәнде, аҙаҡ китап итеп сығарҙыҡ. Әсәйем Раимә Ханнан ҡыҙы ғүмер буйы Хәйбулла районы үҙәк дауаханаһының балалар бүлегендә фельдшер булып эшләне. Район балаларының һаулығы һағында торҙо. Атайым менән әсәйем ҡырҡ йыл бергә ғүмер иттеләр. Беҙҙе үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырып китеп барҙылар. Шуныһы үкенесле: икеһе лә иртәрәк китеп барҙы, бер тирәлә 66 йәштә баҡыйлыҡҡа күстеләр. Әйткәндәй, атайымдың Шәжәрә китабын, ул үҙе үлгәндән һуң, Хәйбулла районы хакимиәте көсө менән сығарҙыҡ. Китапҡа иң оло Рәсимә апайым ҙур өлөш индерҙе. Ул Бүребай ҡасабаһында уҡытыусы булып эшләй. Ҙур ғына йыйынтыҡ килеп сыҡты. Ғаиләлә биш бала үҫтек. Атайым яҡлап Нәфисә ҡартәсәйем ғүмер буйы беҙҙең менән йәшәне. Миңә туғыҙ ай тулғанда Аҡъярға күсеп киткәнбеҙ. Унда 2-се урта мәктәптә уҡыным. Бына шундай төплө тәрбиә хозурында үҫтек беҙ.

– Китапханасы һөнәре бала саҡтан килгән хыял инеме?

– Беҙҙең өйҙә һәр ваҡыт китаптар күп булды, өй тулы китап ине. Атайым гел: “Китап менән балаларҙан башҡа минең байлығым юҡ. Беҙҙең төп хазина – китап менән балалар”, – тиер ине. Шуғалыр ҙа бәләкәйҙән китапҡа тартылдым. Атайым мине уҡытыусы итергә хыялланһа ла, үҙемдең теләгем булманы. Мәктәптән һуң бер йыл балалар баҡсаһында эшләгәс, Силәбегә сәнғәт һәм мәҙәниәт институтына юлландым, көндөҙгө бүлеккә уҡырға индем.

– Тормош иптәшең – билдәле шәхес, халыҡ һөйөүен яулаған артист, яратҡан йырсыбыҙ Ришат Хәмитов. Яҙмыш һеҙҙе нисек осраштырҙы?

– Ришат менән Силәбелә уҡығанда таныштым. Ул үҙе Ҡоншаҡ районы егете. Тәүге осрашып-күрешеүебеҙ Силәбеләге башҡорт-татар әҙәбиәте китапханаһында булды. Шунда минең практика үткән саҡ, 3-сө курста уҡый инем, ә Ришат квалификация күтәреүҙә уҡып йөрөй ине. Яңы йылға сценарий әҙерләү өсөн китапханаға килгәйне. Шунда бер ҡараштан мөхәббәт тиҙәрме әле, бер күрешеүҙән бер-беребеҙҙе оҡшаттыҡ. Шулай танышып киттек. Йыл ярым дуҫлашып йөрөнөк тә, мин һуңғы курста уҡығанда, 1989 йылдың март айында өйләнештек. Ришат, мине үҙ яғында ҡалдырыу өсөн, тиҙ генә йүнәлтмә юлланы. Шулай итеп, Ҡоншаҡ районына килен булып төштөм. Унда беҙ Яңы Ҡорман ауылында ете йыл йәшәнек. Бында ҡыҙыбыҙ менән улыбыҙ тыуҙы. Бик матур йылдар булды. Мәҙәни тормошта гөрләп йәшәнек. Әле лә һағынып иҫкә алабыҙ. Ришат клуб мөдире булып эшләне. Мин дә, китапханала эшләгәс, уға ярҙамсы булдым. Күп саралар үткәрә инек, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, һабантуйҙар һәм башҡа бик күп мәҙәни саралар үткәрҙек. Ришаттың эшен күреп ҡалып, беҙҙе Өфөгә саҡырҙылар. Унда дүрт йыл йәшәнек. Мин З.Вәлиди исемендәге милли китапхананың мәғлүмәт-методика бүлегендә эшләнем. Өфөгә күсеп килгәс, Ришат бер юлы сәнғәт училищеһына һәм сәнғәт институтына уҡырға инде. Шулай бер мәлде Стәрлетамаҡ филармонияһының художество етәксеһе Римма Шакирова “Ирәндек моңдары” фестивалендә Ришатты күреп ҡалған да, Стәрлетамаҡҡа эшкә саҡырҙы һәм беҙ ошо ҡалаға килеп төпләндек. Мин үҙем 2001 йылдан бирле Стәрлетамаҡта үҙәкләштерелгән китапханалар селтәрендә эшләйем. Һуңғы туғыҙ йылда библиография һәм методика бүлеген етәкләйем.

– Ғаилә хәлдәрегеҙ менән яҡынданыраҡ таныштырып үт әле?

 – Ҡаланың Сода биҫтәһендә ағастан өй һалып индек. Бына шулай бергә йәшәгәнебеҙгә хәҙер 33 йыл булып китте. Шәхси йортта йәшәгәс эш күп, баҡса үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Ришат гастролдәргә йөрөй. Ҡыҙыбыҙ Нурия – Ҡаҙағстанда кейәүҙә. Аллаға шөкөр, хәҙер инде үҙебеҙ олатай-өләсәй булдыҡ – өс ейәнсәребеҙ бар. Улыбыҙ Юлдаш 134-се колледжда кондитеркулинар һөнәрен үҙләштерҙе. Артабан Мәләүездә аҙыҡ-түлек сәнәғәте технологик институты филиалында юғары белем алды. Уҡып бөткәс Питерға эшкә китте. Бына бер йыл инде СанктПетербургта эшләп йөрөй.

 – Иҫәнлектә-һаулыҡта тағы ла оҙаҡ йылдар рухиәтебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә хеҙмәт итеп, балаларығыҙҙан һөйөнөслө хәбәрҙәр генә ишетеп, тигеҙ ғүмер итеп, ҡалабыҙға ҡот һәм йәм өҫтәп йәшәргә яҙһын!

Роза ҠОБАҒОШОВА әңгәмәләште.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Тормош үҙәненән бергәләшеп
Тормош үҙәненән бергәләшеп
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: