Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һүҙен эш менән нығыта

Хөрмәтле коллегабыҙ, ҡәләмдәшебеҙ, етәксебеҙ Рәмил Ғәбдрәшит улы Мансуровты тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Рәмил Ғәбдрәшит улы бар яҡтан да килгән, һоҡланғыс шәхес – өлгөр, хәстәрлекле етәксе булыу менән бергә, өлгөлө ғаилә башлығы, өс балаға яратҡан атай һәм һөйөклө тормош иптәше.

“Ашҡаҙар” гәзитенә баш мөхәррир булып тәғәйенләнгәнгә тиклем ул, республика кимәлендәге олпат баҫмаларҙа – “Башҡортостан”, “Йәшлек” гәзиттәрендә ҡәләмен ослап, “Юлдаш” радиоһында эшләп ҙур тәжрибә туплап, сынығып, өлгөрөп еткән етәксе булып, беҙҙең редакцияла ең һыҙғанып эшкә тотондо. Бына хәҙер дүрт йыл инде “Ашҡаҙар” гәзите төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулай, гранттар ала, милли көрәш буйынса “Ашҡаҙар” гәзите кубогына ярыштар уҙғарыла. Рәмил Мансуров ҡала Советы депутаты булараҡ та бихисап эштәр башҡара, ҡайҙа барһа ла һүҙе үтә, ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәләрҙә башҡорт телендә сығыш яһап, телебеҙҙе пропагандалауға ҙур өлөш индерә, гәзитебеҙҙең  бәҫен күтәрә. Шул уҡ ваҡытта ул Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайының әүҙем вәкиле лә ул.

Итәғәтле, булмышы менән интеллигент, ғәҙел, шул уҡ ваҡытта талапсан етәксе менән эшләүе үҙе бер ғорурлыҡ та, бәхет тә. Бындай булдыҡлы етәксе булғанда гәзиттең киләсәге лә өмөтлө.

Хөрмәтле Рәмил Ғәбдрәшит улы! Беҙ, “Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы коллективы һеҙҙе тыуған көнөгөҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә ныҡлы һаулыҡ, имен һәм бәхетле тормош теләйбеҙ! Киләсәктә лә “Ашҡаҙар”ҙың терәге булып, уны киң  даирәләрҙә танытып, эшләргә лә эшләргә яҙһын! 

“Ашҡаҙар” гәзите редакцияһы коллективы.

Һүҙен эш менән нығыта
Һүҙен эш менән нығыта
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: