Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БЕҘҘЕ “АШҠАҘАР” БЕРЛӘШТЕРӘ!

Гәзит уҡыусылар, таратыусылар, авторҙар менән осраштыҡ. Тарих ҡуласаһына күҙ һалһаҡ – бынан йөҙ йыл элек үк Стәрлетамаҡта башҡорт телендә унлаған гәзит сыҡҡан. Сөнки, белеүегеҙсә, Стәрлетамаҡ 1919 йылдың 20 авгусынан 1922 йылға тиклем баш мәркәз булып торған! Мәҫәлән, 1919 йылда тап Стәрлетамаҡта автономияның төп баҫмаһы – “Башҡортостан хәбәрҙәре” гәзите донъя күрә башлай. Тиҫтәләгән баҫма араһында “Ҡыҙыл Ашҡаҙар” тигән гәзит тә була.

Совет заманының оҙайлы торғонлоҡ осоронан һуң 80-се йылдар аҙағында, 90- сы йылдар башында, илдә, республикала үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, халыҡта милли үҙаң уяна башланы. Стәрлетамаҡтың бер төркөм зыялылары, башҡорт теленә дәүләт статусы даулау менән бергә, иң беренсе сиратта, матбуғат мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Шулай итеп, 1990 йылдың ғинуарында “Ашҡаҙар” (ул саҡта “Стәрле таңдары”) гәзитенең тәүге һаны донъя күрҙе. Аллаға шөкөр, бына хәҙер утыҙ йылдан ашыу ваҡыт “Ашҡаҙар” гәзите тотҡарлыҡһыҙ, даими сығып килә. Әйткәндәй, ошо йылдар эсендә редакцияға дүрт бина алмаштырырға тура килде, биш мөхәррир алышынды. Әммә тормош дауам итә, гәзит сыға. Нисек кенә булмаһын, баҫманың төп байлығы булып уның уҡыусылары, таратыусылары, авторҙары тора. Күптән түгел “Ашҡаҙар” гәзите хеҙмәткәрҙәре ҡалабыҙҙың А.Инан исемендәге башҡорт һәм татар әҙәбиәттәре үҙәгендә бер төркөм гәзит уҡыусылар менән осрашыу ойошторҙо.

Сараны асып, баш мөхәрриребеҙ Рәмил Мансуров:

– “Ашҡаҙар” гәзите ҡасандан һәм ни өсөн сыға? Ҡайҙа барабыҙ? Яҙған мәҡәләләребеҙ уҡыусыларға ҡыҙыҡмы? Бер мәлгә туҡталып, уҡыусыларыбыҙ, авторҙарыбыҙ, таянырҙай дуҫтарыбыҙ менән ошо хаҡта фекер алышып алайыҡ әле, – тине һәм ошолай һөйләшеүҙең маҡсаттарын һәм әһәмиәтен билдәләне. Әйтелгәндәрҙе ҡеүәтләп, Ләйсән Йәркәй ҡыҙы: – Милли мөхитебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған, ҡалабыҙ тормошон яҡтыртҡан гәзит ул “Ашҡаҙар”! – тине.

 Сарала ҡатнашыусы һәр кем: Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ләйсән Йосопова, ҡаланың башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы рәйесе Зөлфиә Йәғәфәрова, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Миңзәлә Дәүләтова, “Ашҡаҙар” гәзитендә ун йылға яҡын эшләп киткән Гөлдәр Собханғолова хәтирәләр менән алыҫ та, яҡын да булған 90-сы йылдарға ҡайтып ураны.

Хәҙер Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында әҙәби бүлек мөдире булып эшләүсе Гөлдәр Салауат ҡыҙы “Ашҡаҙар” гәзите менән әле лә бәйләнеште өҙмәй, әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ошо матур сарала ул үҙенең журналист булып эшләгән йәшлек йылдарын һағынып иҫкә алды.

– Төрлө кешеләр менән осрашыу, ҡала кимәлендәге ваҡиғалар эсендә ҡайнау, яҡтыртыу – былар барыһы ла ғүмеремдең матур бер миҙгеле! – тип хәтер ебен һүтте Гөлдәр Собханғолова.

“Ашҡаҙар” гәзитенә яҙҙырыуҙа, уның тиражының артыуында туранантура булышлыҡ итеүсе Стәрлетамаҡ почтамтының 20-се почта бүлексәһе хеҙмәткәре Гүзәл Фәтҡуллина яҙылыу кампаниялары, баҫманы таратыуҙа һәм уны популярлаштырыуҙа почтальондың роле тураһында һөйләһә, А.Инан исемендәге китапхана мөдире Гүзәл Ишбулдина, китапхананы оҙаҡ йылдар етәкләгән һәм әле лә сафта булған Нәзифә Иҫәнғужина һәм шулай уҡ “Ашҡаҙар”ҙың яҡын дуҫтары һәм уны әүҙем алдырыусылар иһә гәзиткә ҡарата үҙҙәренең уй-фекерҙәрен һәм теләктәрен әйтте.

– Ҡайһы ғына ойошмала, ниндәй генә эштә эшләһәк тә, беҙҙе “Ашҡаҙар” гәзите берләштерә, башҡарған эштәребеҙҙе даими яҡтыртып бара, – тине, мәҫәлән, Гүзәл Әҡсән ҡыҙы.

Зөлфиә Абдулхай ҡыҙы гәзиттең тәүге һандарының береһен алып килеп күрһәтеп, мәҡәләләргә туҡталып, сарала ҡатнашыусыларға, бер мәлгә булһа ла, шул замандың һулышын еткерҙе.

– Беҙгә, ул саҡтағы йәш кенә студент ҡыҙҙарға гәзиттең тәүге һандарын күреү, тотош төркөм менән гәзиткә яҙылыуҙар һәм башҡаларҙы ла яҙҙырыуҙар ғүмерҙең матур бер мәле булып иҫтә ҡалған, – тип бүлеште ул хәтирәләре менән.

 Нисек кенә булмаһын, баҫманың үҫешенә, гәзит уҡыусылар менән бер рәттән, урындағы хакимиәт ҙур йоғонто яһай. Аллаға шөкөр, һәр дәүерҙә лә гәзитебеҙгә иғтибар кәмемәне. Бөгөн дә был традиция дауам итә, ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов “Ашҡаҙар”ҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынып тора, ярҙамынан өҙмәй. Ә тарих биттәренә күҙ һалһаҡ, баҫмабыҙ ҡалабыҙҙы халыҡ яратҡан Спартак Әхмәтов етәкләгән осорҙа асылды һәм Спартак Ғәли улы гәзиттең артабанғы яҙмышы хәл ителеүҙә, атап әйткәндә, данаһы, күләме артыуҙа көс һалды. Ошо осорҙағы эштәр тураһында оҙаҡ йылдар ҡала хакимиәтендә эшләгән Миңзәлә Дәүләтова һөйләп үтте.

– Бурыс теүәл һәм ҡаты ҡуйыла ине: ҡалала сығып килгән берҙән-бер милли баҫма хакимиәттән өҙлөкһөҙ ярҙам алырға тейеш, тираж кәмемәһен, тигән фарманды йыш ҡабатлап торҙо етәксе. Барыбыҙ ҙа “Ашҡаҙар”ҙы таратыуҙа ҡулдан килгәнсә ярҙам иттек, – тине Миңзәлә Ишдәүләт ҡыҙы.

 Етәксе тигәндән, Спартак Әхмәтовҡа бәйле бер ҡыҙыҡлы һәм иғтибарға лайыҡ ваҡиғаны ла иҫкә төшөрөп алдыҡ.

– Ҡалала театр, мәктәп, гәзит астырабыҙ тип янып йөрөйбеҙ. Бер мәл оҙаҡ ҡына ҡабул итеү бүлмәһендә торғандан һуң Спартак Ғәли улына индем. Ошо хаҡта әйткәс, “Бындай шәп эштәр менән йөрөүсе егеттәр ишек тибеп инергә тейеш! Көтөп торорға түгел, тип әрләп тә алды, – тигән хәтирәләре менән бүлеште телем, халҡым, тип янып йәшәгән шағирыбыҙ Кәрим Булат.

Әйткәндәй, был матур сарала гәзит сыға башлағандан алып бөгөнгәсә бер һанын да ҡалдырмай алдырыусылар ҙа бар ине. Мәҫәлән, туҡһан йәшенә аяҡ баҫырға йыйынған Фәниә апай Амангилдина, Ғәфүр Күсәрбаев кеүек гәзит уҡыусыларыбыҙ тап ана шундайҙарҙан.

– Шундай матур сара ойошторғанығыҙ өсөн рәхмәт, ун йәшкә йәшәргәндәй булдым! Гәзит сыҡҡандан алып һәр мәҡәләне уҡып барам, “Ашҡаҙар” – минең серҙәшем, кәңәшсем, яңылыҡтар еткереп тороусым! – тип әйтеп ҡуйҙы Фәниә апай шатланып. Ғәфүр Күсәрбаев иһә гәзиттең йөкмәткеһе бай булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

 ...Ниндәй генә мәлдәр, ниндәй генә хәлдәр булмаһын, илебеҙ, республикабыҙ һулышын, ҡалабыҙ ниндәй үҙгәрештәр кисерә, нимәләр эшләнелә – ошо ваҡиғаларҙы фәҡәт гәзит яҡтырта. Ғөмүмән, “Ашҡаҙар” бөгөн заман арбаһынан ҡалышмай, яңы форматта эш итеүсе көслө милли баҫмаларҙың береһе булып ҡала һәм быны ул эше менән иҫбатлай. Ошо мәлдә йөҙ йыл элек сыҡҡан “Ҡыҙыл Ашҡаҙар” гәзитен иҫкә төшөрөп, ҡалабыҙҙа ҡасандыр башланған башҡорт матбуғаты тарихы әле лә лайыҡлы дауам итә тип әйтергә ҡала.

 Сәй артында эшлекле, ихлас шарттарҙа һөйләшеү сарала ҡатнашҡан һәр кем күңелендә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ниндәй генә дәүер булһа ла, ниндәй генә хәлдәр булһа ла, илебеҙ имен булһын, гәзитебеҙҙе көтөп алыр дуҫтарыбыҙ булһын тигән теләктә таралышты унда килгән кешеләр. Әйткәндәй, бындай осрашыуҙар артабан да дауам итәсәк. Йәнә зыялылар, йәш быуын, уҡытыусылар, даими авторҙар күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшәһе темалар ҙа, гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа күп әле беҙҙең!

 Ошо йылы осрашыуҙы үткәреүҙә ихлас ярҙам күрһәткән дуҫтарыбыҙға ла ҙур рәхмәттәр еткереп ҡалабыҙ.

Роза ҠОБАҒОШОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

БЕҘҘЕ “АШҠАҘАР” БЕРЛӘШТЕРӘ!
БЕҘҘЕ “АШҠАҘАР” БЕРЛӘШТЕРӘ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: