Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Ҡайғылы сағымда әлдә эшем булды...”

Рәсилә Хәбибуллина ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен Стәрлетамаҡ типографияһына бағышланы.

Ауырғазы районы Зәйет ауылы ҡыҙы Рәсилә Өфөләге 1-се һөнәри техник училищены тамамлағас, Стәрлетамаҡҡа 1981 йылда эшкә ебәрелә.

Дөрөҫөрәге, дуҫлашып йөрөгән егете Урал Стәрлетамаҡтыҡы булғас, ҡыҙ йүнәлтмәне Стәрлетамаҡ типографияһына биреүҙәрен һорай. Йәш белгес башта бер нисә йыл баҫмасы (печатник) булып эшләй. Типография фотонабор ысулы менән эшләүгә күскәс, ул фотонабор машинаһына күсерелә. Ә инде типография компьютер техникаһы менән йыһазландырылғандан һуң хеҙмәтен күп йылдар версткалау бүлегендә дауам итә.

Ғүмер һиҙелмәй генә үҙ ағышы менән бара – ҡырҡ ике йыл “һә” тигәнсе үткән дә киткән! Ниндәй яуаплы эштәр башҡарырға тура килгән икән дә уға! Тиҫтәләрсә йылдар дауамында Стәрлетамаҡ типографияһында сыҡҡан ҡайһы ғына гәзитте алма – барыһы ла уның ҡулы аша үткән. “Ашҡаҙар”, “Ауыл тормошо”, “Сельская новь”, “Стерлитамакский рабочий”, ҡала предприятиелары сығарған күп тиражлы гәзиттәр: “На стройке”, “Стерлитамакский каучук”, “Каустик”, “Станкостритель”, “Прогресс”, “Пульс объединения”, “Панорама Стерлитамака”; шулай уҡ күрше ҡалалар, район гәзиттәре: Салауат ҡалаһының “Выбор”, Стәрлебаш районының “Стәрлебаш таңдары”, Федоровка районының “Еңеүгә”,”К победе”, Ишембайҙың “Восход”, “Торатау”, Ғафури районының “Табын”, “Звезда”, Өфөнөң “Нефтяник Башкирии” кеүек ваҡытлы матбуғат баҫмаларын фәҡәт Рәсилә башлап версткалай.

Бынан тыш, Рәсилә Рәфҡәт ҡыҙы төрлө предприятиелар һәм ойошмалар өсөн бланктар, һайлауҙарға бюллетендәр, афишалар, квитанциялар һәм башҡа заказдар эшләү, таныҡлыҡтар, һәм шулай уҡ китаптар, журналдар сығарыу кеүек эштәрҙе лә башҡара. Ә ундай эштәр ҙур яуаплылыҡ талап итә – йәғни белемле лә, иғтибарлы ла, етеҙ ҙә булыу кәрәк.

 Асыҡ күңелле, аралашыусан, һәр эшкә лә егәрле Рәсилә ханым, йәй айҙарында тормош иптәше Урал менән аҙна һайын тыуған ауылы Зәйеткә ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙамлашырға ла, баҡса үҫтереп, мул уңыш йыйып һатырға ла өлгөрә. “Йәйгеһен яландарҙы гиҙеп, күбәләктәр менән “һөйләшә-һөйләшә” рәхәтләнеп еләк йыйырға яратам”, – ти ул. Бәйләм бәйләү эшенә лә оҫта – күҙҙең яуын алырлыҡ матур-матур свитерҙар, күлдәктәр, шарфбаш кейемдәре бәйләргә маһир. Быныһы инде, үҙе әйтмешләй, хобби ғына. Ә бит ул ошо шөғөлдәренән йәшәү көсө, йәненә ял ала.

 “Әҙәм балаһы күтәрә алмаҫтай ҡара ҡайғыға тарыған сағымда әлдә эшем булды, туғандарымдың ғына түгел, хеҙмәттәштәремдең дә иғтибарын тойҙом”, – ти Рәсилә ханым. 26 ғына йәшлек улы Азаты һәләк булғас, башын ҡайҙа ҡуйырға белмәй, йөрәге һыҡтаған сағында ошо типографияла күңеленә бер аҙ тыныслыҡ тапҡандай була ул. Ярай әле Азатының дауамы – ейәнсәре Азалияһы бар. Икенсе улдары Айрат та хәҙер өйләнеп, үҙаллы донъя көтә. Вилдан исемле малай үҫтерәләр. Инде хәҙер икенсегә бәпес көтәләр. Аҡ бәхетле, оҙон ғүмерле булһын сабый! “Килендәремде – Гөлшат менән Фәрзиәне үҙ ҡыҙҙарым һымаҡ күрәм”, – ти Рәсилә ханым.

Ҡыйын мәлдә терәк-таяныс булған атаәсәһенә, туғандарына, хеҙмәттәштәренә, дуҫтарына рәхмәтле ул.

– Хәҙер әсәйем дә олоғайҙы, 88 йәштә. Күптән түгел атайыбыҙ 90 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы. Инде үҙебеҙ ҙә олоғайып барабыҙ, – ти ошо көндәрҙә үҙенең матур юбилейын билдәләгән хеҙмәттәшебеҙ. – Әсәйемдең, ҡәйнәмдең хәйер-фатихаһында, балалар, балаларҙың балалары тип йәшәйбеҙ. Хоҙай бер кемгә лә бала ҡайғыһы бирмәһен. Инде ҡалғандарыбыҙ иҫән булайыҡ, донъялар имен булһын, һуғышҡа киткән һалдатарыбыҙ иҫән-һау йөрөп, Еңеү менән әйләнеп ҡайтһындар!

 Роза ҠОБАҒОШОВА.

Фото ғаилә архивынан алынды.

“Ҡайғылы сағымда әлдә эшем булды...”
“Ҡайғылы сағымда әлдә эшем булды...”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: