Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ҠАЛАҒА ЙӘМ БИРЕҮСЕЛӘР!

Беҙгә көләс йылмайып ҡарап торған ханым – Клара Йосопова бына утыҙ йыл инде бик яуаплы һәм кәрәкле эштә – ҡалабыҙҙы таҙа тотоу, йыйыштырыу эшендә ең һыҙғанып эшләй. 

Үҙенең хеҙмәт юлын ул ҡалабыҙҙың 15-се торлаҡфайҙаланыу идаралығында башлай. Егерме йыл урам йыйыштырыусы булып эшләгәндән һуң Стәрлетамаҡ “Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы” муниципаль бюджет учреждениеһына күсә һәм бына ун йыл инде бында юл-парк эшсеһе булып эшләй. Ойошмаларҙың исеме башҡа төрлө аталһа ла, башҡарған эше шул уҡ: һәр көн иртә таңдан тороп, елямғырға, буранға бирешмәй, ең һыҙғанып ҡалабыҙға хеҙмәт итеүен дауам итә – ҡышҡыһын урамдарҙы ҡарҙан, йәй һәм көҙ айҙарында япраҡтарҙан, сүпсарҙан таҙарта. Бына әле лә өҫтән яуып торған ҡарҙы көрәп өлгөрт кенә!

 “Эшемде яратам, эш урынымда хөрмәт итеп торалар, – ти ул ихлас йылмайып. – Иҫәнлек-һаулыҡ ҡына булһын да донъялар тыныс торһон”, – тигән теләктә Клара ханым.

Әйткәндәй, Клара Миңнеғәлим ҡыҙының тормош иптәше Ринат та ошо өлкәлә эшләй. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, әгәр бер генә көн урамдар йыйыштырылмай ҡалһа, ҡалабыҙ ҡалай ҡотһоҙ булыр ине! Ә бит урамдарҙың йәме тап уларҙың күҙгә күренмәҫ хеҙмәтенән тора!

Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ихтирамға лайыҡ, ябай, әммә бик кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә! Бына бит ниндәй ул беҙҙең гүзәл заттарыбыҙ! “Ир-егеттәр эше” тип тормайҙар, бер эштән дә ҡурҡмайҙар. Үҙҙәре лә матур, һөйкөмлө, ҡалабыҙ ҡупшы, күркәм булһын тип тә тырышалар!

Роза САФИНА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

ҠАЛАҒА ЙӘМ БИРЕҮСЕЛӘР!
ҠАЛАҒА ЙӘМ БИРЕҮСЕЛӘР!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас: