Ул тыумышы менән Ишембай районы Уразбай ауылынан, 1958 йылдың 7 февралендә, күҙ асҡыһыҙ буранда, ябай колхозсылар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Ишле ғаиләлә туғыҙ бала бергәләшеп, дуҫ, татыу булып үҫәләр. Үҙенән алда ике апаһы, ике ағаһы булғас, эш эләкмәй тиерлек Тәнзиләгә, гел уйнап йөрөп, урман-яландарҙы ғиҙеп, еләк-емеш йыйып, ҡыш булһа – тау шыуып, йәй көнө Һәләүек буйынан ҡайтып инмәй үҫергә яҙа уға. Ауылдарының матур урында урынлашыуы эҙһеҙ үтмәй. бәләкәйҙән тәбиғәткә ғашиҡ булған ҡыҙ эшкә уңған, егәрле булып үҫә.
– 1965 йылда 1-се класҡа уҡырға барҙым. Беренсе уҡытыусым – Рәйсә Харис ҡыҙы Тимерғәлина булды. Уны шул тиклем яраттым, уның бөхтәлеге, матур килешле кәүҙәһе, кейгән кейемдәренә тиклем күңелемә ятты. Дәрес алып барғанда ла һәр әйткән һүҙе күңелгә һеңә ине. Ул беҙҙе бер ҙә әрләмәне, ҡыҫҡырманы, күҙ ҡарашы менән генә аңлата ине. Китап уҡырға ла өйрәтте ул, нәфис әҙәбиәткә һөйөү ҙә уятты. Юғары кластарҙа уҡығанда әсәйем (мәрхүмә) “тағы ла китап уҡырға ултырған был”, тип әрләй торғайны. Ни өсөн тигәндә, апай-ағайҙарым 8-се класты тамамлау менән, һөнәр үҙләштереү маҡсатында, ҡалаға китәләр ине. Ә миңә өс ҡустымды һәм бер һеңлемде ҡарарға кәрәк булды, үҙем дә ҡул араһына керә башлағайным, мине йорт эштәренә лә “ектеләр”, сөнки әсәйемдең ваҡыты етмәне. Ул ғүмере буйына ауыл оҫтаһы булды: мейес сығарыусы, балаҫ һуғыусы ла, тегеүсе лә ине, әллә күпме бәйләм эштәрен башҡарҙы, пальтоға тиклем үҙе тегеп кейҙерҙе беҙгә, күрше ауылдарҙан да эҙләп киләләр ине хатта, – тип хәтер төйөнөн сисә геройым. Шулай матур хәтирәләр ҡалдырып үтеп китә уның бала сағы.
1973 йылда 8-се класты тамамлағас, тиҙ генә һөнәр үҙләштереп, үҙаллы эшләп, етеш йәшәргә теләге булған ҡыҙ әхирәте Мәүсилә менән Салауат ҡалаһының 7-се һөнәрселек училищеһына документтарын тапшыра һәм һылаусы-буяусы һөнәрен һайлайҙар. Әлбиттә, һөнәрҙең нескәлектәрен күҙ алдына ла килтермәй ҡыҙҙар. Бары тик практикала ғына төшөнә улар һөнәрҙәренең асылына. Тәнзилә юғалып ҡалмай, сөнки әсәһенә эйәреп күптән “мейес сығарышҡан” була. Йүнәлтмә буйынса ҡыҙҙар Мәләүез ҡалаһына эшкә урынлаша, уларға дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Төҙөлөштә ул йылдарҙа романтика көслө була, ҡыҙҙар тиҫтерҙәре менән бергәләшеп үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫа.
– Беҙ килгәндә Мәләүез – ауыл ине, йәшлек көсө, дәрте менән ауылды ҡалаға әйләндерҙек, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Тәнзилә. Ул үҙенең йәшлеге ҡалаһында Рәфиҙә исемле ҡыҙ менән бик ныҡ дуҫлаша. Ҡайҙа барһалар ҙа бергә баралар, бер иштән кейенәләр, иң яҡын серҙәш булалар. Бер ялында әхирәте Тәнзиләне үҙҙәренә саҡыра. Шунда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата ла инде. Ғаилә ҡорғансы улар байтаҡ дуҫлашып йөрөйҙәр. Ә 1977 йылдың март айында буласаҡ ире дуҫ егете менән килеп, ҡыҙҙы “күрһәтергә” генә алып ҡайталар ҙа никах уҡыталар ҙа ҡуялар. Ошо уҡ айҙа ЗАГС-ҡа ла баралар. Тәнзиләнең тәҡдиргә яҙғаны шулай ыңғай хәл ителә лә ҡуя. Ә туйҙы йәштәр май айында үткәрә. Иптәше Мәләүезгә күсеп килә, Тәнзиләгә дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә бирәләр. 1978 йылдың апрелендә ҡыҙҙары тыуа, бер-бер артлы тағы бер ҡыҙға һәм ике улға атай-әсәй булалар. 1981 йылда өс бүлмәле фатир алалар. Донъя көткәндә нәмә кәрәкһә – барыһы ла була уларҙың. Ике баҡса, гараж, машина. Тәнзилә үҙен иң бәхетле ҡатын тип тоя, ғаиләһен иң бәхетлеләрҙән иҫәпләй. Ун һигеҙ йыл бергә йәшәп ҡалалар улар...
– Бәхетһеҙлек беҙҙән йыраҡ булмаған икән. 1995 йыл – аяҙ көндө йәшен атты: иптәшем дуҫтары ҡулынан һәләк булды. Иң оло ҡыҙыма 15 йәш, иң бәләкәсемә 7 йәш тигәндә беҙ атайһыҙ ҡалдыҡ. Йыуатыусы ла, хәл белеүсе лә булманы шул ваҡиғанан һуң. “Дуҫ дуҫлығын итә, дуҫ башҡа етә” тигән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә инандым. Дуҫтарының көнсөллөгө көслө булған, күрәһең, әле лә хәтеремдә иптәшемнең әйткәне: “дуҫтар ҙа ҡотламаны машина алғас, һин нисек дүрт бала менән машина алдың?” – тип ҡаршыланылар...” Иптәшемде ерләгәс үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем: балаларым хаҡына йәшәйәсәкмен! Бер ҡасан да балаларыма күҙ йәшемде күрһәтмәнем, меҫкен булып эскегә һалышып, илаулап йөрөмәнем. Киреһенсә, нығыраҡ эшкә сумдым. Хөкүмәт эшенән ҡайтҡас, тағы ла ялланып эшләп, төнгө 12-ләрҙә ҡайтып инә инем. Шул рәүешле балаларымды бер ярҙамһыҙ уҡыттым, кеше иттем. Өлкән улымды 12 йәштән үҙемә ярҙамсы итеп эшкә алып йөрөнөм. Үҫә килә дүртеһе лә минең һөнәремде үҙләштерҙеләр, минән дә оҫтараҡтар хәҙер, һәр береһе үҙ донъяһын үҙе көтә, Аллаға шөкөр! – тип һүҙен тамамланы әңгәмәсем.
Тормошон һындырырҙай итеп һығылдырған осраҡтары күп булған. Әммә һынмаған, бөгөлмәгән, бер кемдән дә кәм-хур булып йәшәмәгән ул. Әлеге көндә балаларының аҡыллы, тәүфиҡлы, эшһөйәр, алтын ҡуллы булып үҫкәндәренә ҡыуана, уларҙың һөнәрле лә, егәрле лә булыуҙарына шатланып бөтә алмай. Тәнзилә Өмөтҡол ҡыҙының алты ейәне, бер ейәнсәре бар. Ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме?! Тәнзилә Маликова әле хаҡлы ялда. Ләкин бәләкәй сағынан күңелендә бөрөләнгән хистәр уға әле лә тынғылыҡ бирмәй, йөрәгенән шиғыр булып урғыла.
“Балаларым – йәнем, күҙ нурҙарым,
Әйтерһең дә йылға инештәре.
Ике ҡыҙым, ике улым – ғәзиздәрем,
Йәшлегемдең тәмле емештәре.
Уландарым – ике ҡанатым һеҙ,
Ләйсән ямғырының көмөштәре.
Ике ҡыҙым – гөлөм сәскәләре,
Йөрәгемдең татлы тибештәре.
Һеҙ булғанға сикһеҙ ҡыуанамын,
Йыуандыра мине ейәндәрем.
Йәшәйешем һеҙгә бәйләнгән
Ынйы бөртөктәрем, сәйләндәрем.
Үткәндәрҙе хәтерләһәм
Әрнеп яна яраларым.
Күңелемде йыуатырға
Әлдә һеҙ бар, балаларым,
Ейәнсәрем, ейәндәрем,
Йөрәк майым, кәрәләрем…” – тип яҙған Тәнзилә ханым балаларына бағышлаған шиғырында. Ә бит “Үткәндәрҙе хәтерләһәм – әрнеп яна яраларым…” тиеп тормош дилбегәһен тарта-тарта Тәнзилә Маликова һымаҡ күпме ҡатындарыбыҙ яҙмыш һынауҙарын еңә-еңә бураҙналар һала, Ер йөҙөндә мәңге ҡабатланмаҫ матур эҙ ҡалдыра.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ғаилә альбомынан алынды.