Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡ уны ҡуш ҡуллап ҡабул итте

...Стәрлетамаҡ элек-электән, магнит һымаҡ, кешеләрҙе, бигерәк тә йәштәрҙе үҙенә тартты. Шулар араһында ошо ҡалаға ереккәне лә, ҡаланы үҙ итмәгәндәре лә, киреһенсә, ҡала уларҙы ҡабул итмәгәндәре лә  булды. Ә бына Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Зөбәйерова һымаҡтар тураһында “килде лә батты” тиҙәр. Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы бынан тиҫтәнән ашыу йыл элек беҙгә Ишембайҙан килгән ине һәм әле лә ҡалабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһе өсөн ең һыҙғанып хеҙмәт итә.

Яңыраҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған “Халҡым йырҙары” тигән ҙур концерт булды. Концертта БР халыҡ ижадының атҡаҙанған фольклор ансамбле “Ашҡаҙар таңдары”, “Йөрәктау” халыҡ фольклор ансамбле, шулай уҡ “Аҡ шоңҡар”, “Арман” балалар фольклор ансамблдәре сығыш яһаны. Ә инде сараға Динара Йосопова менән Руслан Тимерланов ҡунаҡ итеп саҡырылғайнылар. Концертты матур итеп Регина Гәрәева менән Салауат Фәтҡуллин алып барҙы.

Концерт “Йөрәктау” ансамбле башҡарауында “Урал бар” ҡобайыры менән башланып китте. “Ашҡаҙар таңдары” ансамбленең “Талдары-тирәктәре”, “Буҙа”, “Ашҡаҙар таҡмаҡтары” тигән фольклор композицияларын тамашасылар бик йылы ҡабул итте.

 “Арман”дар башҡарған бейеүҙәргә урындан тыпырҙатып ултырһаҡ, “Аҡ шоңҡар”ҙың фольклор композициялары милли калоритлығы менән күңелде ҡуҙғатты. Шулай уҡ “Йөрәктау”ҙың “Яңы айға теләктәр” һәм “Күләгә” тигән сығыштары йөрәктән йөрәккә етте. Илнар Заманов менән Гөлниса Билалованың домбра, баян дуэты, Дария Ҡотлошина, Эльмира Собханғолова, Камилла Абдуллина, Наҙгөл Ибраһимова башҡарған бейеү йөрәктәргә дәрт-дарман өҫтәне. Регина Гәрәеваның үҙе яҙған “Мөхәббәт” тигән шиғыры барыбыҙға ла наҙлы яҙ килтергәндәй булды. Айгөл Хәмзина, Рәфис Ибәтуллин башҡарған йырҙарҙы тамашасылар йыл һайын көтөп ала. Ошо уҡ һүҙҙәрҙе Динара Йосопова менән Руслан Тимерлановҡа ҡарата ла әйтергә була, был юлы улар башҡорт йырҙарынан тыш сит телдә лә йырҙар башҡарҙылар һәм ғәҙәттәгесә көслө алҡыштарға күмелделәр. “Халҡым йырҙары”  концерты “Ашҡаҙар таңдары” менән “Йөрәктау”ҙың “Илем бар” ҡобайыры менән тамамланды.

Әлфиә Шәмсетдин ҡыҙы Зөбәйерова һымаҡ “илем, телем, тыуған ерем” тип янып йөрөгән шәхестәр булғанда халҡыбыҙ йәшәйәсәк әле.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Стәрлетамаҡ уны ҡуш ҡуллап ҡабул итте
Стәрлетамаҡ уны ҡуш ҡуллап ҡабул итте
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: