Ашҡаҙар
+10 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Руслан Әхмәтов: “Ситтән ҡарап тормайым!”

Стәрлетамаҡта кендек ҡаны тамған еренә ярҙам итеүселәр күп. Ошондай изге эштәр, башҡарыусы, ҡалабыҙҙың иң эре нефть химияһы компанияларының береһе – “Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводы” акционерҙар йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Руслан Әхмәтов менән нәҡ “Атайсалға файҙалы эштәр йылы” сиктәрендә әңгәмә ҡорҙоҡ. Йәш  булыуына ҡарамаҫтан, ул эштәре һәм һөҙөмтәләре менән нығытылған тормош юлы үтергә һәм һөнәри тәжрибә тупларға өлгөргән. Егерме йылдан ашыу ҡалабыҙҙың эре предприятиеһы – Башҡорт сода компанияһында төрлө вазифаларҙа эшләп, үҙен белемле һәм талапсан идарасы итеп күрһәткән.

– Руслан  Спартакович, йәштәрҙең күбеһе баш ҡалаға күсергә тырышҡанда ни өсөн һеҙ Стәрлетамаҡта ҡалдығыҙ?

– Күптәр эре ҡалаларға китеп күп нәмәләргә ирешербеҙ тип уйлайҙар. Кешене урын биҙәмәй, шуға күрә был ҡараш менән килешмәйем. Стәрлетамаҡ – минең тыуған ҡалам, шуға ла яҡын ул миңә. Бында тыуып үҫтем, бында минең ғаиләм, атайым, туғандарым. Ҡалабыҙҙағы  проблемаларҙы ла яҡшы күрәм,  шуларҙың береһе – нәҡ йәштәрҙең сит ҡалаларға китеүе. Был ҡалабыҙҙың яҡшы уҡ булмаған иҡтисади хәле менән аңлатыла. Стәрлетамаҡ – республикабыҙҙың иң төп сәнәғәт үҙәктәренең береһе.  Уның биләмәһендә бер нисә ҡаланы булдырыусы эре предприятие бар, шуға күрә үҙебеҙҙә лә үҙеңде раҫлау һәм һөнәри үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр бар, тип иҫәпләйем. Шунлыҡтан, иң беренсе сиратта, яңы эш урындары булдырырға, инвестициялар йәлеп итергә, сәнәнәғәтте үҫтерергә һәм Стәрлетамаҡты иҡтисади үҫеш менән тәьмин итергә кәрәк.

– Һеҙ йәш булыуығыҙға ҡарамаҫтан, үҙегеҙҙең алдығыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәйһегеҙ...

– Бер ҡасан да ҡурҡаҡ булманым. Мин йәшлекте – үҙемдең етешһеҙлегем тип иҫәпләмәйем. Тыуған ҡаламдың иң кәрәкле мәсьәләләрен хәл итерлек  тәжрибәм етерлек. Йәмәғәтселек һәм ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, медицина хеҙмәтләндереү кимәлен күтәреү, йәғни диагностика һәм профилактиканы көсәйтеү буйынса эште  дауам итергә кәрәк, сөнки сирҙе дауалауға ҡарағанда, – булдырмау хәйерлерәк бит. Айырым иғтибарҙы йәштәре барған ҡала халҡына бороп, улар өсөн уңайлы мөхит булдырғым килә. Дөйөм алғанда, башҡараһы эштәр бихисап, ләкин Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте менән бергәләп тырышҡанда – беҙ күп нәмәләргә ирешә аласаҡбыҙ, тип ышанам, сөнки беҙ бергә көслөрәк.

Беҙҙең Башҡортостан Башлығы республика халҡының именлеге һәм яҡшы йәшәйеше  өсөн эште көсәйтеү бурысын ҡуя, бынан ситтә ҡалмаҫ өсөн, үҙемдә потенциал барлығын тоям һәм бар көсөмдө ҡулланасаҡмын.

– Йәмәғәтселек эшмәкәрлегегеҙ тураһында ла һөйләп китегеҙ әле, был йәһәттән әүҙемлек күрһәтәһегеҙме?

– Минең һәр ваҡыт йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнергә эске ихтыяжым бар ине, моғайын, был ҡанымдалыр. Мәҫәлән, предприятиеға беркетелгән биләмәләрҙә бик теләп өмәләр ойошторам һәм үҙем дә ҡалабыҙҙы йәшелләндереү һәм сүп-сарҙан таҙартыу буйынса акцияларҙа йыш ҡатнашам. Шул уҡ ваҡытта, тыуған ҡалам һәм уның халҡы үҫешһен өсөн, күп мәсьәләләрҙе закондар сығарыу кимәлендә хәл итергә кәрәклекте ныҡ аңлайым.

– Ғаилә хәленә туҡталып үтәйек, “бөтә нәмәлә лә тәртип булырға тейеш” тип иҫәпләгән талапсан, етди етәксе… Ундай кеше менән йәнәш йәшәүе – ауырҙыр ул?

(Йылмая) Юҡ, тип уйлайым. Ә инде, ысынында, мин барлыҡ һөнәри ауырлыҡтарҙы һәм проблемаларҙы яҡын кешеләремә күрһәтмәҫкә күптән өйрәндем инде. Ғаилә бәхетенең төп рецепты ла – бер-береңде һаҡлауҙа тип иҫәпләйем. Беҙ ҡатыным менән яңыраҡ 19 йыл бергә йәшәүебеҙҙе билдәләп үттек һәм, әйтергә кәрәк, иңгә-иң терәшеп йәшәгән йылдарыбыҙ күҙ асып йомғансы, йәғни бер көн һымаҡ ҡына үткән дә киткән. Лиана  минең менән бергә тормоштоң әсеһен-сөсөһөн дә татыны, шул уҡ ваҡытта,  бер нәмәгә ҡарамай, һәр ваҡыт эргәмдә булды. Ул минең ҡатыным ғына түгел, ул –минең  иң өмөтлө һәм ышаныслы дуҫым да. Беҙҙең ике ҡыҙыбыҙ үҫә. Уларға яҡшы үрнәк булырға тырышабыҙ, үҫкәс, беҙҙең һымаҡ булһындар, тибеҙ. Ҡыҙҙарым – ғәзиздәрем менән  һәр буш ваҡытымды үткәрергә тырышам.

Эштән бушаған сағығыҙҙа бергәләп нимә менән шөғөлләнергә яратаһығыҙ?

– Ғаиләм менән тәбиғәт ҡосағында булырға, республика буйлап сәйәхәт итергә яратам. Башҡортостандың һәр мөйөшөн беләм тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Ҡармаҡ һалып ултырырға ла яратам. Йыш ҡына ғаиләбеҙ менән урманда ҡунған саҡтар ҙа була. Миңә айырыуса  шундай ял оҡшай. Ә йылдар үтеү менән бигерәк тә шым ғына япраҡ ҡыштырҙауын, ҡоштар һайрауын һәм талғын ғына йылға ағышын тыңларға яратам.

Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

Руслан Әхмәтов: “Ситтән ҡарап тормайым!”
Руслан Әхмәтов: “Ситтән ҡарап тормайым!”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: