Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

МАҠТАУЛЫ ҠАЛА ГРАЖДАНДАРЫ АРТТЫ

Стәрлетамаҡ хакимиәтендә ҡала округы Советының 38-се ултырышы уҙҙы. Сарала Совет рәйесе Сергей Бойков, хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Ултырыш тантаналы өлөш – бүләкләүҙән  башланып китте. Сергей Валерьевич һәм Рөстәм Фәрит улы “Стәрлетамаҡ ҡалаһының маҡтаулы гражданы” тигән таныҡлыҡты һәм иҫтәлекле  билдәне үҫеп килеүсе быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне һәм ҡалабыҙҙың мәғариф системаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн А.П.Гайдар музейына нигеҙ һалыусы һәм музейдың тәүге етәксеһе  Евгения Александровна Кудрявцеваға тапшырҙы.

Ҡала Советы рәйесе  “Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” федераль проектын һәм “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен хәл иткәне өсөн хакимиәт башлығы Рөстәм Ғәзизовҡа  БР Фән һәм мәғариф министрлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығына арналған байрам сараларын әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән эшҡыуар Сергей Титов бүләкләнде.

БР-ҙың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Рәхмәт хаты менән Донецк, Луганск халыҡ республикалары һәм Украинанан халыҡты күсереүҙә әүҙем ярҙам күрһәткәне өсөн ҡала Советы депутаты, “Афған Союзы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дөйөм мәсьәләләр буйынса директор урынбаҫары Игорь Пылаев бүләкләнде. Шулай уҡ рәхмәт хаттары опека һәм попечителлек буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре Рита Кәримова, Ольга Герасимова, Татьяна Каюкова, Оксана Кузнецова, Ирина Роганова, Гүзәл Рыкова, Камила Трофимова һәм Эльвира Дьячковаға тапшырылды.

Ултырыш барышында Совет депутаттары Стәрлетамактың 2022 йылғы бюджеты үтәлеше буйынса отчеттың раҫланыш мәсьәләләрен дә ҡараны. Хакимиәт башлығы урынбаҫары – финанс идаралығы начальнигы Гөлшат Йыһаншина үҙенең докладында 2021 йыл менән сағыштырғанда  килемдең үткән йылда 4,9 процентҡа артыуын, сығымдың 5,3 процентҡа артыуын билдәләп үтте. Үткән йылғы бюджет дефицит менән үтәлде. Ҡала өсөн приоритет булып һалым һәм һалым булмаған килемдәр тора, тине етәксе.

Физик шәхестәрҙең милкенә тупланған һалымдарҙың үҫеүе күҙәтелә. Ул, 2021 йыл менән сағыштырғанда, 17,9 процентҡа күберәк. Стәрлетамаҡтың бюджетына администраторҙарҙан ингән килемдәрҙең һалым һәм һалым булмаған табыштарҙа иң күбеһе Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль һалым хеҙмәте идаралығына тура килә. Ул 70 процент тәшкил итә.

Шулай уҡ, Совет ултырышы сиктәрендә, ҡайһы бер өҫтәмә белем биреү учреждениеларында түләүле хеҙмәттәр тарифы буйынса ла фекер алышыу булды, атап әйткәндә, хаҡтар үҙгәртелде...

Сара һуңында ҡала округы Советының 2023 йылдың икенсе ярты йыллығына эш планы билдәләнде.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Валентина НАСОНОВА фотоһы.

МАҠТАУЛЫ ҠАЛА ГРАЖДАНДАРЫ АРТТЫ
МАҠТАУЛЫ ҠАЛА ГРАЖДАНДАРЫ АРТТЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: