Ашҡаҙар
+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

ТАУ БАШЫНАН ТҮБӘН ҠАРАҒАНДА…

Ишғәле  Ширияздан улы Нурғәлиев 1938 йылдың йәйендә Ишембай районының Әптек ауылында донъяға килә. Бынан 15 йыл элек үҙенең 70 йәшен билдәләгән ваҡытта ул “Ағиҙел” журналында үҙенең “Ҡарабаш турғай” автобиографик повесы өсөн журналдың “Йыл лауреаты” исеменә һәм премияһына лайыҡ була. Ошо уҡ йылда яҙыусының ошо исемдәге китабы Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күреп, яҙыусыға ҙур танылыу килтерҙе. Әйткәндәй, ул йылдарҙа  киң ҡатлам уҡыусыларына Ишғәле ағай “Башҡортостан”, “Киске Өфө” гәзиттәрендә баҫылған үткер  мәҡәләләре менән таныш ине.

Һары ауырыуы аяҡтан йыға

– Тыуған көн менән буталыш, – тип һүҙ башланы Ишғәле ағай, – миңә барыһы ла асыҡ, йәй уртаһында тыуғанмын. Һайлау көнө булған. Ә был көндө таныҡлау еңел, 1938 йылдың 26 июнендә үткән һайлауҙар, бәпесләп ятҡан әсәйемә кемде һайларға кәрәклеген бойорғандар ғына. Сабый сағым – интегеү көндәрем тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Минең олатайҙың дүрт  улының да өйҙәре йәнәш төҙөлгән булған. Йәйге ҡыҙыу эш ваҡытында дүрт йорт та гөрләп янған. Ошо сәбәпле дүрт ғаилә лә Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда бөтөнләй мөлкәтһеҙ тороп ҡалған. Бала сағым өләсәй ҡарамағында үтте, – тип хәтерләй ул. Ишембай районының Әптек дүрт йыллыҡ, Сәлих ете йыллыҡ һәм Этҡол урта мәктәптәрен тамамлай.

– Этҡол урта мәктәбендә уҡыған сағым иң бәхетле йылдар булып иҫтә ҡалған. Уҡытыусыларымды нисек кенә маҡтаһам да аҙ булыр, минең өсөн әллә күпме яҡшылыҡ эшләнеләр, тормош юлымда миңә киләсәккә табан әллә күпме ышаныслы аҙымдар яһарға  ярҙам иттеләр, тип хөрмәтләп телгә ала Ишғәле Ширияздан улы ғәзиз кешеләрен. Ләкин матди хәлдәр насар булғанлыҡтан, бик теләһә лә тарих-филология буйынса китә алмай. Колхозда эшләй. Салауат Юлаев исемендәге колхозда ВЛКСМ секретаре була. 1958 йылда Совет Армияһы сафына алына. Хәрби хеҙмәтте Төркмәнстандың  Чарджоу ҡалаһында башлай, ә күберәген Каахка ҡасабаһы тирәһендә, Ҡараҡом сүллегендә радиотехник булып хеҙмәт итә. Тәүге йылда уҡ үҙ гарнизонында комсомол секретаре итеп һайлана, партияға кандидат итеп алына. Бер һүҙ менән әйткәндә, намыҫлы һәм маҡтаулы һалдаттар рәтендә була ул. Үҙ аллы уҡып беренсе класлы оператор булып китә.

– Оператор эше Төркмәнстан шарттарында бик ауыр ине. Минең кабинала һауа температураһының 80 градустан артҡан саҡтары ла, тәүлегенә егерме сәғәт экран алдында ултырған ваҡыттар ҙа булды. Хәрби хеҙмәттең өсөнсө йылы тамамланыр алдынан сирләп китеп, Ашхабад госпиталендә өс айға тиклем дауаландым. Хәлдәр һөртәйгәс кенә дауаланырға тотонғанмын икән, һары ауырыуы мине аяҡтан йыға яҙҙы, – тип хәтерләй ул.

 Табип уға: “Эшләй алмаясаҡһың, пенсиянан баш тартма, уҡыуы ла ауыр буласаҡ. Һиңә умартасы йәки урман эше ярар”, – ти. Ә бала сағынан үҙ һүҙен һүҙ итергә өйрәнгән Ишғәле ағай үҙенсә хәл итә. СК заводының сәләмәтлеге өсөн иң зыянлы Д-2-3 цехына эшкә урынлаша. Өфө нефть институтының Стәрлетамаҡтағы киске бүлегенә уҡырға инә. Тик, күп тә үтмәй, табиптар комиссияһы уға заводта эшләүҙе тыя. Юғары белемле инженер юғалып ҡалмай. Һөт комбинаты төҙөп, һөт заводтарын ремонтлаусы-көйләүсе предприятие асып, ике йыл директор булып эшләй. Артабан яҙмыш уны Түбәнге Варта ҡалаһына юлландыра, сит тарафтарҙа ла ул төрлө етәкселек вазифаларын биләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, яҙыусы – яҙыусы булып ҡала инде. Ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмай, һәр ваҡыт алға ынтыла, бик күп сирҙе еңеп сәләмәтлеген нығыта, бихисап китаптар уҡып аҡыл даирәһен арттыра.

– Үкенестәр ҙә бар, әлбиттә. Авиацияла ҡалмағаныма үкенәм. Ә бит мөмкинлек бар ине. Бер бүлмәле фатир ҙа бирҙеләр. Икенсе эшкә күсеүемә ҡарамаҫтан, үҙемә ҡалдырҙылар, – тип дауам итә ул һүҙен. Тик белемле белгесте ҡайҙа ла ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар. “Минмонтажспецстрой”ҙа эшләгән сағында вазифалы урын биләгәндә, “еңел аҡса табыу” схемаһында ҡатнашмауына һөйөнөп бөтә алмай. Ә бит “табыш” уйлап тапҡан түрәләрҙе унышар йылға ултырталар ул саҡта...

Шәхси тормошо хаҡында ла һораштырмай ҡалманым, әлбиттә.

– Ҡатыным егәрле, бер ул, бер ҡыҙ үҫтерҙек, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ бар. Үкенерлек түгел, – ти Ишғәли ағай ҙур ҡәнәғәтлек менән.

 

Яңы китаптары сират көтә

Яңы сыҡҡан яҙмышнамәһендә ул тормош сәхифәләрен бәйән итә. Китапта тиҫтәләгән тиңдәштәренең, һуғыш осоро балаларының “болотло үә  ҡараңғы” бала саҡтары һүрәтләнгән, халыҡты этләгән Ғариф-Чуркиндар, Яппаровтар, активистка Ғәйшәләр тормошта әле лә табылып тора. Тик уларҙың битлектәре генә бүтән. “Ҡарабаш  турғай” автобиографик повесть – новеллалар тип нарыҡланған. Жанрын китап уҡыусы үҙе билдәләй инде. Нисек кенә булмаһын, “Ҡарабаш турғай” Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала сағы” һымаҡ бер тынала уҡыла торған әҫәр, минеңсә. Һәр хикәйәне тиерлек авторҙың ҡарабаш турғай хаҡындағы күҙәтеүҙәре “оҙатып бара”. Был күренеш тә әҙәбиәтебеҙҙәге яңылыҡ һымаҡ ҡабул ителде ул саҡта. Ә хикәйә алдынан бирелгән эпиграфтар йөкмәткегә ишара яһай һәм мәғәнә тәрәнлеге менән йәлеп итә. Әҫәр авторҙың  нәшриәттә сыҡҡан тәүге айырым китабы булһа ла, киң ҡатлам уҡыусыларын һөйөндөрөп шуны әйтке килә: тағы ла  ошондай уҡ күләмле бер нисә китаплыҡ повесть  һәм новеллалары  үҙ сиратын көтөп ята. Шулай ҙа яңыраҡ ағайҙың “Ресторан” китабы донъя күрҙе. Унда инде тормош мажаралары күберәк урын алған, геройҙары – йәнә беҙҙең арала тип  әйтер инем.

Әйткәндәй, Ишғәле Нурғәлиев Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы рәсми  тарҡалғандан һуң, бер нисә йыл рәттән булған рухи ҡиммәттәрҙе нисек тә һаҡлап ҡалыу ниәте менән, ойошманы йәмәғәт башланғыстарында йәки эш хаҡы алмайынса, саралар үткәрергә финанс ярҙамһыҙ етәкләне, хәйер бындай эш алымы әле лә дауам итә.  Ул ваҡытта ойошма эшенә ҡәләмдәштәребеҙ Кәрим Булат, Рәйлә Назарғолова һәм Асия Басировалар ҙа ҙур өлөш индерҙе.

Ишғәле Ширияздан улы һәр ваҡыт хәрәкәттә, үҙенең әҫәрҙәрен тиҙ генә үҙнәшер менән сығарһынмы, республика баҫмаларына мәҡәлә яҙһынмы – бар эше лә уңышлы, һөҙөмтәле бара. Әле лә ул ижадтан айырылғаны юҡ. “Нәҫел” тигән проза әҫәре нәшриәттә сират көтә. Өҫтәл тартмаһында яңы ҡулъяҙмаһы ла әҙер уның… Беҙ уға ижад емештәренең тере сағында китап булып сыҡҡанын күреп, донъяға тағы бер йылмайып ҡарауын теләйбеҙ. Ҡояш нурҙарына йылынып йәшәр көндәре алда булһын уның.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

ТАУ БАШЫНАН ТҮБӘН ҠАРАҒАНДА…
ТАУ БАШЫНАН ТҮБӘН ҠАРАҒАНДА…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: