Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тыныслыҡ һәм берҙәмлекте нығытып

Ҡалабыҙҙа мосолмандарҙың Йәмәғәтселек советы барлыҡҡа килде. Был хаҡта Мосолмандар советы рәйесе Альберт Камилйәнов хәбәр итте.

Мосолмандар советы – йәмәғәтселек ойошмаһы ул. Унда мосолман руханиҙары ла, йәмәғәтселек вәкилдәре лә һәм эшҡыуарҙар ҙа бар. Советта – барлығы 15 кеше, уларҙың иң өлкәненә 85 йәш.

– Советты булдырыу идеяһы әллә ҡасан барлыҡҡа килгәнйне инде. Ә хәҙер был мәсьәлә айырыуса көнүҙәккә әйләнгәс, уға кире ҡайттыҡ, - ти Альберт Вәғизйән улы.

Был совет Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы мосолмандарын берләштерәсәк. Советтың рәйесе итеп билдәле шәхес, эшҡыуар Альберт Камилйәнов һайланған. Мосолмандарҙың Йәмәғәтселек советын булдырыу – мосолмандарҙы килеп тыуған дини, милли һәм миграцион мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп, аҡыл менән хәл итеү мөмкинлеге ул. Советта төрлө милләт: тажик, үзбәк һәм башҡа диаспоралар вәкилдәре бергә тупланған. Уларҙы дингә һәм мосолмандарға ғына хеҙмәт итеү түгел, ә бөтә йәмғиәткә файҙа килтереү теләге берләштерә.

Альберт Вәғизйән улының һүҙҙәренә ҡарағанда, был Йәмәғәтселек советына инеүселәр совет барлыҡҡа килгәнсе үк ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡандар, хәйриәлек менән шөғөлләнгәндәр. Хәҙер был эшмәкәрлек айырыуса тәртипкә һалынасаҡ. Ҡалалағы спорт һәм мәҙәни сараларға ярҙам күрһәтеү, хәйриә ярҙамы һәм дини ағартыу эшмәкәрлеге алып барыу, власть органдары һәм башҡа йәмәғәтселек ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эшләү планлаштырыла.

Альберт Вәғизйән улы билдәләүенсә, Мосолмандар советы башҡа конфессиялар менән үҙ-ара аңлашып, тыныслыҡ һәм берҙәмлекте нығытыу өсөн күп уртаҡ саралар ҙа үткәрмәксе. Мосолмандарҙың Йәмәғәтселек советы үҙҙәренең төп бурысы итеп дини һәм донъя ойошмалары араһында бер яҡҡа ла тайпылмайынса, баланс һаҡлауҙы күрә. Альберт Камилйәнов шулай уҡ яҡын-арала Мосолмандар советының Телеграм-каналын булдырасаҡтары тураһында әйтте. Унда яңылыҡ һәм иғландар уҡыу ғына түгел, совет ағзаларына төрлө мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итергә лә мөмкин буласаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.

Тыныслыҡ һәм берҙәмлекте нығытып
Тыныслыҡ һәм берҙәмлекте нығытып
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: