Премия 2016 йылдан алып уҙған театр миҙгеленең премьера спектаклдәрен ҡарау йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың дәүләт театрҙарының йәш театр эшмәкәрҙәре араһында конкурс сиктәрендә тапшырыла килә. Уға Башҡортостандың 35 йәшкә тиклемге актерҙары һәм 40 йәшкә тиклемге профессиональ театр эшмәкәрҙәре дәғүә итә. Быйыл ошо конкус еңеүселәре араһында Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы Гөлйемеш Ибраһимова ла бар. Гөлйемеш “Гөлнара” спектаклендәге төп роль – Гөлнара роле өсөн “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһы еңеүсеһе булды. Премьера быйыл сәхнәгә сығарылды. Гөлйемеш Ғәфүр ҡыҙынан беҙ ошо уңайҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
– Дөрөҫөн әйткәндә, был еңеү минең өсөн бик көтөлмәгән ваҡиға булды. Ике йыл элек “Ҡатынымдың исеме Морис” спектакле менән был премияға тәҡдим иткәйнеләр, ул йылды был номинация еңеүсеһе исеме алған коллегам өсөн шатландым. Ә миңә бәхет бына был юлы йылмайҙы. Был ҡаҙанышыма сикһеҙ шатмын, ҙур тулҡынланыу, шул уҡ ваҡытта эске ҡәнәғәтлек менән ҡабул иттем. Был еңеү абруй ғына түгел, тамашасы алдында ҙур яуаплылыҡ та өҫтәй, минеңсә, – тигән хис-тойғолары менән бүлеште сағыу актриса.
Әйткәндәй, Гөлйемеш Ибраһимова ҡала тамашасыһы өсөн үҙенсәлекле уйнау оҫталығына эйә булараҡ ҡала тамашасыһына күптән таныш.
– Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында 2009 йылдан бирле, 15-се миҙгел эшләйем. Был ваҡыт эсендә байтаҡ ролдәрҙе сәхнәгә сығарыу бәхете тейҙе. Наил Ғәйетбаевтың “Иремде һатам”» комедияһында Фәрзәнә образы беренсе етди ролдәремдең береһе. Борис Васильевтың “Таңдар бында тыныс” әҫәре буйынса ҡуйылған драмала Женя Комелькова, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” драмаһында – Зөбәржәт, Әнғәм Атнабаевтың “Хушығыҙ, хыялдарым!»” драмаһында – Тамара, Шукшиндың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған комедияла студент ҡыҙҙы башҡарҙым. Ә Раффи Шарттың “Ҡатынымдың исеме Морис” комедияһындағы Катрин – яратҡан ролдәремдең береһе, – тип һөйләп үтте ижады хаҡында ла Гөлемеш Ғәфүр ҡыҙы.
Яратҡан актрисабыҙға артабан да уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр яулауын теләп ҡалабыҙ.
Әйткәндәй, актрисаның еңеү яулаған ролен иртәгә үҙегеҙ ҙә баһалай алаһығыҙ. 30 ноябрҙә “Гөлнара” спектакле йәнә театр сәхнәһендә күрһәтеләсәк.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Айҙар ЛАТИПОВ фотоһы.