Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“ИРЕМДӘН БИК УҢДЫМ”

Ҡатын-ҡыҙ… Әсә… Уҡытыусы… Ошо өс булмышы менән  гүзәл   минең яңы танышым – Гөлназ Миҙхәт ҡыҙы Аҙнаева.  12 йәшенә тиклем Стәрлебаш районының Буҙат ауылында йәшәгән ул. Ә аҙаҡ яҙмыш уны Мәсетле районының Теләш ауылына илткән. Ул, урта мәктәпте тик бишкә генә тамамлап,  1998 йылда Стәрлетамаҡ педколледжының социаль педагог бүлегенә уҡырға инә. Өҫтәмә рәүештә химия, биология белгеслектәрен дә алып сыға. Бөгөн Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылын оҙатып, Ғаилә йылын ҡаршылайбыҙ тигәндәй, уның һәм ғаиләһе хаҡында яҙырға булдыҡ.

Диплом алды практикаһына ҡыҙҙы Ауырғазы районының бер ауылына ебәрәләр. Ҡыҙ бер әбейгә фатирға төшә. Фатир хужаһы ҡыҙҙы бер күреүҙән оҡшата ла, ейәненә димләй башлай. Ул иһә тамсы ла  ҡыҙ артынан ҡалмай эйәреп йөрөй башлай. Егеткә йөрәге ятмаған ҡыҙ барған мәктәбендә бер көн уҡыта ла кире уҡыған йортона ҡайтып төшә. Бәхеткә күрә, бергә уҡыған әхирәте уны үҙе йәшәгән ауыл мәктәбенә уҡытыусы итеп килергә ҡоҙалай башлай. Ә буласаҡ ҡәйнәһе Гөлназды бер күреүҙән оҡшата һәм Аграр институтында уҡып йөрөгән улына тиҙ генә хәбәр итә һала. Шулай улар буласаҡ ире менән таныша.  2003 йылда диплом алыу тантанаһына егет бер ҡосаҡ хризантемалар бүләк иткәс, быны күргән директор урынбаҫары: “Был кем?” – тип һорай. “Егетем – Илгиз” тигәнде ишеткәс, “Кейәүгә сыҡ һин уға, минең ирем дә Илгиз, Илгиздәр – һәйбәт ғаилә башлығы улар”, – ти. Шулай улар гөрләтеп туй үткәреп, Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында йәшәй башлайҙар. 2004  йылда ҡыҙҙары Әлфиә, 2006 йылда ҡыҙҙары Ғәлиә донъяға килә. “Иремдән бик уңдым, ғөмүмән, барлыҡ башланғыстарымда  терәк ул”, – ти Гөлназ бәхетле йылмайып…

Шулай Гөлназ Миҙхәт ҡыҙы Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында ситтән тороп уҡып, “биология һәм химия” уҡытыусыһы  тигән диплом ала.

Артабан әңгәмәсем ҡалабыҙҙың 4-се  гимназияһында биология фәненән уҡыта, география фәне буйынса ла белемен камиллаштырған. Бер үк ваҡытта 1-се гимназияла уҡытҡан саҡтары ла була. “Дүртенсе гимназия директоры Валентина Шишкина талапсанлыҡ аша документация менән эшләргә өйрәтһә, беренсе гимназия директоры Риф  Тажиев юридик йәһәттән көслө булыуы һәм кешелекле булыуы менән алдыра”, – ти Гөлназ Аҙнаева. Ләкин уҡыусыларын төрлө кимәлдәге олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусыға ике гимназияның береһен һайларға тура килә. Шулай итеп, 2020 йылдан алып Гөлназ 1-се гимназияла ғына уҡыта.

Әлбиттә, һәр уҡытыусының эшенә баһаны уның уҡыусыларына ҡарап бирәләр, педагогтың үҙе өсөн дә алдынғы уҡыусылар – ғорурлыҡ билгеһе. Муниципаль этапта бөгөнгө көндә  11-се кластағы 11 призер араһында бер еңеүсе – Вероника Туганова (биология буйынса) һәм бер  призер – Иван Любин, мәҫәлән, Гөлназдың ғорурлығы. Әйткәндәй, Иван –  мәктәп, училище, техникум уҡыусылары араһында экология буйынса үткәрелгән ҙур Сода олимпиадаһы еңеүсеһе лә. Ә бына 7-се класс уҡыусыһы  Карина Григорьева мәктәп уҡыусыларының “Мәскәү олимпиадаһы – 2023” йомғаҡлау  этабында еңеүсе булған. Әйткәндәй, уны РФ Дәүләт Думаһының VII саҡырылыш депутаты, Советтар Союзы һәм Рәсәй хоккейсыһы  Вячеслав Фетисов ҡотлаған.

– Әлеге мәлдәге бөтә уңыштарым өсөн әнейемә, тормош иптәшем Илгизгә, ҡыҙҙарым Әлфиәгә, Ғәлиәгә, Асия апайыма, Иршат абзыйыма, әсәйебеҙ Нурияға һәм беренсе гимназия директоры Риф Рәхим улы Тажиевҡа ҙур рәхмәт әйткем килә, – ти Гөлназ Миҙхәт ҡыҙы. Әйткәндәй, Гөлназдың Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы советы хакимиәте башлығы булып эшләгән тормош иптәше  Илгиз  Ишҡәле улы махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеп тора. Ә Гөлназдың бер туған ҡустыһының мобилизацияға саҡырылыуына теүәл бер йыл булған. Уның отпускыға ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәләр.

Бәхетле ғаиләләр бер-береһенә оҡшаш, тиҙәр. Йыш ҡына “ғаилә ҡиммәттәре юғала бара” тигән хәбәрҙәрҙе профессионалдар, профессорҙар ауыҙынан ишеткәндә, Аҙнаевтар ғаиләһе һымаҡ күркәм ғаиләләр булыуы был статисикала өмөттәр бирә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

“ИРЕМДӘН БИК УҢДЫМ”
“ИРЕМДӘН БИК УҢДЫМ”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: