Ашҡаҙар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ЙӨРӘК ДӨРЛӘЙ, ГҮЙӘ, ЯЛҠЫНДА

Кәрим Булат – эшсе, шағир, телебеҙ өсөн көрәшсе! Стәрлетамаҡта йәшәп ижад иткән ете китап, байтаҡ йырҙар авторы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар, Яҙыусылар союздары ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Кәрим СӘЛИМОВтың (әҙәби псевдонимы – Кәрим Булат) хеҙмәт юлы эшсе һөнәренә бәйле булһа ла, рухиәте журналистика һәм шиғри ижадтан айырылғыһыҙ. Йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡайнап йәшәүе лә әҙәби мөхит офоҡтарын киңәйтә, илһам сығанаҡтарын байыта. Кәрим Булат балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә берҙәй илһамланып яҙа, байтаҡ шиғыры композиторҙар тарафынан көйгә һалынып, сағыу йыр гөлләмәһен хасил итә. Йырҙары “Юлдаш”, “Ашҡаҙар” радиоларында, концерттарҙа һәм телевидениела башҡарыла, йырсыларҙың репертуарына индерелә. Уның шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы Фирзинә Абдуллина, Сәйҙә Ильясова, Фәрүәз Урманшин, Ришат Төхвәтуллин, Харис Шәрипов, Ғазинур Хужәхмәтов һәм башҡа билдәле йырсылар башҡара. Ә бына уның “Гимназиям” гимнын бөтә республика гимназиялары уҡыусылары йырлай. Ошо көндәрҙә ул үҙенең 75 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Күркәм ғүмер байрамы айҡанлы Кәрим Булатбай улы менән ижад, тормош, заман хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.  

 

Бер ҡулында асҡыс булһа, икенсеһендә – ҡәләм!

– Кәрим ағай, һеҙ – “һуғыш балалары” быуыны вәкиле. Тормош юлығыҙ ауыр хеҙмәт менән үрелгән...

–  Ғафури районының Яугилде, Бурлы ауылдарында мәктәп тамамлағас, колхоз эштәрендә байтаҡ тир түктем. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының 22-се училищеһында химия технологиялары аппаратчигы һөнәре алдым һәм Өфөлә “Синтезспирт” заводында эшләнем. Армиянан ҡайтып, өйләнгәс, тиҙерәк фатир алыу теләге менән, Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп, “Каустик”та һөнәрем буйынса егерме йылға яҡын эшләнем. Артабан “Технолог” тигән фәнни-производство берекмәһенең цехында эшләп,  химия сәнәғәтендә хеҙмәт стажымды 30 йылдан  уҙҙырҙым.  Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны булдым.

Ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын, Марксизм-ленинзм университетының журналистка бүлеген тамамланым. “Стерлитамакский рабочий” гәзитенә штаттан тыш хәбәрсе булараҡ яҙыша торғайным.

Тормош иптәшем, мәрхүмә Гөлсөм Фәтҡулла ҡыҙы менән ике ул үҫтерҙек.

 – Һеҙҙе күптәр тәү сиратта ижадсы булараҡ белә, шул уҡ ваҡытта үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында ҡалабыҙҙа башҡорт мөхитен үҫтереүҙә туранан-тура ҡатнашлығығыҙ бар. Ошо хаҡта, минеңсә, йәш быуынға тағы бер ҡабат һөйләп үтеү артыҡ булмаҫ ине.

– Ысынлап та, тормошомдоң ваҡиғаларға иң бай осоро ине ул йылдар.

...Улдарымды балалар баҡсаһына алып барған һайын, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле, тәрбиәселәре өйҙә улар менән тик урыҫ телендә һөйләшергә ҡуша ине. Шуға бик ныҡ рәнйей торғайным, ә мин, киреһенсә, саф башҡортса аралаштым. Тик, ояһында ни күрһә – осҡанында шул булыр, тиһәләр ҙә, өйҙәге һөйләшеү генә аҙ. Башҡорт балалар баҡсаһы, башҡорт мәктәптәре хаҡында хыяллана торғайным. Был хыялдарым да тормошҡа ашты – ҡалала Жәлил Кейекбаев исемендәге гимназия асылды, башҡорт балалар баҡсаһы булдырылды, бынан тыш, башҡорт гәзите, театры, филармонияһы эшләй башланы.

Хәтеремдә, Стәрлетамаҡта гөрләп Башҡорт халыҡ үҙәге эшләй башланы. Үҙәккә “Аманат” тигән исем бирҙек, миңә Уставын, мисәтен алыштырырға тура килде. Ҡала мәктәптәрендә башҡорт кластарын астырыуҙы юллауҙарыбыҙ әле бер ваҡиға һымаҡ ҡына хәтерҙә, әммә һәр деталенә төшөнә башлаһаң, күпме көс түгелгән бит. Хәҙерге 3-сө гимназияны астырыуға шикләнеп ҡараусылар ҙа бар ине (йәнәһе, килеп сыҡмаҫтай), әммә Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланыуға өлгөрттөк. Кәрәк хәтле ҡултамғалар йыйыуҙы Фәнүзә Юнысова уҡытыусылар ярҙамында ойошторҙо. Ханнан Ишмырҙин күп көс һалды. Хәйер, башҡа бик күп исемдәрҙе атарға булыр ине бында.

Яҙыусылар ойошмаһы барлыҡҡа килгәс, һыу, телефон, электр  үткәреүҙе күренекле шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина менән башҡарҙыҡ. Һуңғы эш урыным да ошонда булды. Кәбир Аҡбашев әҙәби кәңәшсе вазифаһына эшкә саҡырғас, әҙәбиәт менән шөғөллләнеүсе ҡәләмдәштәргә әҫәрҙәрен электрон вариант итеп эшләргә ярҙам иттем. Уйлай китһәк, был да үҙенә күрә бер кескәй генә өлөш ине телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙә. Маҡтаныр өсөн әйтмәйем, бөгөнгө көндә үҙ телебеҙҙә кинәнеп аралашабыҙ, уҡыйбыҙ, китаптар-гәзиттәр баҫтырабыҙ һәм ошо тиклем мөмкинлектең ҡәҙерен белһәк ине тим, тарихты онотмаһаҡ ине.

...“Асылды” тип әйтеүе генә анһат. Күпме ғәйепләүҙәр, кәмһетеүҙәр, ҡурҡытыуҙар кисерергә тура килгәнен шул ваҡиғалар эсендә ҡайнаусылар үҙҙәре генә белә, әммә ҡурҡып ятманыҡ. Бер башҡорт тип кенә янманыҡ, ҡалала йәшәгән бар милләттең дә мәҙәниәтен, телен ҡайғырттыҡ. «Аманат» башҡорт халыҡ үҙәген ойоштороу (мин яуаплы сәркәтибе инем), ҡултамғалар йыйыу, митингтар үткәреү – береһенән дә ситтә ҡалманыҡ.  Мин әле лә:

Үҙ  халҡымдың аҫыл йырҙарынан,

Ҡурай моңдарынан иҫерәм,

Йыр сығарған мәшһүр йырсыларҙың

Яҙмыштарын, гүйә, кисерәм.

Йәншишмәләй аҡҡан ҡанатлы йыр

Күңел ҡылын сирткән хазина.

Тирбәлтә лә, гүйә, әсир итеп

Алып ҡайта ғүмер яҙына.

Халҡым йыры, һөйгән уланың мин,

Рухым күктә, ерҙе ҡосайым.

Бәхетемдең ете ҡатын айҡап

Һинән ҡанат алып осайым.           

Дөрөҫөн әйткәндә, шағир ниндәй генә замандарҙа йәшәһә лә  көрәш майҙандарында сыныға бит. Республикала булып үткән тарихи ваҡиғаларҙан бер ҡасан да ситтә торманым. Халҡым менән бергә булыуым ижадымда  ла  һәр саҡ сағылды.

 

Их, мин дә шиғыр яҙа белһәм ине

– Кәрим ағай, ул саҡтағы мәҙәниәт усаҡтарындағы сығыштарыбыҙ ваҡытында һеҙҙе эшсе-шағир тип иғлан итеүҙәре хәтерҙә уйылып ҡалған.

– Заводта эшләгән саҡта стена гәзите сығарыу бурысы миңә йөкмәтелде. Гел маҡтап ҡына булмай, тәнҡит тә кәрәк – ғәҙеллектән ситкә тайпылырға яратмағас, етешһеҙлектәрҙе лә «күрергә» тура килә ине.  Гәзит сығарыу, дөрөҫлөктө даулау йәнә ҡәләмгә ныҡлап тотонорға этәрҙе лә инде. Хәтеремдә, Рөстәм Абсаттаров исемле егет менән ярышып шиғыр яҙа инек, үкенескә ҡаршы, уның менән бәйләнеш өҙөлдө. Ул Себер тарафтарына сығып киткәндән бирле күрешкәнебеҙ юҡ.

– Һеҙгә “шиғыр ене” ҡасаныраҡ ҡағылды?

–  Алтынсы класта уҡыған сағымда Ҡолош шишмәһенән  һыу ташый торған инем. Шул шишмә буйына йөрөгөндә күңелемдә тәүге шиғыр юлдары бөрөләнде. Мин башта шиғырҙарҙы үҙем өсөн генә яҙа инем дә, утынлыҡҡа йәшерә  инем. Бер дәфтәр тирәһе шиғыр ине. Ләкин улар үҙемдә һаҡланмаған. Сөнки бер мәл уларҙы һыйырыбыҙ “уҡыған”. Был дәфтәрҙе малҡай тамаҡлап уҡ ҡуймаһа ла, яҙыуҙарҙы танырлыҡ түгел ине инде. ауыҙына эләккәнен әсәйем  әйтте. Һыйырҙан сәйнәлгән, яҙыуҙарым уҡырға яраҡһыҙ хәлдә ҡалған, был хәлдән һуң  хатта оҙаҡ йылдар башҡаса шиғыр яҙып булашмаҫҡа булдым.

Сығышығыҙ буйынса ифрат та матур нәҫелдән икәнлегегеҙҙе ишетеп беләм…

Ысынлап та  беҙҙең нәҫелдә элек-электән уҡымышлы, шул уҡ ваҡытта һәләтле кешеләр булған. Мәҫәлән, ХIX быуаттан ҡалған бер документҡа тап булдым. Шул ҡағыҙ киҫәгендә башҡа ауылдаштары үҙ тамғаларын йәиһә бөтөнләй һыҙыҡ-таяҡ ҡуйған саҡта, минең ике быуын олатайым матур итеп ҡултамғаһын ҡалдырған. Ошо кескәй генә миҫал да нәҫелебеҙҙә яҡтылыҡҡа ынтылыусылар йәшәгәнлегенә ишаралай, минеңсә.

Бынан тыш, республикала шағир-журналист Нияз Сәлимов исеме киң билдәле. Бер ғаиләнән ике шағир сығыуы ла осраҡлы  түгелдер.
Шулай ҙа шиғыр яҙған ике туған ағайҙарҙың тәьҫире ныҡ булғандыр, тип уйлайым. Әле лә хәтерҙә: саҡ уҡырға өйрәнгән мәл. Туғандарымдың дәфтәргә теркәлгән әҫәрҙәрен уҡырға маташам, үҙем: “Их, мин дә шиғыр яҙа белһәм ине”, – тип хыялланам. Хыялдар тормошҡа ашты…

Өҫтәрәк телгә алған “тәүге ҡарлуғастар” теркәлгән дәфтәрем утта янғандан һуң  башҡаса шиғыр яҙмаҫлыҡ булғайным.

Әммә ваҡыттың дауалаусы сихри көсө бар бит – йылдар үтеп, Стәрлетамаҡта йәшәй башлағас, йәнә ижад донъяһына яңынан  сумдым. Сөнки ул саҡтарҙа Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһының гөрләп торған мәле ине. Ялҡынлы публицист-шағир Вил Ғүмәров, халыҡ яҙмышы тип янып йәшәгән шағир Рауил Ниғмәтуллиндар менән аралашыу сәмде, илһамды тағы ла нығыраҡ ҡуҙғытып ебәрҙе. Уға тиклем Ғафури районының элекке “Йондоҙ” гәзитендә “Аманат” тигән шиғырым баҫылып сығыуы, уға Гөлнур Яҡупова тарафынан ыңғай баһа бирелеүе илһам ҡанатын тағы ла нығыта төштө. Ғөмүмән, ижади ҡомарҙы үҫтереүҙә ошо өлкәлә үҙ һүҙе, абруйы булған шәхестәрҙең  роле ифрат та ҙур булды. 

 

Йыл матур башлана

Ижад, шиғриәт һеҙҙең өсөн  нимә ул?

Был һорауға “Шиғриәт” тигән әҫәр менән яуап бирһәм, тулыраҡ яуап булыр:

Ғүмер үтә ынйы һүҙҙәр эҙләп,

Асылыма  һуңлап ҡайтҡанда,

 Асылғанда фекер киңлектәре,

Нурҙар һибеп таңдар атҡанда.

Усағында янам шиғриәттең,

Ут-ҡоллоҡтан азат түгелмен.

Һәр ынйы һүҙ – миңә оло табыш,

 Йырҙар тыуһа үҫә күңелем.

Заман менән үтһәм тартҡылашып,

Тормош алған саҡта алҡымдан.

Бала кеүек шиғыр бәғер өҙһә,

Йөрәк дөрләй, гүйә, ялҡында.

Юбилей йылын ниндәй яңылыҡтар менән ҡаршы алаһығыҙ?

Йыл матур башлана. 18 ғинуарҙа ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында ижад кисәм ойошторола. Был сараға Өфөнән дә, Стәрлетамаҡтан да ҡәләмдәштәремде көтөп ҡалам. Шулай уҡ, сираттағы “Торатауға менәбеҙ”  тигән китабымды ла ҡулға алып шатланырмын тип уйлайым.

– Ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ һәм ғүмер байрамығыҙҙы лайыҡлы үткәрергә яҙһын!

Әңгәмәне Римма ҒӘЛИМОВА ҡорҙо.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

ЙӨРӘК ДӨРЛӘЙ, ГҮЙӘ, ЯЛҠЫНДА
ЙӨРӘК ДӨРЛӘЙ, ГҮЙӘ, ЯЛҠЫНДА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: