Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

РЕСПУБЛИКАБЫҘ МЕНӘН БЕР ҒАИЛӘ БУЛЫП ЙӘШӘЙБЕҘ!

Ғаилә архивынан алынды  РЕСПУБЛИКАБЫҘ МЕНӘН БЕР ҒАИЛӘ БУЛЫП ЙӘШӘЙБЕҘ!
РЕСПУБЛИКАБЫҘ МЕНӘН БЕР ҒАИЛӘ БУЛЫП ЙӘШӘЙБЕҘ!Фото:Ғаилә архивынан алынды

Ҙур ғаилә ҡороу ғына түгел, илде һаҡларға ла тейеш ысын ир егеттәр! Йылы йорт, биләгән вазифаны окоп тормошона алмаштырып, утты һәм һыуҙы кисергә әҙер улар бөгөнгө көндә, мәҫәлән. Нимә этәрә икән һуң бындай аҙымға, ошо хаҡта алғы һыҙыҡтан ялға ҡайтҡан Башҡортостан полкы офицеры “Эмир” менән һөйләшеү мөмкинлеге тейҙе.


– Үҙегеҙ өс бала атаһы, матур ғаилә башлығы, етәксе булып эшләгәнһегеҙ. Тыныс тормоштан айырылып, махсус хәрби операция биләмәһенә доброволец булып ҡушылырға һеҙҙе нимә этәрҙе?
– Әле һаман күптәр быны аңламай. Үҙем Ҡарлыман тимер юл станцияһы начальнигы, эш хаҡым яҡшы, шуға ла эш аҡсала түгел икәнен барыһы ла аңлай. Ир кешенең намыҫ, рух тигән төшөнсәләре бар. Шәхсән үҙемә килгәндә, был минең өсөн 2000-се йылдарҙан уҡ килә, сөнки тоҡомом Ғафури районынан булһа ла, үҙем Ҡаҙағстанда тыуғанмын. Шул ваҡытта уҡ, минең Рәсәй әрмеһендә хеҙмәт иткем килә ине, ә сит ил кешеһен унда алмайҙар. Үҙ теләгемде дәлилләп, хаттар яҙып, документ һәм белешмәләр йыйып үҙемдең Рәсәй гражданы икәнемде дәлилләй алдым һәм ике йыл хеҙмәт итеп ҡайттым. Әле лә шулай уҡ, беҙ Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙә бер ғаилә булып йәшәйбеҙ, уны яҡларға тейешбеҙ, тип уйлайым. Тарих барыһын да күрһәтәсәк, сөнки беҙ бөгөн үҙ илебеҙҙе һаҡлап ҡалмайбыҙ икән, дошман әллә ҡайҙа үтеп инергә мөмкин. Ә беҙгә килеп етһә, башҡорттар, һеҙ ҡалай яҡшы халыҡ тип ҡарап тормаҫ, уларға ниндәй милләт булһа ла барыбер, сөнки дошмандарҙы аҡса эшләү, илебеҙҙең байлыҡтары ҡыҙыҡһындыра – быны беҙ һәммәбеҙ аңларға тейешбеҙ. Әлбиттә, беҙ дошманды үткәрмәйәсәкбеҙ, еңеү ҙә беҙҙең яҡта буласаҡ, әммә был эш тә үҙенән-үҙе эшләнмәй, көс һалырға кәрәк. Ситтән килеп бер кем дә яҡламаҫ.

– Ғаиләгеҙ менән таныштырып үтегеҙ әле, улар һеҙҙең ҡарарығыҙҙы нисек ҡабул итте?
– Иң бәләкәс ҡыҙым Камиллаға биш йәш, Азаматҡа 11, мәктәптә уҡый, өлкән ҡыҙым Динараға 18 йәш, ул Өфө фән һәм технологиялар университетында белем ала. Динара уҡып ҡына ҡалмай, мин махсус хәрби операцияға юлланғандан алып үҙебеҙҙең кеүек һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү өсөн ирекмәндәр рәтенә баҫҡан. Ҡалабыҙҙа мәктәпте “алтын миҙал”ға тамамлап, ҡытай, инглиз телдәрен өйрәнергә булды. Ҡатыным Лилиә “Полимерпласт” компанияһында баш бухгалтер булып эшләй. Доброволец булып яҙылырға теләгем тураһында ҡатыныма хәбәр иткәс, ауыр ҡабул итте, әлбиттә, ебәргеһе килмәне. Шулай ҙа мине аңланы.

– Хеҙмәткә әҙер инегеҙме, махсус хәрби операцияға табан юлығыҙ нисек башланып китте?

– Унда ваҡиғалар тиҙ үрелеп барҙы. Документтарҙы ҡабул итеү комиссияһына август аҙағында тапшырһам, икенсе сентябрҙә мин алғы һыҙыҡта инем. Тимер юл хеҙмәте – ул үҙенә күрә бер ғәскәр, уның сафында булыу үҙе бер яуаплы хеҙмәт, шуға ла әҙер инем. Һамар тимер юл дәүләт университетын тамамлағанымды, юғары белемле булыуым һәм етәкселек эшен алып барыуымды иҫәпкә алып, офицер дәрәжәһен бирҙеләр, дүрт көн эсендә мин лейтенант званиеһындағы һалдатҡа әйләндем.

– Ә фронт һыҙығын үтеп сыҡҡас, ғаилә менән аралашыу нисек булды? Шылтыратыуҙарҙы зарығып көткәндәрҙер.

– Әлбиттә, аралашыу етмәй, иркенләп һөйләшеп ултырып булмай унда. “Мин иҫән-һау, барыһы ла яҡшы” тип ҡош телендәй генә хәбәр яҙып ебәрһәң дә яҡшы тип уйлайым. Телефон тотһа, рөхсәт булһа, шылтырата һалабыҙ, интернет булһа «телеграм» аша яҙышып та алабыҙ. Хеҙмәт иткән урынға ҡарай инде.

– “Башҡортостан” полкында күп балалы ғаилә башлыҡтары бармы тағы?
– Бар әлбиттә, ундайҙар күп. Үҙемдең өс бала булһа, унда дүрт, биш балаһы булған егеттәр күп. Һәр атай кеше үҙ ғаиләһе өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисергәндәй, үҙ республикаһы, үҙ иле өсөн яуаплы булып хеҙмәт итә улар. Хәүефле тиһәләр ҙә, беҙ иҫән-һау, еңеү менән ҡайтсағыбыҙҙы белеп, үҙ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ!


Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: