Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ДЕПУТАТ ХАЛЫҠ АРАҺЫНДА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!" - ти Ратмир Фәхриев

Ҡала Советында ике тиҫтә самаһы депутат халыҡ мәнфәғәтен яҡлай. Улар араһында иң әүҙемдәрҙе айырып атағанда, тәү сиратта тел осона "Уралстройгрупп" компания етәксеһе, булдыҡлы төҙөүсе Ратмир Фәхриев килә. Әлбиттә, бөгөн уның уңышлы эшмәкәрлек алып барғаны өсөн (генә) телгә алмайбыҙ. Ратмир Камил улы депутат булараҡ ҡала халҡына етди һәм йыш ярҙам итә, ҡала үҫешендә шәхси өлөшөн индерә. Ниндәй социаль өлкәне генә алма, һәр йүнәлештә уның менән бәйле бай миҫал килтерергә була. Бөгөн "һөнәри байрамы" уңайынан Ратмир Фәхриев хаҡында бер кәлимә һүҙебеҙ.


Башта уҡ шуны билдәләп китеү урынлылыр: Ратмир Камил улының халыҡ араһында йыш булыуы, уның "тын алышын" һиҙеүе үҙенең дә ябай ғаиләнән булыуынан киләлер. Әсәһе Йәмилә ябай ашнаҡсы, аҙаҡ клуб мөдире, ауыл старостаһы, депутат булһа, атаһы Камил - төҙөүсе. Әммә ошо ябай ғына ғаилә тыуған ауылдары, яҡташтары өсөн башҡарған эштәре бихисап. Ошоларҙы үҙенә һеңдереп, үҙ иңендә күтәреп үҫә лә инде буласаҡ депутат. Хәҙер иһә ошо халыҡ өсөн йәшәү, тыуған ер өсөн йәшәү мәғәнәһен үҙенең өс балаһына ла һала. Әйткәндәй, ул төҙөлөш компанияһын да мәрхүм атаһы менән бергәләп бушлай, үҫтерә.
Ҡала депутаты булараҡ башҡарған эштәренә килгәндә, һуңғы бер нисә миҫалға ла туҡтап үтеү күпте һөйләй.

 Күптән түгел Саккко Ванцетти урамы, 67-се йортта урынлашҡан сәләмәтлектәре сикле балалар шөғөлләнгән  «Саф аҡыл балҡышы» энклюзив  үҙәгенә «УралСтройГрупп» компанияһы һиҙелерлек ярҙам итте.

«Беҙҙең эш-Башҡортостанда йәшәүселәргә уңайлы йәшәргә ярҙам итеү. Ярҙамыбыҙҙың бик мөһим һәм файҙалы булыуына бик шатбыҙ. Ҡыйыҡҡа капиталь ремонт үткәрелелде, шулай уҡ фасадты йылытыу һәм  металл конструкциялар монтажлау буйынса эштәр башҡарылды. Балалар үҙәге сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ булырға тейеш»  ти компания етәксеһе Радмир Фәхриев . Уның компанияһы бинаға бер миллион һумға ремонт эштәрен башҡарҙы. Бынан тыш "Орлан" хоккей командаһына даими бағыусылыҡ күрһәтә. Ратмир Камил улы ярҙамы менән ҡалабыҙҙың йәш хоккейсылары ярыштарға йөрөй.

-Ҡала халҡының проблемалары һәм ихтыяждары тураһында беренсе ауыҙҙан ишетеү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү – минең бөгөн 2 - се китапхана базаһында үткәрелгән «Көнбайыш» биҫтәһендәге күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр менән осрашыуымдың маҡсаты., - тине ул яңыраҡ халыҡ менән осрашҡанда . Күп кенә осраҡта халыҡты  төҙөкләндереү, торлаҡ -коммуналь хужалыҡ  системаһы, дөйөм йорт мөлкәтен комплекслы капиталь ремонтлау программаһы менән бәйле мәсьәләләр борсой. Осрашыу  ваҡытында беҙҙең ҡала халҡы менән йәнле, әүҙем,  ышаныслы бәйләнеш булдырыла. Бер нисә мәсьәләне  ул үҙе контролдә тота.


Ратмир Фәхриевтың әүҙемлеге төрлө кимәлдә юғары баһалана - хәҙер ул РФ Федерация Советы янында эшмәкәрлек иткән Йәштәр палатаһы ағзаһы ла. Даими Мәскәүгә йөрөй, төрлө командировкаларға сыға, шул иҫәптән Йәштәр палатаһы составында Донбаска ла барып ҡайтты. «Ватан» хәрби - патриотик берекмәһе базаһында «Ҡояшлы» биҫтәһендәге күп фатирлы йорттарҙың битараф булмаған халҡы менән берлектә үҙебеҙҙең мобилизацияланған яугирҙарыбыҙға үткәреү зонаһына гуманитар ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр менән  дә осрашты ул. Шулай уҡ  БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Мережко С. Н., Герасимова Ю. Н., ҡала округы Советы депутаттары, «Берҙәм Рәсәй» оборона министрлығының башҡарма секретары Л. Ф. Бикмәтова менән берлектә активистар һәм Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттары һәм педагогтары ярҙамында Масленица аҙналығын байрам итеүҙә ҡатнашты.

 -Мин үҙем 2006 йылда тамамлаған колледж коллективы һәм студенттары алдында сығыш яһау бик күңелле булды. Был колледж стеналарында һалынған белемдең нигеҙе минең киләсәк һөнәрем һәм ҡаҙаныштарым өсөн нигеҙ булып тора, - тине Радмир Фәхриев. - Байрамда бөтәһен дә масленицаның төп символы – ҡоймаҡтар менән һыйлайҙар! Күп уйындар, конкурстар, йырҙар һәм бейеүҙәр була. Байрамды беҙгә килгән эш мәсьәләләрен хәл итеү менән дә берләштерҙек»

Ысынлап та  компания ҡатнашлығындағы саралар  мауыҡтырғыс һәм күңелле үтә. Бынан тыш Радмир Камил улы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Анатолий Семенович Секретовтың ҡатыны менән нисек осрашыуы тураһында ҙур булмаған видеояҙма һалды. «Тағы бер тапҡыр ҡабатлайым, Анатолий Семенович  - беҙҙең заман Геройы! Уның тормошо төрлө төҫтәр менән һуғарылған, һәм бөтә мәлдәренә ҡарамаҫтан, ул тормошҡа оптимизм менән ҡарай .Анатолий Семеновичтан өйрәнерлек нәмәләр бар!» тип хәбәр итә ул үҙенең сәхифәһендә.

- Депутат һәр саҡ халыҡ араһында булырға тейеш! - ти үҙе Ратмир Камил улы һәр саҡ был инаныуына тоғро ҡала.

Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

Фото Р. Фәхриевтың социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенән алынды.
Һүрәттә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Анатолий Секретов ғаиләһе менән осрашыу мәлендә.

 

ДЕПУТАТ ХАЛЫҠ АРАҺЫНДА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!" - ти Ратмир Фәхриев
ДЕПУТАТ ХАЛЫҠ АРАҺЫНДА БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ!" - ти Ратмир Фәхриев
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: