Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“АТАЙЫМ ЙӨРӨТКӘН ТРОЛЛЕЙБУСТА ТУҠТАЛЫШТЫ ИҒЛАН ИТӘ ИНЕМ...”

         Андрей Паничев идаралыҡ тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында Троллейбус хәрәкәтен асыу донъя масштабындағы ваҡиға булмаһа ла, ҡала кимәлендә тиҙлек һәм химия производствоһының оптималь транспорт бәйләнеше өлкәһендә ҡеүәтле алға китеш булып тора заманында.  Бөгөн Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы – ҡаланың иң ҙур ташыусыһы: 12 троллейбус һәм 4 автобус маршруты буйынса предприятие халыҡтың 38 процентын – көн һайын яҡынса 40 мең самаһы кешене йөрөтә. Троллейбустарҙа йылына 13 миллион пассажир йөрөй. Беренсе троллейбус линияға 5.26 сәғәттә сыға, һуңғыһы төнгө берҙә депога  инә. Стәрлетамаҡ  троллейбус идаралығында идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарыусы Андрей Паничев менән предприятиеның бөгөнгө ысынбарлығы, троллейбуссылар миссияһы һәм лайыҡлы эш урындары тураһында һөйләшәбеҙ.  

Стәрлетамаҡ – троллейбус ҡалаһы

Андрей Владимирович, әйтегеҙ әле, ни өсөн хәҙерге Стәрлетамаҡта  электр транспортын үҫтереү  мөһим?

– Тәү сиратта, уның экологик яҡтан таҙа булыуы көнүҙәк. Сәнәғәт зонаһының ҡаланың торлаҡ райондарына яҡынлығын иҫәпкә алып, экологик йөкләмәне экологик транспорт иҫәбенә кәметергә мөмкин. Ҡалаға троллейбустар кәрәклегенең тағы бер сәбәбе – урам-юл селтәрен һөҙөмтәле файҙаланыу: бер үк юл участкаһында троллейбус бәләкәй класлы автобустарға ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк пассажир ташый.  Киләһе мөһим момент: халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереүҙең социаль стандарттарын үтәп, беҙ уңайлылыҡ, шул иҫәптән аҙ хәрәкәтсән төркөмдәр өсөн, сағыштырмаса түбән юл хаҡы, график буйынса даими ташыу, ышаныслылыҡ һәм уңайлылыҡ тәьмин итәбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, троллейбус – легаль транспорт, шуға күрә предприятие йыл һайын бюджетка һәм бюджеттан тыш өлкәләргә 100 миллион һум самаһы аҡса күсерә.

– Һеҙҙең предприятиеның  киләсәген нисек күрәһегеҙ ?

 – Стәрлетамаҡ – троллейбус ҡалаһы һәм беҙ ошо йүнәлештә үҫешеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Хакимиәт беҙҙе бөтә башланғыстарҙа ла хуплай. Беҙ “Йәмәғәт транспортын үҫтереү” федераль программаһында (“Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектының бер өлөшө) һәм троллейбус паркын яңыртыу мөмкинлеген биргән башҡа программаларҙа ҡатнашыуға документтар тапшырабыҙ. Идаралыҡ, “Башгид” компанияһы менән берлектә, Стәрлетамаҡта сәнәғәт туризмын үҫтерә: аҙна һайын беҙҙә уҡыусылар һәм өлкәндәр өсөн экскурсиялар үткәрелә, беҙгә республика халҡы ғына түгел, Һамарҙан, Санкт-Петербург һәм Мәскәүҙән ҡунаҡтар ҙа килә. Йыл һайын беҙгә 10 меңдән ашыу кеше килә. Беҙҙең экскурсия троллейбусын беләләр һәм яраталар: предприятие буйлап экскурсиянан һуң ҡунаҡтарҙы Стәрлетамаҡ буйлап маршрут көтә, унда улар уның тарихындағы иң ҡыҙыҡлы биттәр менән таныша.

Кешеләр троллейбустар транспортын һайлай: бигерәк тә уларға пенсионерҙар, уҡыусылар, студенттар, коляскалы әсәйҙәр мохтаж…

 

100 мең һум эш хаҡы

– Троллейбусты кемдәр йөрөтә?

– Беҙҙең предприятиела  алтын ҡуллы кешеләр, профессионалдар эшләй: транспорттың туҙған булыуына ҡарамаҫтан, эшселәр улар өҫтөндә шул тиклем күңел һалып эшләй: троллейбустар депонан яңы  булып сыға. Хатта 1992 йылда сығарылған иң оло йәштәге троллейбус та кешеләрҙе уңайлы һәм хәүефһеҙ йөрөтә. Беҙ ҡаланы берләштерәбеҙ: беҙҙең маршруттар хатта айырым кешеләр йөрөмәгән урындарға ла бара. Троллейбустарҙа етем балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың  балалары бушлай йөрөй, ә яҡындары махсус хәрби операцияла булған предприятие хеҙмәткәрҙәренә махсус ярҙам күрһәтәбеҙ.

– Һеҙҙә эшләүселәр нигеҙҙә  ҡайҙа уҡыйҙар, ниндәй шарттарҙа  эшләйҙәр,  күпме эш хаҡы алалар?

– 2022  йылдың апрелендә беҙҙең идаралыҡ транспорт саралары водителдәрен профессиональ уҡытыу хоҡуғына лицензия ала, хәҙер водителдәрҙе предприятиела стажы һәм ҙур эш тәжрибәһе булған педагогтар уҡыта. Предприятиела хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу өсөн  үткән көҙҙә көнкүреш биналарын, душ булмәләрен, цехтарҙы ремонтланыҡ. Был йүнәлештә эште дауам итәсәкбеҙ. Ҡала хакимиәте ярҙамында эш хаҡтарын 25 процентҡа арттыра алдыҡ. Шул айҡанлы эштән китергә теләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең кадрҙар ағымын туҡтата алдыҡ. Бөгөн Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында уртаса эш хаҡы 38 мең һум самаһы тәшкил итә. Ә кондукторһыҙ троллейбус водителдәренең эш хаҡтары 100 мең һум тирәһе. Предприятие хеҙмәт династиялары һәм үҙ эшенең ысын профессиналдары менән дан тота. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең  ҡәҙерле булыуын һәм беҙгә ысынлап та кәрәкле булыуҙарын тоя. Берҙәм һәм татыу коллетивыбыҙға рәхим итегеҙ.

 

Был транспорт төрө – үҙе тарих һымаҡ

– Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығында эшләү үҙегеҙ өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә?

– ...Атайым троллейбус водителе булып эшләне, мине үҙе менән маршрутҡа ала торғайны. Хәтеремдә, һуңғы станцияларҙа мин кабинаға ултырып руль әйләндерә һәм микрофонға туҡталыш исемдәрен әйтә инем. Әле үҙемдең улымды ла троллейбусҡа ултыртып, ҡалабыҙҙың матур урындары менән таныштырам.

2023 йылдың авгусынан мин идаралыҡ начальнигы вазифаһын башҡарам. Был ҙур яуаплылыҡ: беҙҙең төп бурысыбыҙ – сифатлы ташыуҙы тәьмин итеү. Ошо бурысымды татыу һәм тырыш коллектив менән бөтә көсөмдө һалып атҡарырға тырышам.

– “Кеше йыһанға тәүге тапҡыр юлланған йыл Стәрлетамаҡ өсөн икеләтә әһәмиәтле була: 1961 йылдың февраленән ҡала халҡы  яңы транспорт төрө – троллейбус менән файҙалана башлай” тип яҙып сыҡҡайны коллегабыҙ Екатерина Яковлева. Ысынлап та, был дата Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы өсөн дә, ҡалабыҙ өсөн  мөһим тарихи әһәмиәткә эйә. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Коллективығыҙға, ҡала халҡына байрам уңайынан әйтер теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.

– Троллейбус – ул ҡалабыҙҙың айырылғыһыҙ бер өлөшө, тарихы. Ул Стәрлетамағыбыҙҙың хеҙмәт кешеләре менән тығыҙ үрелгән. Заманында ошо транспортта күпме кеше танышҡан, аҙаҡ ғаилә ҡорған. Күмпе ябай кеше ҡыуанып эшкә бара, ашығып өйөнә ҡайта. Ошо тиклем хеҙмәт башҡарған (кеше йөрөткән) коллегаларыма, бөтә ҡала халҡына хеҙмәттең, тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәклеген тағы бер ҡабат иҫкә төшөрөп үткем килә. Байрам менән!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

“АТАЙЫМ ЙӨРӨТКӘН ТРОЛЛЕЙБУСТА ТУҠТАЛЫШТЫ ИҒЛАН ИТӘ ИНЕМ...”
“АТАЙЫМ ЙӨРӨТКӘН ТРОЛЛЕЙБУСТА ТУҠТАЛЫШТЫ ИҒЛАН ИТӘ ИНЕМ...”
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: