Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хаҡлы ялда булһа ла сафта ул

Ҡала коммуналь хеҙмәте егеттәре эшенә тоғро икәнен Стәрлетамаҡ ҡалаһының Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәренең, эшселәренең хеҙмәтенән күреп була.

Шуларҙың береһе - Федоровка районының Балыҡлы ауылында тыуып үҫкән Наил Миңлеғәле улы Әбдрәхимов Алыҫ Көнсығышта моряк булып хеҙмәт юлы үтә. Ул саҡта иң сәләмәт егеттәрҙе генә морфлотҡа алғандары хәтергә һеңеп ҡалған. Ни тиһәк тә, беҙ совет заманында күршеләрҙе, класташтарҙы армияға күмәкләп байрам, уйын-көлкө ойоштороп оҙатҡан ҡыҙҙар бит.

Армиянан водитель һөнәрен үҙләштергән Наил Балыҡлынан Федоровкаға йөрөп “Ашығыс ярҙам” машинаһында эшләй. Бергә шәфҡәт туташы булып эшләгән үҙенең икенсе яртыһын, мөхәббәтен шунда таба ул. Йәштәр Юрматы совхозында йәшәйҙәр, аҙаҡ берҙән-бер балаһына, мәктәп тамамлағандан һуң, уҡырға инергә ваҡыт еткәс, 2005 йылда Стәрлетамаҡҡа килеп төпләнәләр. Ошо ваҡыттан алып хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Наил Миңлеғәле улы юл-төҙөкләндереү идаралығында водитель булып эшләй. Ә инде хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң алдынғы хеҙмәткәрҙе йыш ҡына ваҡытлыса эшкә саҡырып алып торалар. Әлеге ваҡытта бына алты йыл инде ул бында хисапсы, йәғни һыу ташыған машиналарҙың иҫәбен, тултырған һыуҙың күләмен иҫәпләп, яҙып тора.

Стәрлетамаҡ ҡалаһына көнөнә 400 кубометр китә икән. Беҙҙең 1 Май алдынан килеүебеҙҙе белгәс, Наил ағай алыҫта ҡалған бала сағындағы тантаналарҙы ла иҫкә төшөрҙө. Советтар Союзында бала саҡтары, йәшлектәре үткән быуын ул байрамдарҙың күркәмлеген дә, мәртәбәһен дә онотмай әле. “Байрам әле лә дауам итә ул, тик уның калориты ғына башҡасараҡ”, – ти Наил Әбдрәхимов.

Наил Миңлеғәле улы һымаҡ хеҙмәт кешеләре барҙа таҙалыҡ та, матурлыҡ та китмәҫ әле Стәрлетамаҡ йөҙөнән!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотолары.

Хаҡлы ялда булһа ла сафта ул
Хаҡлы ялда булһа ла сафта ул
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: