Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кеше ҡайҙа ла үҙенә юл яра

Яҙ етеү менән  ҡалабыҙҙы йәмләгән күренештәр күҙгә һалына бара. Был осорҙа бигерәк Стәрлетамаҡ ҡалаһының Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәренең, эшселәренең хеҙмәте иғтибарға лайыҡ тиһәм, һис арттырыу булмаҫ

Май байрамы алдынан беҙгә бында эшләүсе хеҙмәт уңғандары менән аралашыу форсаты тейҙе. Шуларҙың береһе – Наил Миңлеғаян улы Кәримов, ул тиҫтә йылға яҡын бында дежур механик булып эшләй.

Нәҫел тамырҙары уның әсәһе яҡлап Татарстанға, атаһы яҡлап Ишембай районы Түбәнге Әрметкә барып тоташа. Ата-әсәһе Үзбәкстанда йәшәп, донъялар боҙолоп киткәс, Стәрлетамаҡҡа төпләнгәндә Наил мәктәпкә барырлыҡ йәштә була инде. Атаһы ғүмер буйы ЮХХДИ хеҙмәткәре булғанғалыр инде, улы ла төҙөлөш техникумында уҡып армияға алынғас, тормошта атаһы һуҡмағынан китеп, хәрби юлды һайлай. Байкал аръяғы, Төркиәлә, Волга буйы хәрби округтарында һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссариатында 23 йыл хеҙмәт итеп, отставкаға взвод командиры, өлкән прапорщик булараҡ сыға.

Ә бына 2015 йылдан алып әлеге идаралыҡта дежур механик йөгөн тарта.  Хеҙмәт үҙенсәлектәренә  килгәндә, эше уның контроль үткәреүҙән тора. Йәки көн дә автомобиль, трактор техникаһына рейс алдынан күҙәтеү яһай. Линияла булғанда транспорттың ҡайһы урамда йөрөүенә ҡарап, юл-транспорт ваҡиғаһы юҡмы-бармы икәнлегендә дә күҙ уңынан сығармаҫҡа тейеш.

...Әлбиттә, тормош эш менән генә сикләнмәй. Элекке хәрби хеҙмәттәштәре менән осрашып торалар. Ауға һәм балыҡ тоторға бергәләп йөрөргә яраталар. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтергәндәр. Улары өләсәйҙәре нәҫеленә тартып, сәнғәт юлынан киткәндәр. Әйткәндәй, үҙенең бер туған һеңлеләре лә тормошта белемдең иң юғары үрҙәренә ынтылып,  Наиләһе дирижерлыҡ буйынса фән кандидаты, ә төпсөктәре Нурия Мәскәүҙә Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итә икән. Әлбиттә, балаларына шундай матур тәрбиә биргән ата-әсәләренә рәхмәт.

Заманында спорттың самбо төрө менән шөғөлләнгән, Совет Армияһында ҙур тәжрибә үткән уҙаман – Наил Миңлеғаян улы Кәримовтың  йәш быуынға ла, замандаштарына әйтер һүҙе  бар.  Ул да булһа, спорт менән дуҫ булығыҙ тигән теләк ул.  Бөгөн был теләк айырыуса илебеҙҙе һаҡлаусы егеттәргә, буласаҡ хәрбиҙәргә  ҡағыла. Донъялар тыныс булһын…

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Кеше ҡайҙа ла үҙенә юл яра
Кеше ҡайҙа ла үҙенә юл яра
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: