Ишембай районы Биксән ауылында тыуып үҫкән Илфир Ишбулды улы 4 кенә йәшендә атайһыҙ ҡала. Әсәһе ҡулында береһенән-береһе бәләкәйерәк булған 4 баланың өлкәненә – 12, бәләкәйенә ни бары 2 йәш була. Өс тиҫтәне яңы ғына тултырған тол ҡатын бөтә ғүмерен балаларын тәрбиәләүгә, уларҙы кеше итеүгә бағышлай. “Был донъяла рәхмәттәремдең иң ҙуры – әсәйемә, ул беҙгә Әсәй ҙә, Атай ҙа булды”, – тип һүҙ башланы Илфир.
Бала саҡта уҡ тормоштоң әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәһендә татыған Илфирҙы тыңлағанда ошо быуындары ла нығынып етмәгән балаларҙың мәктәптән ҡайтҡас мал ҡарауҙарын, һыу ташыуҙарын, утын ярыуҙарын күҙ алдына баҫтырғанда, тормош һынауҙары бик сыныҡтырғандыр тигән уйға киләһең. Әйткәндәй, ул, колхоз эштәренән тыш, мәктәптә уҡыған сағында уҡ комбайнер ярҙамсыһы, комбайнер була. Урланған бала саҡтарына ҡарамай, барыһы ла кеше булғандар бит. Бөгөн иһә үҙ балаларын үҫтереп, аяғында тыҡ торған Илфир, әйткәндәй, әсәһенең 75 йәшенә бик ҙур бүләк әҙерләй. Биксәндә ике ҡатлы йорт һалған, бер көнлөк кенә эш түгел, әлбиттә. Тик ул был эште фәҡәт әсәһенең юбилейына тамамларға уйлай.
Ә бына уның артист булып китеүенең шишмә башында беренсе тапҡыр 6 йәшендә ауыл клубында “Батырҙар йыры”н башҡарыуы тора. Ул саҡтағы тулы залды, ауылдаштарының алҡыштарға күмеүен – сәнғәткә тәүге тупһаһы тип иҫәпләй Илфир. Ә инде артабан сәхнәгә һөйөү уятҡан кешеһе – уҡытыусыһы Әнүәр Хөрмәт улы Ниғмәтуллин була. Ул балаларҙы ҡурайҙа, мандолинала, ҡумыҙҙа, гармунда уйнарға өйрәткән. Башҡортостанда ҡурайсы ҡыҙҙар ансамбле лә барлыҡҡа килә ул йылдарҙа. Бынан тыш, “Һәләүек” фольклор ансамблен төҙөп, Ишембайҙа, Өфөлә йыш сығыш яһай улар, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, матур урындар яулайҙар. Шулай уҡ Йылайырҙа данлыҡлы ҡурайсы Ишмулла Дилмөхәмәтов көндәрендә лә еңеүселәр рәтендә булалар.
Әйткәндәй, ул йылдарҙа Илфир спорт менән ныҡлы дуҫ була. Физкультура техникумына барырға тигән теләк менән янып йәшәй. Тик уҡытыусыһы сәнғәткә һөйөүҙе артабан үҫтерә генә, ҡайҙандыр Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына һайлау туры хаҡында иғлан табып килтерә. Илфир был һынауҙы уңышлы үтә. Ә икенсе турға Өфөгә юллана. Бында килгән 30 кешенән 3 кенә кеше тороп ҡала. Илфирҙан башҡа Стәрлебаш егете Алик Асҡаров, Асҡын ҡыҙы Риза Фәхрисламова. Әле Риза Фәхрисламова – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, “Нур” татар театрында эшләй. Был Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ойошторған беренсе махсус курстар була. Әйткәндәй, Өфө сәнғәт институтында 1-се курста 24 кеше уҡыһа, һуңғы курста ни бары 11 студент ҡала. Уҡыу йортон уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡҡа килеү менән ышанып тапшырған беренсе төп роле – Туфан Миңнуллиндың “Диләфрүздең дүрт кейәүе”ндә Йәмил роле була. Быны 2000 йылда сәхнәгә сығаралар. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһенә ҡайтанан ҡуйылған был спектаклдә ул хәҙер Исмәғилде уйнай. Элекке ролен дә, әлегеһен дә берҙәй яратып, ихласлап, оҫта итеп башҡара. Һәр роль актер өсөн үҙенсә ҡиммәт шул. “Оҡшамаған ролдәр булмай, уны “үҙеңдеке” итергә кәрәк. Күңелеңде, йөрәгеңде биреп уйнаған ролдәрҙе яратмау мөмкин түгел. Мин кире образдарымды ла яратып башҡарам, шуға күрә улары ла миңә бик ҡәҙерле” – ти Илфир. “Беҙҙең иң ҙур тәнҡитсебеҙ – тамашасы”, – тип тә өҫтәй ул.
Әйткәндәй, 2008 йылда “Туғанлыҡ” фестивалендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында уны Урал батыр ролен уйнарға саҡыралар. Урал батырҙы сәхнәлә уйнаусы тәүге актер булыуы һәм ошо айҡанлы ҙур яуаплылҡ та, ғорурлыҡ та булыуын йылдар үткәс кенә аңлай. Сөнки был роль фестивалдең “визит сығышына” торошло роль була.
Шулай уҡ, Илфир Ишбулды улының йондоҙло сәғәттәре фәҡәт ошо йылдарға тап килә. Ул аҙнаһына ике тапҡыр самолетта осоп Санкт-Петербургта төшөрөлгән “Ментовские войны” киноһында “подполковник Абушахманов” ролен уңышлы башҡара. Әлбиттә, кино менән театр араһында айырма етерлек. Актерҙан ҙур оҫталыҡ талап иткән ике сәнғәт төрө тураһында Илфир сәғәттәр буйы һөйләй ала. Иң мөһиме, һығымта яһап, ул артабанғы фекерҙе әйтә:
– Артист булыу һәр кемдең дә ҡулынан килмәй. Бары тик күңел биреп башҡарған ролдәреңдән ҡәнәғәтлек тойғолары кисергәндә генә үҙеңде бәхетле тояһың! – ти актер.
Ысынлап та, осраҡлы кешәләр театрҙа түҙмәй. Иң мөһиме, әңгәмәсем әйтмешләй, артистың һәр саҡ эске гармонияһы булыу зарур. Режиссер ниндәй роль бирһә – шул ролде тамашасы күңеленә барып етерлек итеп башҡарырға кәрәк. Уңышлы барып сыҡҡан эште тамашасыларҙың алҡыштарынан аңларға була. Әйтергә кәрәк, беҙҙең геройыбыҙҙың спектаклдәре һәр саҡ алҡыштарға күмелеп үтә...
Илфир менән һөйләшкән ваҡытта беҙҙең Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрының байтаҡ талантлы актерҙарҙы юғалтыуын да уратып үтеп булманы.
– Ысынлап та, театр күп юғалтыуҙар кисерҙе, миңә Әсҡәт Йәнбәков, Флорид Бакиров, Илдар Сафин, Фәһим Әхмәтйәнов, Азамат Хәлиловтар менән сәхнәлә уйнау бәхете тейҙе. Уларҙың юҡлығы ифрат та ныҡ һиҙелә, ошо юғалтыуҙар әле булһа йөрәкте әрнетеп тора, улар минең остаздарым да ине, – ти Илфир Ишбулды улы.
– Әгәр һин сәнғәткә бер килеп эләктең икән, унан ысҡыныу мөмкин түгел – ул һине үҙенеке итә! – тип тамамланы һүҙен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфир Баймырҙин. Бының фәҡәт шулай булыуы уның булмышында ла, сәхнәгә сығарған ролдәрендә лә сағыла. Артабан да ошо тәҡдиренә тоғро булып, туған театрына, тамашасыһына хеҙмәт итергә яҙһын уға!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото артистың шәхси архивынан алынды.