Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Барыбер ошо һөнәремде һайлар инем

Ҡала дауаханыһының 2-се поликлиникаһы... Кабинеттарҙың береһендә табиптың исем-шәрифтәре эргәһендә “инфекционист” тигән яҙма иғтибарымды йәлеп итте.  Мин был табип һәм уның һөнәр үҙенсәлеге менән яҡынданыраҡ танышырға булдым. Әле ул бында терапевт булып эшләй.

 Илгиз Хәсән улы Әхмәтов сығышы буйынса Илеш районы Тажи ауылында фельдшер менән уҡытыусы ғаиләһендә тыуып үҫкән. Ғаиләләге дүрт баланың барыһы ла медицина юлын һайлаған. Разия апайҙары Дүртөйлөлә санитар табип-эпидемиолог булып оҙаҡ йылдар эшләгәндән һуң хаҡлы ялда. Илдус ҡустылары Нефтекамск ҡалаһында суд-медицина эксперты. Ә бына Дүртөйлөлә гинеколог булып эшләгән кесе һеңлеләре, үкенескә ҡаршы, 27 йәш кенә сағында сирләп вафат  булған.

Илгиз  Хәсән улы мәктәптә уҡығанда гармунда, баянда уйнаған, уҡытыусылары ойошторған спектаклдәрҙә ҡатнашҡан. Уның хатта сәнғәт юлына барырға мөмкинсеге лә булған, тик әңгәмәсем медицина юлын һайлаған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Германияла танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән. Спорттың бокс һәм шахмат төрҙәре менән әүҙем шөғөлләнгән. Армиянан ҡайтҡас Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау бүлеген тамамлаған. Шул  йылдарҙа Салауат һәйкәле янында  йәштәр йыйылған урында буласаҡ тормош иптәше Дилә Фәрит ҡыҙын осратҡан. Уларҙың өйләнешеүҙәре лә ул заман өсөн ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан. Иҡтисад техникумын тамамлаған ҡыҙҙы йүнәлтмә буйынса Омск ҡалаһына ебәрергә булалар. Ә егете Ульяновскиҙа эшләргә тейеш.  Йәштәр, ҡыҙ  егетте ата-әсәһенә  күрһәтергә алып ҡайтҡан көндө үк,  ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, (23 февраль) өйҙәренә ауыл советы вәкилен саҡырып, мөнәсәбәттәрен рәсмиләштерәләр ҙә ҡуялар. Ә туйҙары һуңыраҡ була. Йәштәр Ульяновскиҙа 4 йыл эшләгәс, Йәрмәкәй районына ҡайта. Унда Илгиз Хәсән улы алты йыл баш табип булып эшләй. Аҙаҡ партия район комитетында  3 йыл идеология бүлеге мөдире була. Ә инде Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, ул 1991 йылдан алып 2019 йыға тиклем йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында эшләй. Әйткәндәй, Илгиз Хәсән улы артабан Ҡазанда, Силәбелә үҙ белемен төрлө йүнәлештәрҙә камиллаштыра. Шулай ҙа ғүмеренең күп өлөшө инфекционист була.

– Терапевтарҙан айырмалы булараҡ, инфекционист йоғошло ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү һәм үҫеше сәбәптәрен асыҡлауға, йәғни инфекцияны тулыһынса бөтөргәнгә тиклем йәки пациент ремиссияға сыҡҡанға тиклем диагностикалауға һәм дауалауға, организмға инфекцияның ҡабаттан үтеп инеү юлдарын асыҡлауға һәм блокировкалауға махсуслашҡан табип. Бер уйлаһаң, инфекцион ауырыуҙар шул тиклем күп, уларҙың ҡайһы берҙәре башҡа төр белгестәрҙең табиптары ҡарамағына эләгә, әммә дөйөм рәүештә беҙ бөтә инфекция сирҙәрен дә беләбеҙ, – тип аңлатып үтте әңгәмәсем.

Ғүмер буйы нефть институтының санаторий-профилакторийында бухгалтер булып эшләгән  тормош иптәше менән ике бала үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары Айгөл СДПИ тамамлаған, Илдар улдары – ӨДНУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын. Һәр ҡайһыһының үҙ эштәре бар. Дилә Фәрит ҡыҙы менән Илгиз Хәсән  улы бөгөн иһә  ике ейән һәм бер ейәнсәргә  олатай һәм өләсәй булғандар.

Ошо йылдың ғинуарында 73-сө ҡышын үткәргән Илгиз Хәсән улы әле лә сафта. Тик ошо арауыҡта  Дүртөйлөлә яңыраҡ 100 йәшен тултырған әсәһен ҡарар өсөн генә ике йыл һайлаған һөнәренән айырылып  торған.

Төп эшенән тыш, бөгөн ул наркология, физиотерапия, иглотерапия буйынса ла сирлеләрҙе ҡабул итә. Ҡалабыҙҙа уны 1-се поликлинакала  үҫмерҙәр терапевты, ә (элеккесә әйткәндә) СК поликлиникаһында инфекционист булып эшләгән йылдарынан да яҡшы беләләр. “Ғүмер юлын киренән башларға тура килһә лә, барыбер ошо һөнәремде һайлар инем”, – ти ул. Әле лә уның кабинетынан пациенттар өҙөлмәй. Сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырыу, дауалау юлында бары тик ыңғай һөҙөмтәләр генә булһын!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.

Барыбер ошо һөнәремде һайлар инем
Барыбер ошо һөнәремде һайлар инем
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: