Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

МӘЛДӘРҘЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРӘ ЛИЛИӘ

Яңыраҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ҡалабыҙҙың байтаҡ гүзәл заттарына, шул иҫәптән Ҡала мәҙәниәт һарайында 20 йыл видеооператор булып эшләгән Лилиә Зәйнетдиноваға ла ҡала хакимиәтенең Почет грамотаһы тапшырылды. Был уның байтаҡ йылдар буйы ҡала мәҙәниәтенә тоғро хеҙмәте өсөн баһа булып тора. Бөгөн һүҙ Лилиә Мәжит ҡыҙының үҙе хаҡында. Мәҙәниәтте һәм сәнғәтте кемдер йырлап, кемдер бейеп байыта, ә бына Лилиә ханым ошо тамашаларҙы мәңгеләштереп, йәки байрамдарға видеороликтар әҙерләп был өлкәне үҫтерә.  

Егерме йыллыҡ хеҙмәт

Лилиә юғары вазифа биләгән ғаиләлә тыуып үҫә. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай. Уның институт тамамлауына ла, Ҡала мәҙәниәт һарайында эшләүенә лә, ғаилә ҡороп йәшәүенә лә үткән йылда төгәл 20 йыл тулған.

Үҙенең видеограф булып ижади юлдан китеүен тормош иптәше, ҡалабыҙҙың милли мәҙәниәтенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән шәхес – йырсы, композитор Марат Зәйнетдиновтың йоғонтоһо тип иҫәпләй. Фәҡәт ире Мараттың ярҙамы менән Лилиә Зәйнетдинова 2003 йылда ҡала мәҙәниәт һарайына видеооператор вазифаһына эшкә ҡабул ителә. Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарында үҙен юғары кимәлдәге белгес булараҡ күрһәтә, үҙ һөнәрен бик ярата, эшлекле сифаттарға, эшкә һәләтлелеккә һәм яуаплылыҡҡа эйә. Репетиция һәм ҡуйыу процесы талап иткән осраҡта үҙен шәхси ваҡытын иҫәпкә алмаусы яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтә. Лилиә Мәжит ҡыҙы видеопрограммалар әҙерләгән бөтә саралар ҙа юғары кимәлдә үтә, Улар  мәҙәниәт һарайының ябай саралары, мәҫәлән, балалар өсөн күңел асыу саралары, коллективтарҙың отчет концерттары, шулай уҡ ҙур күләмле ҡала саралары Ҡала көнө, Еңеү көнө, Республика көнө, Ватанды һаҡлаусылар көнө, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө һәм  һуңғы йылдарҙа  республика, хатта халык-ара кимәлдәге сараларға ла үҙ өлөшөн индергән ул.

 

Ижади ҡараш

Лилиә Мәжит ҡыҙы эстетик зауығы, художестволы фантазияһы, импровизация һәм тиҙ ҡарарҙар ҡабул итеү оҫталығы менән айырылып тора. Ул профессиональ эрудицияға эйә һәм техник йәһәттән сайтты даими тулыландырырға, ижади табыштарҙы күҙәтергә һәм новаторлыҡ идеяларын ҡулланырға ынтыла. Лилиә Мәжит ҡыҙы Ҡала мәҙәниәт һарайының ижади коллективтарының, һарайҙың атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәренең юбилей көндәренә, шулай уҡ ҡала предприятиелары һәм учреждениеларының юбилейына бик күп видеофильмдар әҙерләгән. Видео төшөрөү һәм монтажлау технологияһына эйә, техник задание төҙөй, концепция эшләй һәм төшөрөү өсөн пландар төҙөй, яҡтылыҡ һәм яҡтылыҡ саралары менән эшләү күнекмәләренә һәм композиция һәм экспозиция нигеҙҙәренә эйә. Уның һәр видеояҙмаһына техник һәм ижади состав араһындағы нескәлектәрҙе тойоп эшләү, һәр концерт номерын биҙәү, солист йәки хореография коллективы булһынмы – уға күрһәтелгән материалдың драматургияһын аңлау һәм тапшырыу һәләте хас.

 

Бер-береһен тулыландырып

Әйткәндәй, улар Марат Йәүҙәт улы менән өйҙә лә, эштә лә бергә. Бер-береһен ижади йәһәттән дә тулыландыралар тиергә лә булалыр. Улдары Эмиль 1-се мәктәпте яҡшы тамамлап ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ҡарамағындағы колледждың икенсе курсында уҡый, әйткәндәй ул музыка мәктәбендә баян класын тамамлаған. Ә ҡыҙҙары Алһыуға 10 йәш, ул иһә ҡала мәҙәниәт һарайында бейеү менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, балалары балалар баҡсаһында булғанда ла, мәктәптә уҡығанда ла Зәйнетдиновтар һәр саҡ ҡулдарынан килгәнсә баҡса һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашып торалар. Әйткәндәй, ғаилә 2013 йылда йорт һалып ингән. Йорттары эргәһендә бай баҡсанан тыш бассейн да бар икән. Хыялдағы йорт шулай булырға тейештер ҙә ул. Әлбиттә ҡатындың бәхете, балаларҙың арҡалы булыуы – барыһы ла ғаилә башлығына бәйле. Был осраҡта Марат Зәйнетдиновтың булдыҡлы ир булыуы һоҡландыра. Ә инде Мараттың эргәһендә илһам сығанағы – Лилиәнең булыуы – яҙмыш бүләгелер, тим. Сөнки Лилиәнән килгән илаһи нур Мараттың ижади тормошонда ла сағыла бит.

 

Уның видеоһынан тыш бер сара ла үтмәй

Лилиә иһә егерме йыл эсендә  бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән бүләкләнгән. Коллективта ихтирам һәм абруй менән файҙалана. Әйткәндәй, уны йыш ҡына ҡала кимәлендә үткән видеографика конкурстарына жюри итеп тә йәлеп итәләр.

Беҙҙең Лилиә – намыҫлы һәм принципиаль, тиҙәр уның хаҡта хеҙмәттәштәре…

– Мәҙәниәт өлкәһе – ауыр,  мауыҡтырғыс, ижади һәм башкөллө эшкә бирелеүҙе талап итһә лә, уның төп маҡсаты булып – кешеләргә шатлыҡ бүләк итеү тора бит, – ти Лилиә Мәжит ҡыҙы һөнәре хаҡында. Әлбиттә, хәҙерге донъяны беҙ видео яҙмаларҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.  Шуға уның эше лә, үҙе лә яҡындарына ла, беҙгә – тамашасыларға ла ҡиммәт!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар ғаилә альбомынан алынды.

МӘЛДӘРҘЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРӘ ЛИЛИӘ
МӘЛДӘРҘЕ МӘҢГЕЛӘШТЕРӘ ЛИЛИӘ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: