Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“БӨТӘ СЕР – СТАНОКҠА ҺАҠСЫЛ ҠАРАШТА” йәки Машутиндарҙың хеҙмәт һәм ғаилә традициялары

Башҡортостанда, шул иҫәптән беҙҙең Стәрлетамаҡта ла дан ғаиләләр етерлек. Иң мөһиме, уларға һуңғы биш йылда ҙур иғтибар бирелә. “Республикабыҙ ҡаҙаныштарының нигеҙендә - һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, тәжрибәгеҙ, таланттарығыҙ, профессионализмығыҙ, уникаль компетенцияларығыҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙ - республиканың ғорурлығы. Һеҙгә йәш алмашсылар тиңләшә!, - тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт династияһы вәкилдәрен ҡотлағанда.

 Башҡорт сода компанияһында предприятиеға нигеҙ һалынғандан алып барлыҡҡа килгән династиялар байтаҡ. Шуларҙың береһе – Машутиндар ғаиләһе, уларҙың дөйөм хеҙмәт стажы 150 йылдан артып киткән!

Династияға нигеҙ һалыусы Иван Трофимович Машутин. 1956 йылда Иван Трофимович Сода ремонт-механика цехына токарь булып эшкә  килә, шулай уҡ һөнәрселек училищеһын (Хәҙерге Стәрлетамаҡ политехник колледжы) производствонан айырылмайынса тамамлай. Предприятиела Иван Трофимовичты юғары баһалайҙар, ул алдынғы токарь – күп станоксыларҙың береһе, производство новаторы, йәштәрҙең остазы тип һанала.  «Бөтә сер – станокҡа һаҡсыл ҡарашта”, – тип әйтергә ярата династияға нигеҙ һалыусы. Ул 2003 йылда хаҡлы ялға сыға. Хеҙмәттәре өсөн “Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ” ордены менән бүләкләнә, ул – “Халыҡтар дуҫлығы” ордены кавалеры  һәм “СССР-ҙың почетлы химигы”ла. Эшләү дәүерендә бик күп рационализаторлыҡ тәҡдимдәре индерә, уның башланғыстарын завод әле лә ҡуллана.

Улдары Александр  һәм Юрий – Иван Трофимовичтың хеҙмәт династияһын дауам итә.

– Бала саҡтан уҡ завод тураһында көн һайын ишеттек, шуға күрә ул саҡта уҡ “Сода” заводы – беҙҙең тормошобоҙҙоң бер өлөшө булды, – тиҙәр Иван Трофимовичтың улдары. – Атай-әсәйебеҙ  етештереү ҡаҙаныштары һәм пландары тураһында фекер алышты һәм ошо айҡанлы  предприятие  беҙҙең өсөн дә “үҙебеҙҙекегә” әйләнде.

Юрий Иванович 1980 йылда 48-се ГПТУ-ны тамамлағандан һуң, атаһы эшләгән Стәрлетамаҡ “Сода” производство берекмәһенең ремонт-механика цехында 4-се разрядлы токарь булып эшкә урынлаша. 1981 йылда Совет Армияһына саҡырылыу сайҡанлы эштән бушатыла. Армия хеҙмәтенән һуң предприятиеға ремонт-механика цехына 5-се разрядлы токарь булып ҡайта. Тиҙ арала квалификацияһын 6-сы разрядҡа тиклем күтәрә, әлеге ваҡытта ла уңышлы эшләй. Предприятие үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергәне, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр предприятиеның, РФ-һы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының, ҡала Советы президиумының Почет грамоталары менән бүләкләнә.

 Ә Александр Иванович 1976 йылда ремонт-механика цехына электр ҡорамалдарын ремонтлау буйынса электромонтер уҡыусыһы итеп ҡабул ителә. 1977 йылда уға электромонтер һөнәре бирелә. 1978 йылдан 1980 йылға тиклем Совет Армияһында хеҙмәт итә, унан һуң тыуған предприятиеһына ҡайта. Квалификацияһын өсөнсө разрядтан алтынсы разрядҡа тиклем күтәрә. Бер нисә тапҡыр “Иң яҡшы йәш эшсе” исемен ала һәм уға һәр саҡ Почет грамотаһы тапшырыла. 1988 йылда социалистик ярыш  еңеүсеһе тип таныла.  Александр Иванович 2018 йылда предприятиенан хаҡлы ялға китә. Александр Ивановичтың балалары  ла  Машутиндарҙың хеҙмәт династияһын дауам итә.

Александр Ивановичтың улы Алексей, РФ Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткәндән һуң, 2009 йылда “Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә слесарь-ремонтсы итеп ҡабул ителә. Производствонан айырылмайынса Разумовский исемендәге Мәскәү дәүләт университетында уҡый. Ҡыҙы Анна, 11 класты тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт нефть техник университетында инженер-технолог һөнәре буйынса юғары белем ала. Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң, Анна Машутиндарҙың яратҡан предприятиеһына һәм тап үҙенең  олатаһы эшләгән цехҡа бара. Бөгөнгө көндә Анна Александровна үҙенең цехының компетентлы әйҙәүсе инженеры, шишмә башында уның олатаһы Трофим Машутин тороуы менән ғорурлана ул. Алексей менән Анна әлеге көнгә тиклем уңышлы эшләй. Икеһе лә етештереү һөҙөмтәләре, профессиональ оҫталығы һәм хеҙмәттә юғары ҡаҙаныштары өсөн предприятиеның Почет грамоталары менән бүләкләнә. Алексейҙың  ҡатыны Лиана Робертовна предприятиеға 2008 йылда килә. Предприятиела хеҙмәт юлын ул кальцинирланған сода етештереүҙең 2-се карбонизация-дистилляция цехында кран машинисы булып башлай. “Бында мин тормош иптәшем менән осраштым, дуҫтар таптым, завод менән уның бөтә шатлыҡтарын һәм ауырлыҡтарын  бергә кисереп  йәшәйем”, – ти Лиана. Уларҙың ике улдары тыуа, Улар, һис шикһеҙ, Машутиндарҙың хеҙмәт династияһын дауам итеүселәр. Предприятиеға ғаилә тоғролоғо норма булараҡ ҡабул ителә, быуында-быуынға күсә бара. Династияның бөтә вәкилдәре лә Трофим Егорович һәм Иван Трофимовичты ҙур ихтирам менән иҫкә ала, сөнки тап улар балаларына, ейән-ейәнсәренә һәм бүләләренә эшкә, һөнәргә, предприятиеға һөйөү тәрбиәләгән бит!  Уларҙы дөрөҫ тәрбиәләү – Машутиндар ғаиләһенең бөтә ғаилә традицияларын һаҡлап ҡала.

– Ғаиләләребеҙ  менән бер өҫтәл артында осрашҡанда бер ваҡытта ла  күңелһеҙ булмай, өйҙә бешерелгән тәмле ризыҡтар менән сәй эскәндә  династияның аранан киткән вәкилдәре тураһында хәтирәләр беҙҙе берҙәм һәм көслөрәк итә. Беҙ хеҙмәт һөйөүсе вәкилдәребеҙ һәм лайыҡлы хеҙмәт ветерандарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ғаилә йолаларын онотмайбыҙ. Улар беҙгә ғаиләбеҙҙең йөрәге һәм йәне булған быуындар араһында бәйләнеште һаҡларға, тормошобоҙҙағы мөһим кешеләрҙе онотмаҫҡа, хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә ярҙам итә. Беҙҙең һымаҡ хеҙмәт кешеләренә, хеҙмәт династияларына иғтибар булыуы ҡыуандыра, республика, ҡала етәкселегенә ҙур рәхмәт! – ти Машутиндар.

Римма ҒӘЛИМОВА,

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

 

“БӨТӘ СЕР – СТАНОКҠА ҺАҠСЫЛ ҠАРАШТА” йәки Машутиндарҙың хеҙмәт һәм ғаилә традициялары
“БӨТӘ СЕР – СТАНОКҠА ҺАҠСЫЛ ҠАРАШТА” йәки Машутиндарҙың хеҙмәт һәм ғаилә традициялары
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: