Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ШИҒЫРҘАРҘЫ ЙӨРӘК ӨСӨН ЯҘАЛАР!..

Бөгөн ҡалабыҙҙа йәшәп ижад итеүсе танылған шағир, педагог, шулай уҡ, “Ашҡаҙар” гәзитен ете йыл етәкләгән замандашыбыҙ Әҡсән Нәсретдин улы ХӘЛИЛОВ 65 йәшлек күркәм юбилейын ҡаршылай. Ошо уңайҙан алдынан осрашып, уға бер нисә һорау бирергә форсат тейҙе.

Үткәндәрҙе уйлап…

– Быйыл шулай уҡ Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы ла үҙенең ҡырҡ йыллыҡ юбилейын билдәләй, ошо уңайҙан, юбилейығыҙ айҡанлы ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ? Үҙегеҙ “Ашҡаҙар” гәзитен етәкләгән йылдарҙа бер бинала яҙыусылар менән бергәләп эшләгән етәкселәрҙән кемдәр йөрәгегеҙҙең иң түрендә ҡалды? Уларҙы һеҙҙе шағир, педагог, шәхес булараҡ үҫештә ролдәре ҙур тип иҫләйһегеҙ йыш ҡына...

– Тәүге йылдарҙа Карл Маркс урамында яҙыусылар ойошмаһы менән бергәләп эшләгән ваҡытта Вил Ғүмәров (әҙәби псевдонимы Кәбир Ғүмәр) гәзит эше буйынса ла етди йүнәлеш биреп тора ине. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Вил ағай иҫ китмәле эшләне:  Башҡортостандың көньяҡ төбәгенән йәштәрҙе табып, ойошмаға Ейәнсуранан – Ғилман Ишкинин, Ғафуриҙан – Салауат Әбүзәров, шулай уҡ Стәрлебаштан, Күмертауҙан киләләр ине, хатта Стәрлебашҡа Салауат Рәхмәтулланы, Федоровкаға Хәмит Иргалинды командировкаға ебәргәне иҫтә. “Ашҡаҙар” гәзитенең башланғысында ла Вил Ғүмәров тора. Билдәле, тәүге һанды Фаяз Йомағужин менән бергә сығарғандар. Шуға уның хаҡында хәтер йәшәргә тейеш! Әлбиттә, 2000 йылға тиклем яҙыусылар ойошмаһы ҡарамағында булған гәзит хәҙер республика кимәлендәге предриятие нигеҙендә нәшер ителә, үҫешә, әммә, шуныһы үкенесле, гөрләп торған ойошма ғына юҡ ителде, бәлки ул да киләсәктә шулай уҡ республика ярҙамы менән кире нығыныр, был йәһәттән өмөттәр бар, сөнки Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙыусылар ижадына иғтибарлы ҡарашта.

 

Ижадын хаҡлыҡҡа яҡынайтыу юлын тапҡан

– Ижадығыҙға килгәндә, һеҙ, шиғыр китаптарығыҙ менән танылыуҙан тыш, социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эшләйҙегеҙ... Быға нимә этәрҙе, заман талабымы әллә күңел ҡушыуымы?

– Шағир-блогер булыр өсөн халҡыбыҙ һаны кәм тигәндә 4-5 миллионға етергә тейеш! Минең шиғырҙарым трибунанан йәки сәхнәнән уҡый торған шиғырҙар түгел. Әлбиттә, интернет селтәрендә үҙ ижадыңды күрһәтергә мөмкинлектәр етерлек хәҙер. Блогерлыҡҡа тотоноуым да үҙемдең шиғырҙың йөкмәткеһен уҡыусыға барып етһен өсөн башланған аҙым ине. Шиғырҙарҙы күңел өсөн һәм йөрәк өсөн яҙалар. Күңел өсөн яҙылғандары дөйөм темаларҙы  яҡтыртып сәхнәлә уҡыр өсөн, әйтәйек, тел, ер, һыу өсөн оран һалыу.  Шул шиғырҙарҙы бар кешеләр ҙә ҡабул итерлек булһа, тимәк улары – күңел шиғыры. Ә йөрәк шиғырҙарын   200 йылдан һуң тыуасаҡ кеше лә ҡабул итергә тейеш, 200 йыл элек йәшәгәндәр ҙә… Минең шиғырҙар башҡасараҡ яңғырай, әммә мәғәнәһе шул уҡ – йөрәк өсөн яҙылған!

 

Ижад һәм эшҡыуарлыҡ

– Белеүемсә, һеҙ ҡәләмегеҙ ял иткән арала бер нисә йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнәһегеҙ. Шулай уҡ, үҙегеҙҙең башҡа төр бизнесығыҙ ҙа бар...

– Умартаны күп тотҡас, балды һатырға кәрәк, аҡсаһын алырға, сығымдарын ҡайтарырға кәрәк бит инде. Халыҡҡа сығарып һатыу – ул үҙе үк батырлыҡ, сөнки беҙҙең халыҡ үҙе етештергәнде сығып һатырға ояла. Шуға бал һатыу – эшҡыуарлыҡҡа йүнәлеш тә булып торҙо.

Эшҡыуар өсөн иң мөһим шарт – башта үҙеңдең ниндәй йүнәлештә эш асырға тейешлегеңде билдәләү. Эштең йүнәлешен 70 процент белһәң – был эшең алға китәсәк тигән һүҙ, ныҡлы өйрәнергә генә кәрәк. Шуға эшҡыуарлыҡҡа тотонорға йәштәр ҡурҡмаһын ине. Хәҙер эште асыу – ябыуға ҡарағанда ла еңелерәк, ғариза тотоп бараһың да  эшләп тә китәһең, тигәндәй.

 

Ваҡыт ҡәҙерен белә

– Был яуаплы һәм егәрлелекте талап иткән эштән һуң ижадҡа ваҡыт ҡаламы?

– Ижадҡа ваҡытты һәр саҡ табырға була. Ә бына шул ижад емештәреңде халыҡҡа еткереү юлдары – ҡатмарлыраҡ. Бигерәк тә йәштәргә. Ижадсы егәрле һәм ныҡышмал булырға тейеш. Шунда ғына ниндәйҙер һөҙөмтәләргә ирешергә була. Йәштәр юлдарын урындағы яҙыусылар ойошмаларынан башларға тейеш тип уйлайым мин, тик уларҙың мөрәжәғәттәре генә “һауала аҫылынып ҡалырға” тейеш түгел... Барыбер йәштәргә тәүге аҙымдарын яһағанда кәңәшсе-остаздар кәрәк. Шуға йәмғиәттә остаз, уҡытыусы, тәрбиәсе һымаҡ төшөнсәләргә лә иғтибар, ихтирам бермә-бер артырға тейеш! Шул саҡта ғына тағы ла яҡшы уҡыусылар, яҡшы шағирҙар, эшҡыуарҙар сығасаҡ беҙҙең аранан!..

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото мәҡәлә геройының архивынан алынды.

ШИҒЫРҘАРҘЫ ЙӨРӘК ӨСӨН ЯҘАЛАР!..
ШИҒЫРҘАРҘЫ ЙӨРӘК ӨСӨН ЯҘАЛАР!..
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: