Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БЕР ШӘМДӘН МЕҢӘРЛӘГӘН ШӘМДЕ ТОҠАНДЫРЫРҒА МӨМКИН…

«Бөтә тырышлыҡтарыбыҙ мәктәптәрҙә белем биреү сифатының яҡшырыуына килтерә . Был шул иҫәптән мәғариф системаһының матди базаһын үҫтереү буйынса һеҙҙең менән бергә алып барған ҙур эш һөҙөмтәһе” , - тине төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡта үткән республика педагогтарының быйылғы август кәңәшмәһендә. Уның һүҙҙәренә республикабыҙҙың һәр педагогы лайыҡ.  Ә 240 йылдан ашыу хеҙмәт династиялары булған Зинов – Филипповтар – бының асыҡ миҫалы.  

 

Был нәҫелдең 240 йылдан ашыу хеҙмәт династияһы бар

“Бер шәмдән меңәрләгән шәмде тоҡандырырға мөмкин һәм уның ғүмере ҡыҫҡара алмай. Улар менән бүлешкәндә бәхет кәмемәй ", – тигән Будда.

Минуҡытыусы! Мин был исем менән ғорурланам. Педагогик юлымды башлау миңә еңел бирелмәне, әммә ҡыҙыҡ ине. Мин өләсәйемдең әсәһе Зинова Фекла Федоровна, өләсәйем Филиппова (Зинова) Нина Дмитриевна, олатайым Филиппов Михаил Сергеевич, инәйем (Нина Дмитриевнаның ҡыҙы) Шарко (Филиппова) Ольга Михайловна, атайым Филиппов Юрий Михайлович кеүек лайыҡлы педагог була аламмы? Ошо һорауға яуап бирер өсөн бар көсөмдө һалып эшләйем, – тип һүҙ башланы ғаиләләрендә 10 уҡытыусының 242 йыл дөйөм стажы булған иң кеселәре Надежда Юрьевна Шишкина үҙҙәренең педагогик Зинов-Филипповтар династияһы тарихы тураһында һөйләгәндә…

 

“Беҙ уның тауышын күтәргәнен хәтерләмәйбеҙ”

Династияның шишмә башында уның өләсәһенең әсәһе – Фекла Федоровна Зинова тора. Ул вафат булғанда Надеждаға ни бары 5 көн генә була, ә уның педагогик тамырҙары быуындан-быуынға күсә. Фекла Федоровна 1899 йылдың 1 июнендә Өфө губернаһының Корлыхан ауылында тыуған. 13 йәштән 19 йәшкә тиклем Мәсәғүт ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында (хәҙер Педагогия колледжы) уҡый һәм йәшәй. Уны тамамлағас Оло Ыҡтамаҡ мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башлай һәм бөтә ғүмерен 1954 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем шуға арнай.

Ул XX быуаттың 20-30-сы йылдарында наҙанлыҡты бөтөрөү хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, өлкән быуын вәкилдәрен уҡырға һәм яҙырға өйрәтә. Шарко Ольга Михайловнаның (уның ейәнсәре) хәтирәләренән, уның күкрәгендә дүрт миҙал була, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар һаҡланмаған. Мәктәптә ул башланғыс кластар уҡытыусыһы, урта звено математика уҡытыусыһы, завуч булып эшләй.

Тыныс төҙөлөш йылдары көсөргәнешле эҙләнеү рухы, белемдең бөтә өлкәләрендә лә ҡаҙаныштарға ынтылыш менән һуғарылған. Шул саҡта яңы педагогика йүнәлеше ярала, ул үҙенең үҫеш осорон кисерә. Төрлө формалар һәм уҡытыу ысулдары ямғырҙан һуң бәшмәктәр кеүек үҫә. Фекла Федоровна бер генә нәмәгә инана: балаларға ҡарата етди ҡараш, ихлас мөхәббәт кенә уларҙа яҡты киләсәгебеҙ өсөн көрәшселәр тәрбиәләй ала. Ул шулай уҡ педагог-демократ Константин Ушинский традицияларына эйәрә, сөнки уны  хөрмәт итә.

Уҡытыусының үҙе лә ғүмер буйы уҡырға тейешлеге уның өсөн төп ҡағиҙәләрҙең береһе булып тора. Фекла Федоровна оло йәштә лә ерҙәге иң кешелекле уҡытыусыларҙың береһе – Федор Достоевскийҙың китаптарын иғтибар менән уҡып сыға. Бындай инаныу һәм балаларға һөйөү уға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла, һуғыштан һуңғы емереклектә лә сабыр булып ҡалырға ярҙам итә. Ул һаңғыраулыҡҡа бирелгәнгә тиклем мәктәпте ташламаған. Мәктәп музейында уның хаҡында яҙып алынған ошондай йылы һәм изге хәтирәләр һаҡланған: “Беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ Фекла Федоровна бик тыныс, һәр ваҡыт йылмайып йөрөр ине һәм буйға тәпәш ҡатын ине. Беҙ уның тауышын күтәргәнен һәм кластан берәйһен ҡыуып сығарғанын хәтерләмәйбеҙ. Изге күңелле, наҙлы, ярҙамсыл Фекла Федоровна Зинов-Филипповтар династияһына нигеҙ һалыусы була...”

 

Уҡыта, етәкләй, төҙөй, яңғыҙы биш бала үҫтерә!..

Фекла Федоровнаның ҡыҙы Нина (Надежданың өләсәһе) ла әсәһе эшен дауам итә. Нина Дмитриевна Филиппова (Надежданың өләсәһе) 1926 йылдың 22 июлендә Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған, педагогик эшмәкәрлеген 1943 йылда, әле үҙе 10 класс уҡыусыһы булған мәлдә үк башлай. 1944 йылда мәктәпте, ә 1950 йылда Свердловск педагогия институтын, рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй, 1958 йылда завуч булып эшләй башлай, 1964 йылда директор итеп тәғәйенләнә. Нина Дмитриевна Филиппова мәктәптең һәм райондың иң тәжрибәле рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе була. Ул үҙенең дәресен һәм  уны уҡытыу методикаһын яҡшы белә, үҫеш һәм тәрбиә дәрестәре үткәрә.

Нина Дмитриевна балаларҙы уйларға, сағыштырырға, анализларға һәм һығымталар яһарға өйрәтә, балаларға үҙ аллы белем алыу һәләтен һәм оҫталығын һеңдерергә тырыша, белемгә тотороҡло ҡыҙыҡһыныу формалаштырыуҙың яңы юлдарын эҙләй. Ул шулай уҡ факультативтар, конференциялар, шиғри уҡыуҙар предметы буйынса ҙур кластан тыш эш алып бара. Ул саҡтағы Ил башлығы Леонид  Ильич Брежневтың «Целина» һәм «Малая Земля» китаптары буйынса конференциялар ойоштора һәм бик ҡыҙыҡлы үткәрә. Ул үҙенең эш тәжрибәһен мәктәп һәм район уҡытыусылары менән ихлас уртаҡлаша. Нина Дмитриевна әҙәбиәт, уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр өсөн әхлаҡи, патриотик һәм эстетик тәрбиә мәсьәләләре буйынса алыштырғыһыҙ оратор була.

Ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша: халыҡ суды заседателе, урындағы комитет ағзаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, “Ураҡ һәм Сүкеш” колхозының политинформаторы, “Белем” йәмғиәте ағзаһы була. Ул  мәктәп һәм ауылдың абруйлы кешеһе булған һәм булып ҡала. 1958 йылда завуч, ә һуңынан мәктәп директоры булып эшләй башлай.

Әйткәндәй, уның яҙмышы бик ауыр була. Ире вафат булғандан һуң уның ҡулында биш бала ҡала. Көнө буйына мәктәптә эшләргә, балалар тәрбиәләргә тура килә. Уның етәкселегендә яңы мәктәп төҙөлә.

“Оло Ыҡтамаҡ менән Өфө араһында йәшәргә тура килде – сметаны яраштырырға, төҙөлөш материалдарын талап итергә һәм алырға, уларҙы ташырға, төҙөүселәрҙең эшен күҙәтергә һәм бер үк ваҡытта дәрестәр алып барырға һәм мәктәп директоры вазифаһын башҡарырға тура килде”, – тип һөйләй ул аҙаҡ балаларына. Ғөмүмән, Нина Дмитриевна мәктәп музейын булдырыу инициаторы һәм уның беренсе етәксеһе була. Уның педагогик стажы 1981 йылға, дөйөм стажы 1992 йылға тиклем дауам итә, дөйөм рәүештә 49 йыл хеҙмәт итә ул Ватаны өсөн. Нина Дмитриевна – Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1980).

Нина Дмитриевнаның ире Михаил Сергеевич Филиппов (Надежданың олатаһы) 1926 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылының крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда 7 класты тамамлай, ә йәйгеһен Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм шуға күрә уға артабан уҡырға тура килмәй, “Ураҡ һәм Сүкеш” колхозы оҫтаханаһында эшләй. 1943 йылдың көҙөндә армия сафына алына, самолеттарҙы хеҙмәтләндереү буйынса хәрби-техник училищеһын тамамлай, хәрби часта сержант дәрәжәһендә Юғары Баш Командующий Ставкаһы эскадрильяһында хеҙмәт итә. 1951 йылдың яҙында ғына демобилизациялана. Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбендә хәрби һәм физик тәрбиә буйынса уҡытыусы, һуңынан шунда уҡ ауыл Советы рәйесе, “Сельхозтехника” ойошмаһында механик булып эшләй. 1966 йылда вафат була.

 

“Ижади кешеләр һәм педагогтар араһында үҫтем”

Фекла Федоровнаның ейәнсәре һәм Нина Дмитриевнаның ҡыҙы Шарко (Филиппова) Ольга Михайловна (Надежданың инәйе) шулай уҡ уҡытыусы һөнәрен һайлағанда оҙаҡ уйлап тормай – өләсәһе юлынан китә. 1952 йылда тыуған. 1970 йылда мәктәпте тамамлап, юғары белем ала: 1971 йылдан 1976 йылға тиклем Мәскәү дәүләт педагогия институтының физика факультетында уҡый. Физиканы ул мәктәптә уҡыған сағында уҡ бик ярата, һәм педагогик эшмәкәрлеген ошо предметҡа бағышлай. Ғаиләлә өлкән һәм биш бала араһында берҙән-бер ҡыҙ булғанлыҡтан, ул уҡытыусы әсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы була,  сөнки әсәһе көнө буйы тиерлек  мәктәптә эшләй. Ольга Михайловна уҡытыусының ауыр хеҙмәтенән ҡурҡмай, ә уны дауам итә. 1976-1979 йылдарҙа Ярославль урта мәктәбендә физика уҡытыусыһы булып эшләй. 1979-1987 йылдарҙа, тыуған яғына ҡайтып, ауылында 1-се урта мәктәптә, хәҙер 1-се лицейҙа, кластан тыш эште ойоштороусы, директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары, математика, физика уҡытыусыһы булып эшләй. 1988-1990 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында икенсе юғары белем һәм педагог-психолог һөнәре буйынса диплом ала. Ғаилә шарттары буйынса Свердловск өлкәһенә күсергә мәжбүр була, һәм 1987 йылдан 2011 йылға тиклем 98-се мәктәптә тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, педагог-психолог, физика, математика, иҡтисад фәне буйынса уҡытыусы булып эшләй. Ольга Михайловна төрлө дәрәжәле күп кенә почет грамоталары, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

– Мин һөнәре, уҡытыусы исеме нәҫелдән-нәҫелгә күсә торған ғаиләлә тыуып үҫтем. Иҫке альбомдарҙа ғаилә фотолары ғына түгел, ә уҡыусылар, сығарылыш уҡыусылары, коллегалары менән фотолар, рәхмәт открыткалары, гәзит киҫәктәре һаҡлана. Бала саҡтан уҡ мәктәп тураһында яҡшы һүҙҙәр генә ишеттем, һәм мин тиҙерәк уҡыусы булырға теләнем, - тип һөйләй Надежда Юрьевна. - Музыка мәктәбендә уҡыған сағымда уҡ, был минең һөнәрем һәм ижади тормошом булыр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында  музыкаль етәксе булырмын тип һис уйламағайным. Атайым, Филиппов Юрий Михайлович 1960 йылдың 22 февралендә Оло Ыҡтмаҡ ауылында тыуған, классик гитара уҡытыусыһы булып эшләгән. Ул мине музыка мәктәбенә алып барҙы һәм минең педагогик эшмәкәрлегемә тәүге аҙым яһарға ярҙам итте. Шуныһы ҡыҙыҡ, ул 1977 йылда Силәбе дәүләт педагогия институтының физика факультетына уҡырға инә, әммә уны тамамламай, 3-сө курстан армияға саҡырыла. Уҡыған сағында институт ҡарамағындағы хор түңәрәгенә йөрөй, гитараны ҡулдан ысҡындырмай. Армиянан һуң ул институтта кире бармай, сөнки музыка уны нығыраҡ мауыҡтыра. Музыка мәктәбендә уҡыта башлағанға тиклем ул “Альтаир” вокаль-инструменталь ансамблен ойоштора. Йыш концерттарҙа ҡатнаша. Күп кенә музыкаль конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә еңеүҙәр яулай. 1987 йылда Мәскәүҙә ,II Бөтә Союз халыҡ ижады лауреаты, шулай уҡ 1988-1989 йылдарҙа Бөтә Союз үҙешмәкәр художестволы ижад смотры лауреаты була. Бөтә Рәсәй музыка йәмғиәтенә инә. Ул музыка менән йәшәй. 1990 йылда уны музыка мәктәбенә классик гитара уҡытыусыһы итеп саҡыралар. Ошо мәлдән уның педагогик эшмәкәрлеге башлана. Атай районда ҡатын-ҡыҙҙар вокаль-инструменталь ансамбленең беренсе етәксеһе була, уның составына уның уҡыусылары инә. 1997 йылда ғаилә шарттары буйынса музыка мәктәбенән китергә мәжбүр була, әммә уҡытыу эшмәкәрлеген ташламаған. Ул шәхси гитара дәрестәре бирә һәм концерттарҙа һәм конкурстарҙа ҡатнашыуын дауам итә. Тыуғандан алып мин музыка, ижади кешеләр һәм педагогтар араһында үҫтем. Бәлки, шулай итеп үҙ һөнәренә ғашиҡ булған кешеләр тыуа, минең осраҡта – педагог, – тип һөйләй ул.

 

“Педагогик эшмәкәрлегемдә төрлө методикалар ҡулланам”

Артабан әңгәмәсем үҙ тормош юлын да барлап үтте.

– Миңә 7 йәш тулғас, атай мине музыка мәктәбенә алып китте һәм фортепиано класына яҙҙырҙы. Мин һәр ваҡыт музыка мәктәбе, бейеү, еңел атлетика менән мәшғүл инем. Хәтеремдә, музыка мәктәбендә өсөнсө класҡа еткәс, шөғөлләнеүҙән баш тарттым, сөнки төп уҡыуҙа ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә тырыша инем. Әммә ата-әсәйемдең һәм өләсәйемдең кәңәштәре был мәлдә ныҡ ярҙам итте, улар ике уҡыуҙа ла яҡшы һөҙөмтәләр алырға була, тырышырға кәрәк тип мине ышандырҙы һәм дәртләндерҙе, шуның өсөн уларға ғүмер буйы рәхмәт уҡыйым. Ҡәҙерлеләрем шундай аҡыллы тәрбиәләре менән миңә ҡанат ҡуя алды! Был кәңәштәрҙе тотоп, тырышып уҡып ҡына ҡалманым, ә 2000-2004 йылдарҙа Салауат музыка училищеһында уҡыным, – тип һөйләне ул.

 Училищены тамамлағандан һуң Надежда Юрьевна тыуған яғы Оло Ыҡтамаҡ ауылына музыка уҡытыусыһы булып ҡайта һәм 2004-2005 йылдарҙа музыка мәктәбендә теоретик дисциплиналар, дөйөм фортепиано, хор буйынса уҡыта. Шул уҡ ваҡытта күрше ауыл мәктәбендә лә музыка уҡытыусыһы булып эшләй. 2005 йылда ғаиләһе менән улар Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килә. 2005-2011 йылдарҙа Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ педагогия академияһында уҡый, “Музыкаль белем биреү” һөнәре буйынса музыка уҡытыусыһы булып сыға. 2007 йылдан 78-се балалар баҡсаһында  музыкаль етәксе булып эшләй.

– 14 йыл хеҙмәт стажымда мин күп нәмәгә өлгөрөргә, яңы һәм үҙем өсөн файҙалы нәмәләрҙе өйрәнергә тырышам. Педагогик эшмәкәрлегемдә төрлө методикалар ҡулланам, был вокал терапияһы, бейеү терапияһы, һаулыҡ һаҡлау технологиялары, логоритмик күнегеүҙәр, музыкаль-дидактик уйындар, һүрәт төшөрөү һәм был эшмәкәрлектең бөтә исемлеге түгел. Һәм быларҙың барыһы ла ҙур әҙерлек һәм бөтә нәмәне балаларға тапшырыу һәләтен талап итә. Күп кенә конкурстарҙа, шул иҫәптән һөнәри конкурстарҙа ҡатнашам: “Йәш мәғариф белгесе”, “Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2019”. Ҡаланың музыкаль етәкселәре хоры составына инәм. Методик баҫмаларҙа мәҡәләләрем донъя күреп тора. Үҙем дә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары  тәрбиәләнеүселәре араһында  һәм ҡала кимәлендә башҡа конкурстар үткәрәм, – ти ул.

Әйткәндәй, Надежда Шишкина 2019 йылдан Профсоюз комитеты составында мәҙәни-масса комиссияһы вәкиле лә булып тора икән. 2019-2020 уҡыу йылында ҡаланың музыкаль етәкселәре ҡала методик берекмәһенең ижади инициатива төркөмө составына инә. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы эшмәкәрлеге сиктәрендә төрлө йәмәғәт, мәғлүмәт-белем биреү сараларында әүҙем ҡатнаша. Стәрлетамаҡ ҡалаһының Мәғариф бүлегенән рәхмәт хаттары бар. Ғөмүмән, өләсәләре һымаҡ эшендә лә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем булып ҡала.

 

Һөнәр ҙә, шөғөлдәр ҙә – уртаҡ

Уның апаһы Екатерина Юрьевна Савельева (Филиппова) ла педагогик эҙҙәр буйынса бара. Ул Салауат педагогия колледжын башланғыс кластарҙа уҡытыу буйынса тамамлай. 2011 йылда Силәбе дәүләт педагогия университетының педагогика һәм психология факультетында юғары белем ала. 2012 йылда педагогия фәндәре тарихы һәм философияһы һәм сит тел дисциплиналары буйынса кандидатлыҡ имтихандарын тапшыра. Артабан квалификацияһын күтәреү курстары үтә.

2007 йылдан Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылының 1-се лицейында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. 2008 йылда ғаилә менән Дыуан районының Мәсәғүт ауылына күсеп килә һәм Мәсәғүт педагогия колледжына эшкә урынлаша. Хеҙмәт юлын лаборанттан башлай, 2011 йылда психологиянан уҡыта. 2016 йылда Мәсәғүт ауылы гимназияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башлай, сөнки йәнен һәр саҡ кескәй балалар, мәктәп тә тарта.

Гимназияла эшләү менән бер юлы ул Мәсәғүт педагогия колледжы менән буласаҡ педагогтар буйынса ла уңышлы хеҙмәттәшлек итә икән. Диплом алды практикаһы осоронда, мәҫәлән, студенттарҙың һөнәри оҫталығын арттырыуҙа методик ярҙам күрһәтә.

“Беҙҙең, уҡытыусыларҙың, еңел юлдарыбыҙ юҡ. Иң мөһиме, беҙгә яңылышмаҫҡа кәрәк!” – тип һөйләй ул үҙе һайлаған һөнәр хаҡында.

– Династиябыҙҙың вәкилдәренең һөнәре генә уртаҡ түгел, яратҡан шөғөлдәребеҙ ҙә бер беҙҙең. Әйтәйек, ир-егеттәр йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында балыҡ тоторға ярата, ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе иһә ҡул эштәре менән мәшғүл. Ҡасандыр өләсәй матур келәмдәр бәйләй ине, хәҙер был мауығыуҙы килендәренә тапшыра, улар бөгөнгө көнгә тиклем бәйләй, – тип һөйләй Надежда Юрьевна.

Был династия вәкилдәре – егерменән ашыу кеше һәм тағы ла бер уртаҡ шөғөлдәре бар уларҙың: барыһы ла музыканы ярата. Ғаиләлә кемдер музыка ҡоралында уйнай,  икенселәр гитара, баян, флейта, фортепианоны һайлаған. Музыка иң йәш быуынын – ейән-ейәнсәрҙәрҙе, хатта бүләләрен дә урап үтмәй икән. Ата-бабалары музыка ҡоралдарында уйнау менән мауыға һәм был, бәлки, йола, һәләт кенә түгел, ә ғаилә йырҙарын һәм көйҙәрен быуындан-быуынға ишеттереү мөмкинлеген һаҡлап ҡалыу теләгелер... Башҡа төрлө һөнәр тапшырыу, нәҫел ебен өҙмәү йолалары ла бар был уҡытыусылар нәҫеленең. Иң мөһиме, улар быуындан-быуынға һөнәр генә түгел, Кешелеккә аң-белем сәсеү, изгелек, мәрхәмәтлек һымаҡ күренештәрҙе лә тапшыра килә. Артабан да нәҫел һәр яҡлап дауам итһен!..

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар ғаилә альбомынан алынды

БЕР ШӘМДӘН МЕҢӘРЛӘГӘН ШӘМДЕ ТОҠАНДЫРЫРҒА МӨМКИН…
БЕР ШӘМДӘН МЕҢӘРЛӘГӘН ШӘМДЕ ТОҠАНДЫРЫРҒА МӨМКИН…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: