Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

УЛЫ ЛА, ҠЫҘЫ ЛА АТАҺЫ ЮЛЫНАН КИТКӘН…

“Республикабыҙ ҡаҙаныштарының нигеҙендә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ, тәжрибәгеҙ баһалап бөткөһөҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙ – республиканың ғорурлығы. Һеҙгә йәш алмашсылар тиңләшә”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәт династияһы вәкилдәрен ҡотлағанда. Ысынлап та, үҙ-ара аңлашып, бер-береһен хәстәрләп һәм хөрмәт итеп ғүмер итеүсе һоҡланғыс һәм ныҡлы ғаиләләр йәшәй беҙҙә. Рәхмәтуллиндар ғаиләһе  тап шундайҙарҙан.

 

– Ғаиләбеҙ династияһына минең атайым Рәхмәтуллин Рауил Сәйфулла улы нигеҙ һала, ул 1949 йылдың 3 декабрендә  тыуған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 8-се мәктәбенең һигеҙ класын тамамлағас, Станоктар эшләү техникумына ҡойоу производствоһы һөнәре буйынса уҡырға инә. Техникумды тамамлағандан һуң ул бер нисә ай ҡойоу цехында стерженьщик булып эшләй, артабан эштән китә һәм 1969 йылда Стәрлетамаҡ тәжрибә-сәнәғәт заводында компрессорҙар машинисы булып эшкә урынлаша, – тип башланы һүҙен Ирина Голованова. – Өс йыл машинист булып эшләгәндән һуң атайым  Н-4 цехына аппаратсы булып күсә һәм пенсияға сыҡҡанға тиклем ошо цехта эшләй.

Ә 1975 йылда Өфө нефть техник университетына механик һөнәре буйынса уҡырға инә Рауил Сәйфулла улы. Университетта уҡыған йылдарында ул физика, химия, технологик процестар һәм химия производстволары аппараттары буйынса белем ала. Н-4-5 цехында ул аппаратсынан цех начальнигы урынбаҫарына тиклем юл үтә. Уның дөйөм хеҙмәт стажы 39 йыл 6 ай 6 көн тәшкил итә. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн ул 1993 йылда “Заводтың Почетлы ветераны” исеменә лайыҡ була, 2000 йылда уның фамилияһы заводтың почет китабына индерелә, әммә иң ҙур наградаға – РФ Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почетлы химик исеменә 2010 йылда лайыҡ була.

Михаил ГРИГОРЬЕВ, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары:

Ғаилә – иң изге һәм ҡәҙерле төшөнсәләрҙең береһе. Ул һәр саҡ дәүләт, төбәк һәм муниципалет иғтибарында, яҡлауында булырға тейеш. Бигерәк тә йәш, күп балалы ғаиләләр, тотош династияларҙы беҙ иғтибар үҙәгендә алабыҙ, уларҙы өлгө итеп ҡуябыҙ. Республикала кимәлендә лә ғаилә институты Башҡортостан етәкселеге, шәхсән Радий Хәбировтың һәр саҡ төп иғтибарында. Бөгөнгө көндә ғаилә ҡиммәттәре киләсәгебеҙ өсөн нигеҙ булып тора һәм был тура мәғәнәлә әйткән һүҙҙәр, сөнки Көнбайыш илдәре ошо ҡиммәттәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапарға маташҡан мәлдә беҙ дан ғаиләләр менән үрнәк күрһәтеп, был институтты нығытырға тейешбеҙ!

 

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күптән түгел “Атайлыҡ ҡаһарманлығы” наградаларын тапшырған мәлдәге сығышынан: “Минән, күп балалы атайҙан йыш ҡына балаларығыҙҙы нисек тәрбиәләйһегеҙ тип һорайҙар. Минеңсә, иң яҡшы тәрбиә – үҙ миҫалыңда хеҙмәт, ҡылыҡтарың аша тәрбиәләү. Минең өсөн балаларым яҡшы кеше генә түгел, ә илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүе мөһим.”

 

– Әсәйем Рәхмәтуллина Зилә Хажғәли ҡыҙы 1951 йылдың 11 майында Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында тыуған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 8-се мәктәбенең һигеҙ класын тамамлағас, Химия-технология техникумына уҡырға инә һәм техник-технолог дипломын ала. Техникумды тамамлағандан һуң ул да Стәрлетамаҡ-тәжрибә-сәнәғәт заводының Н-6 цехында лаборант булып эшкә урынлаша һәм бында 11 йыл эшләй,  – тип иң яҡын кешеләре тураһындағы һүҙен дауам итте Ирина Рауил ҡыҙы.

Зилә Хажғәли ҡыҙы 1988 йылдан уҡытыу эшмәкәрлегенә сумған һәм пенсияға сыҡҡанға тиклем 60-сы һөнәрселек лицейында производствоға өйрәтеү оҫтаһы булып эшләгән. Ул күп һанлы уҡыусыларҙы уҡыта һәм тәрбиәләй, аппаратсыларҙы, лаборанттарҙы һәм машинистарҙы уҡыта. Әлегә тиклем уҡытыусылар көнөндә рәхмәтле уҡыусыларынан сәскәләр һәм ҡотлауҙар ала. Уның дөйөм хеҙмәт стажы иһә 39 йыл 6 ай 17 көн тәшкил итә. Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Зилә Рәхмәтуллина 2006 йылда РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Маҡту грамотаһы менән бүләкләнә. Шулай уҡ уның фамилияһын “Һәләтле балалар” энциклопедияһының Почет таҡтаһы бүлегенә  индерәләр. Әйткәндәй, 2023 йылдың 8 авгусында Зилә Хажғәли ҡыҙы һәм Рауил Сәйфулла улы Рәхмәтуллиндар үҙҙәренең “алтын” туйҙарын билдәләне.

Рәхмәтуллиндар династияһының тағы ла бер ағзаһы, Иринаның ағаһы Рөстәм Рауил улы Рәхмәтуллин 1974 йылдың 17 авгусында тыуған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө урта мәктәбенең 11 класын тамамлағандан һуң, 60-сы СҺТУ-ға электрик һөнәренә уҡырға инә. Урта һөнәри белем тураһында диплом алғандан һуң 1992 йылда “Каустик” акционерҙар йәмғиәтенә 4-се разрядлы электрик булып эшкә урынлаша. 1994 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә саҡырылғандан һуң ул “Каустик” акционерҙар йәмғиәтендә  электромонтер булып эшен дауам итә. Нефть техник университетында технологик процестарҙы һәм производстволарҙы автоматлаштырыу һөнәре буйынса юғары белем алғандан һуң 2001 йылдың июлендә инженер-электроник итеп күсерелә. 2010 йылдың авгусынан уны АСУТП-ны файҙаланыу буйынса төркөмдөң төп инженер-электронигы вазифаһына күсерәләр. Был вазифала ул бөгөнгө көнгә тиклем эшләй. Күп йыллыҡ камил хеҙмәте өсөн Рөстәм Рауил улы 2013 йылда Башҡортостан Республикаһы Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

Ә Ирина Рауил ҡыҙы Голованованың үҙенә килгәндә инде, ул 1986 йылдың 26 мартында тыуған. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 4-се урта мәктәбенең 11 класын тамамлай һәм артабан Өфө нефть техник университетының органик синтез технологияһы факультетына инженер-технолог һөнәре буйынса уҡырға инә. Хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ һөт комбинатынан башлай, унда ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә проба йыйыусынан алып логистика бүлеге операторына тиклем юл үтә. 2010 йылдың 24 февралендә ул нефть химияһы заводына катализаторҙар һәм каталитик процестар лабораторияһына химик анализ лаборанты булып эшкә урынлаша, туғыҙ айҙан һуң ул мономерҙар лабораторияһына инженер-лаборант булып күсерелә.  Ә инде 2020 йылдың апреленән  бөгөнгәсә Ирина Рауил ҡыҙы  мономерҙар лабораторияһында изопрен төркөмө етәксеһе булып эшләй.

Өйҙә лә, эштә лә бергә тигәндәй,  Рәхмәтуллиндар һымаҡ күркәм ғаилә династияларын быуындан-быуынға күсереүселәр ҡалабыҙҙы һәр саҡ биҙәй ул!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ғаилә альбомынан  алынды.

УЛЫ ЛА, ҠЫҘЫ ЛА АТАҺЫ ЮЛЫНАН КИТКӘН…
УЛЫ ЛА, ҠЫҘЫ ЛА АТАҺЫ ЮЛЫНАН КИТКӘН…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: