Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“АҠ ХАЛАТЛЫЛАР” ДИНАСТИЯҺЫ

“Ғаилә – кеше өсөн иң мөһиме. Рәсәй Президенты иғлан иткән Ғаилә йылында ғаиләләргә ярҙам итеү, ғаилә мөнәсәбәттәрен үҫтереү, ғаиләләргә ярҙам итеүҙең хоҡуҡи базаһын үҫтереү өсөн билдәле бер этәргес көс биреләсәк”, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йыл башында. Был ысынлап та шулай икәненә беҙ йыл барышында нығыраҡ инандыҡ.

“АҠ ХАЛАТЛЫЛАР” ДИНАСТИЯҺЫ
“АҠ ХАЛАТЛЫЛАР” ДИНАСТИЯҺЫ

Хеҙмәт династияһы, ғаилә династияһы тигәндә күҙ алдына иң тәүҙә беҙ бәләкәйҙән ғашиҡ булған уҡытыусылар, табиптар, һатыусылар күҙ алдына баҫа. Сөнки беҙ үҙебеҙ үҫкән ғаиләнән тыш иң тәү күргән һөнәр эйәләре улар бит! Мәктәптә – уҡытыусы, сирләһәк – табип, магазинда – һатыусы тимәксемен. Ә бына ҡалабыҙҙа ихтирам яулаған  табиптар ғаиләһе –Поповтарҙы белмәгәндәр һирәктер ул…

 

Семагиндарҙан башлана

Был ғаиләнең нәҫел ебенең осо ике табиптар ғаиләһенә барып тоташа.

Уларҙың һөнәри династияһы Василий Александрович Семагиндан башлана.

Василий Семагин 1919 йылдың 25 декабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте Алыҫ Көнсығышта  тамамлай, ә 1938 йылда  Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. 1942 йылдың майында СССР Халыҡ Комиссарҙары советы ҡарары менән институттың һуңғы курс студенттарына дәүләт имтихандарын бирҙертмәйенсә генә табиптар исеме бирелә, диплом алыу менән уларҙы фронтҡа ебәрәләр. В.А. Семагин фронт медицина карьераһының бөтә баҫҡыстарын үтә, медсанбат госпиталь взводы командирынан алып полктың, десант ғәскәрҙәре бригадаһының өлкән табибына тиклем үрләй. Һуғышты Чехословакияла тамамлай. Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл йондоҙ ордендары менән бүләкләнгән. Ә 1946 йылдан В. А.Семагин Стәрлетамаҡтың үҙәк ҡала поликлиникаһында табип-терапевт булып эшләй, 1948 йылдан алып дауахананың хирург бүлегендә йәмәғәт башланғысында мөдир була. Стәрлетамаҡ ҡалаһының хирургия бүлеге мөдире һәм баш хирургы вазифаһында 35 йылдан ашыу эшләй.  В.А. Семагин ҡаланың хирургия хеҙмәтен махсуслаштырыу инициаторы булып тора. Ул белгестәр әҙерләй һәм улар өсөн  бүлексәләр аса: травмотология , ортопедия, нейрохирургия, балалар хирургияһы, урология, гинекология, анестезиология-реанимация, ЛОР, онкология, тән яныуы, стоматология, эренле хирургия. Ҡала ҡан биреү станцияһы, травматологик пункт шулай уҡ  - В.А. Семагиндың ҡаҙанышы. Ул үҙе бик яҡшы хирург була. Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып күкрәк ситлеге ағзаларына операция яһай башлай. Ул етәкләгән хирургия бүлегенең эш күрһәткестәре даими рәүештә республикала иң яҡшыларҙың береһе була.

Башҡортостандан ситтә лә билдәле академик, профессор Н.Г.Ғатауллин уны үҙенең уҡытыусыһы тип атай. Дәүләт В.А. Семагиндың профессиональ хеҙмәтен юғары наградалар һәм исемдәр менән баһалай: Ул Ленин ордены менән бүләкләнә, БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының почетлы гражданы, күп йылдар Стәрлетамаҡ ҡала советы һәм ветерандар советы депутаты итеп һайлана. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһында В.А. Семагинға, ҡала халҡының һаулығын һаҡлауға йүнәлтелгән күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт йөҙөнән , иҫтәлекле таҡтаташ һәм иҫтәлекле стелла ҡуйылған. Ул 2014 йылдың 19 июлендә вафат була.  

Уның  ҡатыны Семагина Нина Антоновна 1926 йылда тыуған, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 15-се урта мәктәбен, һуңынан Стәрлетамаҡ медицина училищеһының фельдшер бүлеген тамамлаған. 30 йыл дауамында 1-се ҡала поликлиникаһында участка фельдшеры булып эшләй. Һуңынан пенсияға сыҡҡанға тиклем Табип-физкультура диспансерында өлкән шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул шулай уҡ Һаулыҡ һаҡлау отличнигы һәм Һаулыҡ һаҡлау ветераны була. Табип стажы 50 йыл. 

 

Ҡыҙҙары ла ата-әсәһе юлын һайлай

Уларҙың ҡыҙҙары  Попова (Семагина) Ольга Васильевна 1951 йылда Стәрлетамаҡта табиптар ғаиләһендә тыуған. Ольга Васильевна урта мәктәпте миҙал менән, 1974 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. Башта 1-се ҡала дауаханаһында хирург булып эшләй. 1981 йылда Мәскәү ҡалаһының бөтә Союз янғын үҙәгендә янғындар буйынса камиллаштырыу үтә. 1983-1985 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Медицина фәндәре академияһының А.В. Вишневсский исемендәге Хирургия иинститутының Бөтә Союз тән яныуы үҙәге базаһында көндөҙгө клиник ординатурала уҡый.

Ординатураны тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында 1985 йылда асылған тән яныуы бүлеген етәкләй һәм бүлек мөдире сифатында унда 33 йыл эшләй. Әлеге ваҡытта ожог бүлеге ординаторы булып эшләй. Дөйөм табип стажы 50 йыл. Ольга Васильевна бүлексәгә килгәс, яңы ғына янған һәм туңған урындарҙы заманса дауалау һәм ҡалала тәүге тапҡыр термик йәрәхәт эҙемтәләрен консерватив һәм оператив дауалау башлана. Республикала йәрәхәт йөйҙәрен бөтөрөү буйынса күп кенә операциялар фәҡәт  уның тарафынан башҡарыла.

1990 йылда Мәскәүҙә тәжрибә туплағандан һуң табип үҙенең йүнәлеше буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы ла яҡлай. “Почетлы уйлап табыусы һәм рационализатор” тигән ике авторлыҡ танытмаһы: билдәһе менән бүләкләнә. 1991 йылда АҠШ-та ике айлыҡ янғындар буйынса стажировка үтә. 1994 йылда уға травматолог-табип тигән юғары квалификация категорияһы бирелә. 1992 йылда пластик хирургия буйынса ҡалала тәүге тапҡыр кешенең  йөҙөнә һәм тәндең төрлө өлөштәренә эстетик операциялар яһау тәжрибәһен индерә. 2004 йылдан Рәсәй пластик реконструктив һәм эстетик хирургтар йәмғиәте ағзаһы.

Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Австрия, Франция, Англия, Төркиә, Венгрия, Австралия, Бразилия, АҠШ һ.б.) янғындар һәм хирургик косметология буйынса күп тапҡырҙар тәжрибә туплап ҡайта. Травматология һәм ортопедия, хирургия һәм пластик хирургия буйынса сертификаттар алыуға өлгәшә. БР травмотолог-протопедтар һәм протезистар ассоциацияһы һәм “Янғыһыҙ донъя” Бөтә Рәсәй ассоциацияһы ағзаһы булып тора.

Ольга Васильевна юғары квалификация категориялы табип. 2005 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелә. 2012 йылда вентраль ҡаҙылмалары һәм ҡорһаҡ формаһы боҙолоуы менән ауырыусыларҙы хирургик реабилитациялау темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, уйлап табыуҙарға ике патентҡа эйә. Ольга Васильевнаның 130-ҙан ашыу ғилми баҫма эше бар. Ул реконоструктив хирургияның 2 монографияһының авторҙашы булып тора.

Попова О.В. 15 йылдан ашыу Стәрлетамаҡ медицина колледжында хирургия буйынса уҡытыусы булып эшләй, ә тән яныуы бүлеге медицина университеты студенттары өсөн термик травма бүлеге буйынса субординатура һәм интернатура үтеү өсөн база булып тора. Емешле эше өсөн Ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенең, халыҡ депутаттарының ҡала Советы президиумының Почет грамоталары, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 2022 йылда табиптар бригадаһы составында үҙ теләге менән ЛНР-ға бара. Ҡыҙыл нур ҡалаһы хакимиәтенән рәхмәт хаты ала. 2022 йылда Попова О.В. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндан рәхмәт хаты ала. Дөйөм табип стажы 50 йыл.

Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Кирилл 2022 йылда Ольга Васильевнаға Рус Православие Сиркәүенең Өсөнсө дәрәжә изге Равноапостольская княгиня Ольга Ордены тапшыра. Уның тормош иптәше Попов Олег Серафисович.  

 

Поповтарҙың хеҙмәт династияһын башлап ебәреүсе

Уның яҡлап табиптар нәҫеле династияһы Олег Поповтың әсәһе Попова Александра Павлованан башлана.  Ул  1928 йылдың 27 мартында тыуған, 1950 йылда Алма-Ата дәүләт медицина институтын, дауалау факультетын тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1950 йылдың 5 авгусында Ҡаҙаҡ ССР-ы Жарма районы Николаевка ауылында табип участкаһы мөдире булып башлай. Өфөлә медсанчаста терапевт була, Стәрлетамаҡ ҡалаһының берләшкән дауаханаһы поликлиникаһы мөдире, Учалы ҡалаһы ҡала дауаханаһының дауалау бүлеге буйынса баш табип урынбаҫары, Алма-Ата ҡалаһының 3-сө ҡала клиник дауаханаһының дөйөм терапия бүлеге мөдире булып эшләй. Кардиология, терапия буйынса юғары категорияға эйә була. 1990 йылдың 1 октябрендә пенсияға сыға.Табип стажы 40 йыл.

 

Хирург та, ғалим да

 Олег Серафисович Попов  үҙе  иһә 1952 йылдың 16 февралендә Литва ССР-нда тыуған. 1975 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай һәм Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһында табип- хирург булып эшләй башлай. 1979 йылдан алып завод санитар бүлегендә хирург булып эшләй. Ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш штаттан тыш эндокринолгы-хирургы була. 1963 йылдан 1985 йылға тиклем Ленин орденлы үҙәк базаһы дауаханаһында 1-се хирургия кафедраһында табиптарҙы камиллаштырыу институтында хирургия буйынса клиник ординатурала уҡый Мәскәү ҡалаһында эшләй, артабан эшен заводта дауам итә. Хирургия буйынса баш табип урынбаҫары, ҡаланың штаттан тыш баш хирургы булып эшләй. 2-се хирургия бүлеге мөдире була. 1989 йылдан алып СК заводының медицина-санитар часында баш табибы вазифаһында эшләй, ҡаланың баш табибы булып тора. 1992 йылдан 2015 йылға тиклем “Каучук” акционерҙар йәмғиәтенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш табибы булып эшләй. Олег Серафимович ҡалала эстетик хирургияны үҫтереү инициаторы була. Республикала беренсе  булып Һөт биҙен реконструкциялау өсөн лоскут ҡуллана башлай. 1989 йылда Мәскәүҙә СССР Медицина фәндәре академияһының А.В. Вишневский исемендәге хирургия институтында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Табип шулай уҡ йәмәғәт эшенә лә күп көс һала. Мәҫәлән, күп йылдар БР хирургтар ассоциацияһының Стәрлетамаҡ филиалы рәйесе була. Стәрлетамаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюздары ҡала  комитеты президиумы ағзаһы, Ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенең Медицина совет рәйесе һәм ағзаһы, халыҡ депутаттарының 21, 22  һәм 23 саҡырылыш Ҡала Советы депутаты, Һаулыҡ һаҡлау, спорт һәм туризм буйынса даими депутат комиссияһы рәйесе була, Ҡала  Советы президиумы ағзаһы, БР 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Ул 180-дән ашыу  баҫылған фәнни хеҙмәт, 4 уйлап табыу һәм 3 монография авторы. 1994 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” исеме бирелә, 2000 йылда  медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен яҡлай. Ул Медицина университетында эндоскопия һәм пластик хирургия курсы менән хирургия кафедраһы профессоры итеп һайлана. Хирургия һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу буйынса юғары квалификация категорияһына эйә. 2008 йылда БР Фәндәр академияһы Стәрлетамаҡ филиалының медицина-биология фәндәре бүлеге мөдире итеп һайлана.

Табип күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн “Стәрлетамаҡ ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” күкрәк билдәһе менән бүләкләнә. 2022 йылда “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы” тигән юғары исем бирелә!

2015 йылдың 4 декабренән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһында баш табиптың ойоштороу-методик эш буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2019 йылдың 1 февраленән 1-се клиник дауахананың травматология үҙәгенең операция бүлеге мөдире һәм хирург-консультанты булып эшләй. 2021 йылдан Республика Аккредитация комиссияһының хирургтарҙы аккредитациялау буйынса комиссия рәйесе. 2020-2023 йылдарҙа БДМУ-ның дауалау факультетының дәүләт имтихан комиссияһы рәйесе була. Табип стажы 49 йыл.

 

Балалары  ла медицина юлынан киткән

Поповтарҙың балалары  ла табиптар, медицина фәндәре кандидаттары. Попова Виктория Олеговна, мәҫәлән, 1997 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетыношо юғары уҡыу йортон тамамлай.

В 1997-1999 йылдарҙа БДМУ эргәһендәге клиник ординатурала уҡығандан һуң “Каучук” акционерҙар  йәмғиәтенең  термик травма бүлегендә комбустиолог булып эшләй башлай.

 Мәскәү ҡалаһының Бөтә союз янғын үҙәгендә, Рәсәй медицина фәндәре академияһының А.В.Вишневский исемендәге Хирургия институтының Бөтә Союз янғын үҙәге базаһында һәм Өфө ҡалаһының БДМУ-да янғын буйынса күп тапҡыр камиллаштырыу үтә. 2002 йылда 13-сө ҡала клиник дауаханаһы тәжрибә нығыта. Мәскәүҙә пластик хирургия буйынса тулы профессиональ әҙерлек үтә. 2004 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, 60-тан ашыу ғилми баҫма эше бар. Ул 2015-2017 йылдарҙа БДМУ-ның травмвтология һәм оропедия кафедраһы ассисенты була.

2018 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се  дәүләт клиник дауаханаһының  термик  бүлексәһе мөдире булып эшләй, уға  “Башҡортостан Республикаһының  атҡаҙанған табибы” исеме бирелә. В.О. Попова ауырыуҙар һәм коллегалары араһында абруйлы, һирәк осраған хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм яуаплылығы менән айырылып тора, ай һайын бүлектә 6-7 ашығыс дежурлыҡ алып бара. Табип стажы 27 йыл. Ул ике ул тәрбиәләй. Әйткәндәй, өлкән улы хәрби юл һайлай һәм икенсе йыл хәрби училище курсанты ул. Кесе улдары медицина йүнәлешендәге мәктәптә 10-сы класта уҡый, шулай уҡ династияны дауам итергә хыяллана.

 Ә Поповтарҙың улдары  Сергей Олегович – 2002 йылда БДМУ-ны тик яҡшы билдәләргә тамамлай ( Уға «Дауалау эше»һөнәре буйынса табип квалификацияһы бирелә). 2003 йылда – интернатура, 2005 йылда клиник ординатура тамамлай, 2005 йылдың октябренән 2008 йылдың сентябренә тиклем  Рәсәй медицина фәндәре  академияһының академик Б.В. Петровский исемендәге Рәсәй хирургия ғилми үҙәгенең йөрәк ауырыуҙары хирургияһы бүлегендә көндөҙгө академик аспирантурала уҡый.

2009 йылдан 2017 йылға тиклем йөрәк етешһеҙлектәре хирургик дауалау бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре вазифаһында эшләй, үҙен ата-әсәләре һымаҡ уҡ тырыш хеҙмәткәр, пациенттарға иғтибарлы, грамоталы белгес булараҡ күрһәтә. Бер нисә тапҡыр Рәсәй йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтарының ғилми съездарында һәм сессияларында, европа кардиоторакаль хирургтар ассоциацияһында, америка торакаль хирургтар йәмғиәтендә ҡатнаша.

2017 йылдан 2022 йылға тиклем академик Б.В. Петровский исемендәге дауаханала баш табиб урынбаҫары вазифаһын биләй, параллель рәүештә дауалау эшендә әүҙем ҡатнаша, төрлө йөрәк патологияһы булған пациенттарҙа операциялар башҡара. 2022 йылдан баш табиб итеп тәғәйенләнә. Ойоштороу, дауалау эше менән бер рәттән ул фән менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба һәм докторлыҡ диссертацияһын өҫтөндә  эшләй. Үҙенең профессиональ эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡаны һәм юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Сергей Попов  “Рәсәйҙең  хеҙмәт даны” алтын миҙалы менән бүләкләнгән, фән һәм юғары белем биреү министрлығының рәхмәт хаты, “фиҙакәр  хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Бүлек мөдирҙәре һәм хеҙмәткәрҙәре араһында абруй ҡаҙана.  Уны табип стажы 22 йыл.

 

 Килендәр ҙә медицинала эшләй

Әйткәндәй, Сергейҙың ҡатыны Мария Дмитриевна ла медицина өлкәһендә танылған шәхес. Ул  БДМУ-ның дауалау факультетын, “Терапия” һөнәре буйынса интернатура тамамлай.  Ә 2002-2005 йылдарҙа Мәскәү ҡалаһында академик Б.В.Петровский исемендәге Рәсәй хирургия ғилми үҙәге базаһында кардиология һөнәре буйынса ординатурала уҡый.  Аҙаҡ 2005-2010 йылдарҙа  Стәрлетамаҡтың  1-се ҡала поликлиникаһында табип-терапевт, иҫкәртеү бүлеге мөдире; табип-кардиолог булып эшләй. 2012 йылдың июненән хәҙерге ваҡытҡа тиклем Мәскәү ҡалаһында Федераль медицина-биология агентлығының 119-сы үҙәк медицина-санитар часында табип-кадиолог вазифаһында эшләй, Рәсәйҙең космос тармағы хеҙмәткәрҙәренә махсус ярҙам күрһәтә. Эшләгән осоронда намыҫлы хеҙмәте өсөн бер нисә тапҡыр Почет грамоталары менән бүләкләнә, үҙен яҡшы белгес кенә түгел, яҡшы кеше булараҡ күрһәтә. Поликлиника хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттар араһында тормош иптәшенең нәҫеле кеүек һәр саҡ лайыҡлы ихтирам лайыҡ.

 Сергей һәм Мария Поповаларҙың Елизавета исемле ҡыҙҙары ла ата-әсәһенең юлын һайлап, Мәскәүҙә Б.В. Петровский исемендәге Медицина университетына уҡырға ингән, әлбиттә, ул да династияны дауам итә. Шуға күрә Ольга Васильевна менән Олег Серафимович өс тапҡыр өләсәй һәм олатай булараҡ та бик бәхетлеләр.

Ҡалабыҙҙа Семагин-Поповтар һымаҡ күркәм һәм дан ғаиләләләрҙең булыуы – медицинаны биҙәп кенә ҡалмай, ә меңәрләгән ҡала халҡының нурлы йөҙҙәре, сәләмәт тәндәре, ҡотҡарылып ҡалған ғүмерҙәре лә бит әле ул!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар – ғаилә альбоиынан алынды.

 

ВРЕЗ: Илшат ЯППАРОВ, Стәрлетамаҡ 1-се ҡала дауаханаһы баш табибы, ҡала Советы депутаты:

Башҡортостанда Поповтар ғаиләһе һымаҡ  бер нисә быуын медицина династияһын тоташтырған хеҙмәт ғаиләләре һирәк, Ә Стәрлетамаҡта дүрт быуын табиптар династияһы булған берҙән – бер ғаилә ул. Улар беҙҙең, коллегаларының ғына түгел, бөтә ҡала халҡының ғорурлығы, ышанысы, дауаханыбыҙҙың тарихы. Күптәр уларға рәхмәтле.

Шуныһын да билдәләгем килә: ошондай дан ғаиләләр республикала һуңғы йылдарҙа иғтибар үҙәгенә сыға. Уларҙың тәжрибәһе, тарихы өлгө булып тора. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән ошондай дан ғаиләләр ихтирам ҡаҙана.

“АҠ ХАЛАТЛЫЛАР” ДИНАСТИЯҺЫ
“АҠ ХАЛАТЛЫЛАР” ДИНАСТИЯҺЫ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: