Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

ИЛЕБЕҘҘЕҢ КҮРКӘМ БИҘӘГЕ ЛӘ, ТЕРӘГЕ ЛӘ – БЫЛ ҒАИЛӘ

Сажиҙә Сабирйән ҡыҙы менән Муса Кәлимулла улы ҒАТИНдар ғаиләһе 1983 йылда барлыҡҡа килгән. Ул саҡта Әлшәй ҡыҙы менән Миәкә егете СДПИ-ның филология факультетында уҡып йөрөүсе студенттар ғына була әле. Бөгөн иһә улар ҡалала  абруйлы уҡытыусылар династияһы булып танылған. Ғатиндар хаҡында Рәсәйҙә ғаилә йылы айҡанлы, уҡытыусылар һәм Халыҡ-ара өлкәндәр көнөнә ҡарата мәҡәлә тәҡдим итәбеҙ.  

ИЛЕБЕҘҘЕҢ КҮРКӘМ БИҘӘГЕ ЛӘ, ТЕРӘГЕ ЛӘ – БЫЛ ҒАИЛӘ
ИЛЕБЕҘҘЕҢ КҮРКӘМ БИҘӘГЕ ЛӘ, ТЕРӘГЕ ЛӘ – БЫЛ ҒАИЛӘ

Пәйғәмбәр кеүек изгелекле булһын тип...

...1961 йылдың 24 апрелендә Миәкә районы Ҡаран аулында Кәлимулла һәм Орҡоя Ғатиндар ғаиләһендә алтынсы бала булып ир бала донъяға килә. Ата-әсәһе сабыйға, пәйғәмбер кеүек изгелекле булһын тип, Муса тип исем ҡуша. Ысынлап та, Муса Кәлимулла улы ата-әсәһенең өмөтөн аҡлай. Бәләкәйҙән тырыш, эшһөйәр, тәртипле малай мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай. Хәрби хеҙмәткә алынғансы, тракторсылар курсын тамамлап, тыуған совхозында тракторсы ла булып эшләп өлгөрә. Германия Демакратик Республикаһында десант ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан егет артабан яҙмышын мәғарифҡа бағышлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтының филолгия факультетының башҡорт-рус теле бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында уҡ уның лидерлыҡ һәм ойоштороу һәләте ныҡлы асыла. Ул биш йыл буйы группа старостаһы, профком, студсовет ағзаһы, “Заря” студенттар төҙөлөш отрядының алыштырғыһыҙ командиры була. Бөрйән районы Әтек ауылында ферма төҙөүҙә, Нуриман районында тимер юл төҙөлөшөндә, Миәкә районы Шатмантамаҡ ауылында балалар баҡсаһы, Стәрлетамаҡ педагогия институтының яңы корпусы төҙөлөштәрендә әүҙем ҡатнашып, рәхмәт хаттары ала.

Студент йылдарында уҡ үҙе һымаҡ уҡ студент ҡыҙ – Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы һылыуы Сажиҙә Сабирйән ҡыҙы Йосопова менән ғаилә ҡороп, юғары белемле белгес дипломы алыуға, ике балаға атай һәм әсәй булырға ла өлгөрәләр.

Дипломлы йәш белгесте, институтты тамамлау менән, Миәкә районы Йәнәби-Урсай һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең директоры вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Муса Кәлимулла улы үҙен һәләтле, талапсан, принципиаль, ғәҙел етәксе итеп күрһәтергә өлгөрә. Уҡытыусылар, ата-әсәләр, уҡыусылар йәш етәксене ихтирам итә. Дүрт йыл эсендә мәктәпкә Төхвәт Йәнәби исеме алып, уның исемен мәңгеләштереүгә күп көс һала.

Булдыҡлы йәш етәксегә артабан райондың иң ҙур башҡорт мәктәбе булған Илсеғол урта мәктәбен етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Был вазифала ул ун биш йыл эшләй. Тәжрибә туплап өлгөргән йәш директор мәктәптең материаль-техник базаһын байытыуға бөтә көсөн һала, бер туҡтауһыҙ яңылыҡҡа ынтыла. Уңыш тәүәккәлдәрҙе ярата, ти халыҡ мәҡәле. Ул етәкселек иткән йылдарҙа мәктәп төрлө юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә.

– Мәктәпте Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика гимназия-интернатының филиалы булып, эксперименталь майҙансыҡҡа әйләндерҙек. Мәктәп Илсеғол башҡорт гимназияһы статусы алды, – тип хәтерләй йәшлек йылдарын уҡытыусы.

Артабан яҙмыш уны яңынан Стәрлетамаҡ ҡалаһы менән бәйләй. Аспирантурала белем алыусы белгес ҡаланың иң ҙур мәктәбе булған 32-се мәктәптә директор урынбаҫары, Жәлил Киекбаев исемендәге 3-сө гимназия директоры вазифаларын башҡара. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул тырышлығы, ныҡышмалылығы менән айырылып тора. Әлеге ваҡытта ул – холлоҡ төҙәтеү органдары хеҙмәткәре, киске сменалы мәктәптә эшен дауам итә.
Мәғариф өлкәһендәге уңыштары, тырыш хеҙмәттәре өсөн Муса Кәлимулла улы “Рәсәй Федерацияһының почетлы белем биреү хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы юғары исемгә лайыҡ була. “Хеҙмәт ветераны” маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

 

“Уҡыусыларым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм!”

Әлбиттә, ошо урында ғәҙел рәүештә Сажиҙә Сабирйән ҡыҙының исемен атау фарыз. Сөнки ир-егет ниндәй генә үрҙәр яуламаһын, ниндәй генә һынауҙарҙы йырып сыҡмаһын, уның янында ныҡлы терәге булыуы мөһим! Ә бит ул тоғро, ышаныслы ҡатын ғына түгел, ә ғүмере буйы  үҙе лә балаларға белем биреүгә мөкиббән киткән педагог. Ошо йәһәттән ир менән ҡатындың тормошо ла, булмышы ла бер, улар ғаилә лә, серҙәш тә, рухташ та тип бер бөтөнлөгөн билдәләргә булалыр.

Институт тамамлағас, Сажиҙә институттың китапханаһында эшләй. Ире, армиянан һуң уҡығанға күрә, үҙенән бер йыл түбәнерәк курста уҡый. Әйткәндәй, Сажиҙә диплом алғанда тәүге балалары тыуа, ә Муса диплом алғанда икенсе балалары донъяға ауаз һала… Ул йылдарҙа Сажидә Сабирйән ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусыһы була, шулай уҡ уның уҡыусылары олимпиадаларҙа үҙҙәрен һәр саҡ алдынғылар рәтендә таныта. Ә инде 2003 йылда ғаилә ҡабат Стәрлетамаҡҡа килеп төпләнгәс, Сажиҙә ханым башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биреүен 32-се мәктәптә дауам итә һәм бөгөнгә тиклем ошо хеҙмәткә, ошо урынға тоғро ҡалып, тырышып эшләп йөрөй.

– Әлбиттә, уҡыусыларымдың күбеһе уҡытыусы һөнәрен һайланы. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан телевидениеһында эшләүсе Флорида Ким һәм Стәрлетамаҡ башҡорт драмтеатрында танылыу яулаған Резеда Әмәкәсова һымаҡ талантлы уҡыусыларым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм, – ти  Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Сажиҙә Ғатина. Был шәхестәрҙең ижади үҫешендә, һис шикһеҙ,  башҡорт теле уҡытыусыһының хеҙмәт емеше лә бар!..

Ул “Якласс” платформаһында башҡорт теле предметын Президент грантына  йүнәлткән комиссияла торған 15 уҡытыусының береһе лә әле. Республика аттестация комиссияһы ағзаһы, башҡорт теле уҡытыусыларының ҡала методик берләшмәһенең методсовет ағзаһы, 20 йыл туған телдәр, эстетик цикл уҡытыусыларының мәктәп методик берләшмәһе етәксеһе – былар ҙа тик оҫта педагог хаҡындағы һүҙҙәр! Ә инде быйылғы йылда Сажиҙә Сабирйән ҡыҙының иң яҡшы туған телдәр уҡытыусыһы республика башлығы Гранты еңеүсеһе булып танылыуы ҡалабыҙ өсөн айырыуса ғорурлыҡ уята!

Уның да тырыш хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе менән баһаланған!

 

Ата-әсә һалған эҙҙәр буйлап...

Ғатиндарҙың татыу ғаиләһе өс балаға ғүмер биреп, уларға юғары белем алырға ярҙам итеп, үҙаллы тормош юлына сығарған. Оло ҡыҙҙары Айһылыу Стәрлетамаҡ ҡалаһының 20-се мәктәбендә башҡорт һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы булып эшләй. Ике бала тәрбиәләй. Ғатиндарҙың улдары Данил да, мәктәпте “алтын” миҙал менән тамамлап, технология-иҡтисад йүнәлеше буйынса эшҡыуарлыҡ бүлеген тамамлап, 32-се мәктәптә технология уҡытыусыһы булып уңышлы эшләп йөрөй. Ҡатыны Альбина менән ике ул үҫтерәләр. Әйткәндәй, Альбина 23-сө полингвиаль мәктәптә  инглиз башҡорт һәм  инглиз теле уҡытыусыһы. Ғатиндарҙың республика олимпиадалары, конкурстары еңеүсеһе булған кескәй ҡыҙҙары Наҙгөл магистратура тамамлап “Башнефть”тә әйҙәүсе белгес. Уның ире Ильдар айти технологиялар белгесе. Балалары менән хаҡлы ғорурлана ала Ғатиндар ғаиләһе. Ҡәҙерләп үҫтергән балалары ата-әсәһенең матур өлгөһөндә тырыш, тәртипле булып үҫкәндәр. Туған телдәрен, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итәләр. Әйткәндәй, өс ейән, бер ейәнсәргә яратҡан олатай ҙа әле улар.

...Был ғаиләнең күңел йылыһы күпме уҡыусыларҙың йөрәгенә юл һалғандыр, өмөттәренә ҡанат ҡуйғандыр – һанап бөтөрлөк  түгел. Әлбиттә, Ғатиндар һымаҡ өлгөлө уҡытыусылар ғаиләһе – илебеҙҙең күркәм биҙәге лә, терәге лә ул!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото ғаилә альбомынан алынды.

ИЛЕБЕҘҘЕҢ КҮРКӘМ БИҘӘГЕ ЛӘ, ТЕРӘГЕ ЛӘ – БЫЛ ҒАИЛӘ
ИЛЕБЕҘҘЕҢ КҮРКӘМ БИҘӘГЕ ЛӘ, ТЕРӘГЕ ЛӘ – БЫЛ ҒАИЛӘ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: