Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Төрлө һөнәрҙәргә бай еңеүсебеҙ!

Хәтерегеҙҙә булһа, тәрбиәсе Кристина Евгеньевна ОРЛОВА баҫмабыҙ социаль селтәрҙәрҙә үткәргән “Стәрлетамаҡтың иң яҡшы педагогы” конкурсында 2-се урын алғайны. Беҙгә яңыраҡ уның менән осрашып һөйләшергә форсат тейҙе.

Ул – Стәрлетамаҡ ҡыҙы. Ҡалабыҙҙың 34-се мәктәбен тамамлағандан һуң күп профилле педколледждың мәктәпкәсә белем биреү бүлегендә уҡый. Хеҙмәт юлын ҡалабыҙҙың 55-се балалар баҡсаһында башлап, 5 йыл эшләп, төркөм сығара. Шулай уҡ 54-се балалар баҡсаһында 4 йыл тәрбиәсе булып эшләп, тағы ла бер төркөм сығарған. Бөгөн ул 56-сы балалар баҡсаһында – тәрбиәсе. Әйткәндәй, Кристина Евгеньевна 2017 йылда Өфө ҡалаһындағы М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамалаған.

Ул әле балалар баҡсаһынан һуң “УНИКУМ” балалар клубында педагог-психолог булып та эшләй. Шул уҡ ваҡытта үҙен ҡарарға ла онотмай. Гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың күбеһе һымаҡ, аҙнаһына өс тапҡыр тренажер залға ла йөрөй икән. Бынан тыш, ул бала сағынан уҡ һүрәттәр төшөрөргә ярата. Был шөғөл уға әсәһенән күскән. Ә балалар менән эшләргә яратыуы  өләсәһенән килә. Шулай уҡ, Кристина Орлова ҡул эштәренән бәйләм бәйләргә әүәҫ, был шөғөлөм, бигерәк тә, төрлө байрамдар, асыҡ саралар үткәргәндә ярап ҡала, ти ул. Әңгәмә барышында: “Туғыҙ йыл хеҙмәт юлында әлеге эш урының – өсөнсөһө, балалар баҡсаһынан-балалар баҡсаһына күсеүеңде нисек аңлатыр инең?” тип күңелде ҡытыҡлап торған һорауымды бирмәй булдыра алманым.

– Бер  балалар баҡсаһында эшләп, 4-5 йыл эсендә ундағы балаларға шул тиклем өйрәнәм һәм уларҙы сығарғандан һуң, мин ҡабат шул балаларҙы хәтерләткән ергә кире бара алмайым, шуға ла барыһын да икенсе урында яңы балалар менән башлайым, – тип аңлатты ул. Әйткәндәй, 54-се балалар баҡсаһында ул профсоюз рәйесе лә булған. Был йәмәғәт эшен: “профсоюз рәйесе, бер ҡараһаң, бәләкәй юрист һымаҡ та әле ул, кешеләргә ярҙам итәһең, документтар менән эшләйһең”, тип билдәләп китте Кристина Орлова. Ә 56-сы балалар баҡсаһында уның хеҙмәт юлы яңы төркөм менән дауам итә. Балалар менән эшләүҙе ғүмер мәғәнәһе итеп алған Кристина Евгеньевнаға эшендә уңыштар һәм матур киләсәк теләргә ҡала.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар Кристина Орлованың шәхси архивынан алынды.

Төрлө һөнәрҙәргә бай еңеүсебеҙ!
Төрлө һөнәрҙәргә бай еңеүсебеҙ!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: