Ул таҫма снаряд, гранаталарҙы пилотһыҙ аппараттарға бәйләп ҡуйыр өсөн ҡулланыла. Тимәк, Әсә йөрәге һаман да улы менән, уның Еңеү өсөн көрәшен дауам итә, уның яуҙашатарына ярҙам итә. Шулай ҙа, ауыр булһа ла тәүге һорауым улы тураһында ине. Сөнки беҙ герой тормошон белергә тейеш!..
40 көн эсендә юғалталар
Коломиец Евгений Николаевич 1998 йылдың 8 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһында яҡты донъяға килә. 2005-2014 йылдарҙа ҡалабыҙҙың 1-се лицейында белем ала. Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ төрлө китаптар уҡырға ярата. 2014 йылдан 2018 йылға тиклем Стәрлетамаҡ политехник колледжында “Машина төҙөү технологияһы” белгеслеге һөнәрен үҙләштерә. Баҫалҡы холоҡло егет була. Йыш ҡына дуҫтары менән тәбиғәт ҡосағында ял итә. Әйткәндәй, ул шиғыр яҙыу менән дә мауыға, тик улар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаҡланмаған. Колледжды тамамлау менән армия сафтарына саҡырыу ҡағыҙы ала. Башта Евгений биш ай самаһы Ярославль юғары хәрби училищеһында, аҙаҡ Байкал аръяғы крайында Чита ҡалаһында өлкән механик-водитель булып хеҙмәт итә, шунда уҡ уға ефрейтор дәрәжәһе бирелә.
Армиянан ҡайтҡас “Красный пролетарий” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә токарь булып эшкә урынлаша. Ә 2021 йылдың майынан мобилизация башланғанға тиклем “Руссмаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең стандарт булмаған материалдар заводында станоктар операторы булып эшләй.
2022 йылдың 25 сентябрендә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға алына. Әҙерлекте Пенза ҡалаһында үтә. Ошо уҡ йылдың 4 ноябрендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. РФ Президениты 2023 йылдың 20 февралдә сығарған Указына ярашлы һәләк булғандан һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Әйткәндәй, ҡалабыҙ уның менән бер рәттән Шәүәлиев Альберт, Орлов Александр менән хушлашты. Ғөмүмән, 16 ноябрҙә Ишембай Күмертау, Белорет, Учалы, Көйөргәҙе, Архангель райондары ла егеттәрен ерләй.
Коломиецтар махсус хәрби операцияға юлланған улдарын 40 көн эсендә юғалталар. Ҡыйын булһа ла Оксананан ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына был ҡот осҡос төштөң, ығы-зығының нисек башланыуы хаҡында төпсөнәм.
– 21 сентябрь көндө иремдең тыуған көнө ине, 22 сентябрҙә повестка килтерҙеләр. Улыбыҙға хәбәр иткәс, ул был мәғлүмәтте тыныс ҡабул итте: “Кәрәк икән – барам, минең урынға күрше егете барһынмы ни?” – тип ул көндәрҙе яңынан иҫенә төшөрҙө Оксана Насир ҡыҙы. Ә 25 сентябрҙә ул магазинда торғанда улы хәрби комиссариаттан шылтыратып: “Бөгөн алып китәләр” тигәс ҡулындағы сумкалары төшөп китә. Военторг кибетенә армияла кәрәкле кейем-һалымды алырға тип барһа, унда шундай ажиотаж (шау-шыу) күтәрелгән була: ир-егеттәр аяҡ кейеме, башҡа кейем-һалымды сират тороп алалар. Оксананың: “Һеҙ бөгөн китәһегеҙме ни? тигән һорауына “Юҡ!” тиҙәр. Уның: “Һуң бөгөн китмәгәс, әйберҙәрҙе бөгөн юлға сығыусыларға ҡалдырығыҙ!» тигәнен ишетеүсе лә булмай. Бер нисә сәғәт эсендә әҙерләнеп, шул кисте оҙата улар Евгенийҙы…
Һиҙмәй буламы ни Әсә йөрәге
Телефондан һөйләшкәндә ул зарланмай. Әсәһен ҡайғырмаһын тигәндер инде… Әйтә торған һүҙҙәр була, был шарттарҙа – әйтмәй торғандары ла. Шулай ҙа, 2 ноябрҙә әсә менән ул бик оҙаҡ һөйләшәләр. Евгений шунда: “Мин үлемдән түгел, ә иптәштәремдең ышанысын юғалтыуҙан ҡурҡам”, ти. Һуңғы тапҡыр икәнлеген һиҙгәндәй, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй әсә менән улдың. Илашып та алалар. Ә 3-4 ноябрь төнөндә “Хаймерҙар” аҫтында һәләк була Башҡортостан егеттәре. Был хаҡта Коломиецтар ғаиләһе аҙаҡ белә, әлбиттә. Егеттәрҙең урынлашҡан урынын стена бүлеп тора тиергә була. Бер яғында Пенза егеттәре, икенсе яғында беҙҙекеләр. Евгений аралашыусан егет була. Уны хатта Пенза егеттәре үҙҙәренең янына ла саҡырған булған. Әммә ул үҙәренең яҡташтары янында ҡала!
Улының үлеме хаҡында Оксанаға 11 ноябрҙә генә хәбәр итәләр. Бер-ике көн алдан билдәле булһа ла, хәрби комиссариатта эшләгән әхирәте шунда уҡ хәбәр итергә ҡыймай…
– Донъяның нисек түңкәрелгәнен балаларын юғалтҡан ата-әсәләр генә аңлайҙыр, моғайын… Тирә-яҡта нимә барғаны ишетелмәй ҙә, күренмәй ҙә. Күҙ йәше кибә, һыҙланыу юҡ, бары – бушлыҡ ҡына, – тип хәтерләй ул көндәрҙе Оксана Насир ҡыҙы. – Ә беләһегеҙме, беҙ улдарыбыҙҙы оҙатҡан ҡотһоҙ кисте улар автобустарға ултырғас, техника тирәләй күктә ҡарғалар өйөрөлдө, мин шунда уҡ “хәйерлегә түгел был хәл” тиеп уйланым…
“Айнытып” ебәргәндәй булды...”
Бирмәгән һорау, һөйләшмәгән һүҙ ҡалманы. Шулай ҙа мин уға: “Ғәзиз балағыҙҙы юғалтыу ҡайғыһы мәңге үҙенән ебәрмәһә лә, артабан йәшәр өсөн ҡайҙан көс таптығыҙ?” тигән һорауымды ла бирергә баҙнат иттем.
– Беҙ ҡайғыбыҙҙа яңғыҙ булманыҡ. Иремдең туғандары тәүге көндән үк кәрәкле ергә алып барҙы. Дуҫтарыбыҙ хәлде белешеп торҙо. Күҙ алдында иремдең юғалтыуҙы ауыр кисереүе – мине бер мәлгә “айнытып” ебәргәндәй булды. Иремдең үҙ автосервисы бар. Ул фронтҡа ебәреләсәк машиналарҙы ремонтлай башланы. Ә гуманитар ылау менән барып ҡайтҡас, беҙҙең ярҙам ундағы егеттәргә кәрәклеген аңланыҡ. Һәм беҙ автомат-кофейняһын һатып, махсус хәрби операцияла иң кәрәкле әйберҙәрҙе хәстәрләй башланыҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ла халыҡ тылда ярҙам иткән. Кем нисек булдыра. Әле лә шундай уҡ ҡанҡойоштар бара. Беҙҙең балалар, ирҙәр ярҙамға мохтаж. Бындағы ваҡ-төйәк проблемаларҙы хәл итеп була. Ә унда бит һуғыш бара… Кем нисек ярҙам итә ала, шулай ярҙам итегеҙ! Мин Хоҙайыма рәхмәтлемен, беҙ был ҡайғынан донъяға үсләшмәнек, ә, киреһенсә, улыбыҙ һымаҡ махсус хәрби операция геройҙарына ярҙам итеү ихтыяжы уянды, – тине ул.
Әйткәндәй, Оксана Насир ҡыҙы Таймаҫова (ҡыҙ фамилияһы, тамырҙары уның Стәрлебаш районына барып тоташа) ҡалабыҙҙың 23-сө мәктәбендә (әлеге 2-се гимназия), аҙаҡ химия-технология техникумында уҡыған. Ҡулына ҡыҙыл диплом алыу менән ошо уҡ техникумда белем алған Николай Коломиецҡа тормошҡа сыға. Улар еңел атлетика менән шөғөлләнгәндә танышалар. Улдары Евгенийға ике йәш тулғас үҙ магазинын аса. Әммә, Советлар Союзы тарҡалған ауыр йылдарҙа үҙ эшен асырға ла, ябырға ла тура килгән уларға.
Икенсе улдары Юра Воронеж хәрби академияһында 5-се курста уҡып йөрөй. Ҡыҙҙары Екатерина 5-се гимназияла 6 класта уҡый.
Осрашыуына ышанып йәшәй...
Тормош дауам итә... Шул уҡ ваҡытта Оксана Коломиецтың эске азатлығы, ҡаһарманлығы һоҡландыра. Әле ул психология буйынса белем ала һәм бының менән генә лә сикләнмәй. Хәрби комиссариатҡа барып махсус хәрби операцияға юлланыусыларға тактик медицина буйынса белем бирә. Йөрәк ҡушыуы буйынса тип өҫтәгем килә. Был беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн дә үҙеңдең махсус медицина белемең булырға тейеш. Ул белемде Өфө дауаханаларының береһендә ала һәм имтихан тота, йәғни үҙе белем бирерлек дәрәжәгә етә.
– Тормошта бер нимә лә юҡтан ғына булмай. Өфөлә медицина серҙәрен үҙләштереп йөрөгәндә Аллаһ Тәғәлә Оксананы рухани – Отец Киприян менән осраштыра. Фәҡәт уны тыңлағандан һуң Оксана яңынан йәшәй башлай. Сөнки ул улы менән ҡасан да булһа ла осрашыуына ышанып йәшәй. “Беҙҙә һәр ваҡыт һайлау мөмкинлеге бар”, ти ул һәм “улымды икенсе үлсәмдәргә яратып ебәрҙем”, тип йән иңрәүе менән түгел, йән тыныслығы менән әйтә.
Ә инде Евгенийҙың атаһы Николай Юрьевичҡа килгәндә, ул быйыл ҡалабыҙҙа үткән “Сауҙагәр.02” фестивалендә “Йыл меценаты” булды. Тормошта көтөлмәгән һынауҙар, юғалтыуҙар аҙым һайын тиерлек. Ләкин шундай саҡта Коломиецтар һымаҡ һынмаған, юғалып ҡалмаған ғаиләләр үҙ өлгөһөндә күптәргә артабан йәшәргә көс бирә.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар ғаилә альбомынан алынды.