Ә йылдар үткәс Зөлфиә Златоустҡа барып һыуытҡыстар буйынса технолог һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ауылына ҡайтып, мәктәптә ашнаҡсы ла була. Йырламай торалмаған ҡыҙ 1993 йылда Өфө сәнғәт училищеһына барырға тәүәкәлләй. Ул саҡта конкурс ҙур була. Әҙилә Хәбип ҡыҙы Шәйхисламова класына эләгә Өсөнсө курсҡа күскәндә үҙе менән бергә уҡыған Әбйәлил егетенә кейәүгә сыға. Әйткәндәй, йәштәр әлеге эстрада йондоҙо Әнүәр Нурғәлиев менән бергә уҡыйҙар. Каникулда бергәләп Башҡортостан ауылдары буйлап концерт ҡуйып йөрөйҙәр. Шунда эшләгән аҡсаға үҙҙәренең никахына балдаҡтар һатып ала Әүбәкеровтар. Өсөнсө курс аҙағында ҡыҙҙары тыуа. Йәштәргә тормош көтөлмәгән һынауҙар ҙа ҡуя әле ул саҡта. Ғаилә ҡорҙоң да, рәхәт кенә йәшәп алдың да киттең түгел шул. Өйләнеү менән йәштәрҙе дөйөм ятаҡтан ҡыуа башлайҙар, ә төҙөлөп ятҡан яңыһынан урын бирмәйҙәр. Мәҙәниәт министрлығына барғас ҡына ыңғай хәл ителә йәш ғаиләнең сетерекле мәсьәләһе. Балаһына 5 ай тулыу менән кескәйҙәрен әсәйҙәренә ҡалдырып, иренән бер курсҡа ла артта ҡалмай бергә диплом ала Зөлфиә Дауыт ҡыҙы.
Стәрлетамаҡ филармонияһына килеп еткәнсе йәш ғаиләгә иренең тыуған яҡтарында йәшәргә лә, Сибай филармонияһында эшләргә лә тура килә уларға. Талантлы йәштәрҙе ҡалабыҙға, Стәрлетамаҡ филармонияһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рима Шәһит ҡыҙы Шакирова саҡыра. Ул ваҡытта бында Ғәзинур Хужәхмәтов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, ҡурайсы Ҡадир Әүбәкеров, Райхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, Зилә Лира, Альфред Мырҙағалиев, Рәйес Әбүбәкеров, Альберт Салауатов, Сәйҙәш Сәсәнбаев эшләп йөрөгән була. Ә Ришат Хәмиҙуллин һәм Гүзәл Фәхретдинова концерттарҙы оҫта итеп алып бара. Репертуарында «Болон» тип аталған халыҡ йыры ла булған Зөлфиә Әүбәкерованы Стәрлетамаҡ тамашасы шунда уҡ үҙ итә. Зөлфиәнең тормош иптәше Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рамил Әүбәкеров менән бергә яһаған сығыштары айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уларҙың бергә башҡарған дуэттары: «Бәхетем һин» (Р.Әүбәкеров музыкаһы, С.Әлибаев һүҙҙәре), «Һин булмаһаң йырлы булмаҫ инем» (Р.Әүбәкеров музыкаһы, Ә.Таһирова һүҙҙәре), «Ал ҡосағыңа, йәнкәйем» ( С.Бәҙретдинов һүҙҙәре һәм музыкаһы), «Ҡарҙар ҡарала» (Ф.Низамиева һүҙҙәре, Ф.Низамиев музыкаһы) һәм башҡалар. Зөлфиә башҡарған таҡмаҡтарҙы ла тамашасылар йылы ҡабул итә.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс йәш ғаиләгә «гостинка» бирәләр. Улар икеһе лә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ҡалабыҙ шөһрәтен күтәргән шәхестәр. Бынамын тигән ике ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Наҙлы олатай, өләсәй булырға ла өлгөргәндәр. Һуңыраҡ бирелгән өс бүлмәле фатирҙары «ведомственный» тигәндән төшөп ҡалып үҙҙәренеке була. Тормош һынауҙарын артистар ҙа русса әйткәндә, «от А до Я» үтә икән! Беҙҙең алға сығып йырлап торһалар ҙа, гастролдәргә барғанда һәр саҡ ҡояшлы, матур көндәр булды тип кенә әйтеп булмай. Уларҙың да ямғырҙарҙа - сыланған, йылытылмаған ҡунаҡханаларҙа - туңған саҡтары ла булғылаған…Әүбәкеровтарға ҡарайым да - улар икеһе бер бөтөн кеүек тойолдо. Шул тиклем дә бер-береһенә оҡшаған парҙар булыр икән, тип уйлап ҡуям. Бер-береһен тулыландыралар бит, ысын мәғәнәһендә! Ундай шәхестәр тураһында ауралары һәйбәт кешеләр тип әйтәләр. Әүбәкеровтар – тап шундайҙарҙан! Шулай ҙа иң ҡыҙыҡһындырғаны: 29 ноябрҙә үтәсәк кисәләге концерт программаһында тамашасыны ниҙәр көтә?
Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Стәрлетамаҡ филармонияһы солисткаһы Зөлфиә Дауыт ҡыҙы Әүбәкерованың 29 ноябрҙә 19.00 сәғәттә үтәсәк «РӘХМӘТЛЕ МИН ЯҘМЫШЫМА» тип аталған кисәһендә йырсы башҡорт халыҡ, эстрада йырҙарын, башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен, һәр тамашасы күңеленә яҡын булған ретро йырҙарҙы бар күңелен һалып башҡарасаҡ. Репертуарында «Зөлхизә», «Уйыл», «Сәлимәкәй», «Зөбәйҙә», «Күгәрсен» һымаҡ сәхнәгә сығарған яңы йырҙары ла бар.Тамашала ижадташ дуҫтары "Ашҡаҙар" башҡорт эстрада-фольклор төркөмө солистары Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ришат Хәмитов, йыр конкурстары лауреаты Гүзәлиә Татлыбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Райхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, шулай уҡ махсус ҡунаҡтар Азалия Вәлиева, Ғаяз Ялмырҙин ҡатнашасаҡ. Ә иң мөһиме кисәлә Әүбәкеровтарҙың ҡыҙы һәм ейәнсәрҙәре сығыш яһаясаҡ. Тамаша матур булмаҡсы…Талантлы йыр-моң оҫтаһы Зөлфиә Әүбәкероваға артабан да яңы үрҙәр, ғаилә именлеге. ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар ғаилә альбомынан алынды.