Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
29 Апрель 2025, 10:25

ТӨШӨМӘ ТЕРЕ КИЛЕШ ИНӘ…

Мәүлиҙә Моратова – Бөрйән районы Байназар ауылы ҡыҙы. Урта мәктәпте тамамлағас Сибай медучилищеһына барып ҡарай. Керә алмай, документтарын иптәш ҡыҙҙарына эйәреп, Ҡырмыҫҡалылағы бухгалтерҙар курсына тапшыра. Шул йылды мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөүсе әсәһе илле генә йәшендә вафат була. Мәүлиҙә уҡыуын ташлап, ҡустылары янына ҡайтырға мәжбүр була. Тыуған ауылында уны әсәһенең урынына  мәктәпкә уҡытыусы итеп алалар.

ТӨШӨМӘ ТЕРЕ КИЛЕШ ИНӘ…
ТӨШӨМӘ ТЕРЕ КИЛЕШ ИНӘ…

Ә бер аҙҙан ул юғары уҡыу йортона уҡырға керә. Тормошҡа сыға, улдары тыуа. Иптәше ҡустыларына һөнәр һайлауҙа һәм эшкә урынлашыуҙа ярҙамлаша. Ире хөкүмәт эшенән китеп, үҙ эшен асып ебәргәс, уйламағанда ғаилә тарҡала. Мәүлиҙә эшкә урынлаша, буласаҡ тормош иптәше менән таныша һәм дуҫлашып йөрөй башлай. Шулай итеп Мәүлиҙә билдәле композитор Юлай Моратовтың улы Айратҡа кейәүгә сыға. Айрат инглиз теленән уҡыта. Ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, тәүге иренән тапҡан  улы ла 3-сө башҡорт гимназияһына уҡырға инә. 2011 йылда ҡыҙҙары Мәрйәм, 2013 йылда улдары Ибраһим тыуа. Башҡортостанда эшкә ауылға, эшселәр ҡасабаларына, ҡала тибындағы ҡасабаларға һәм халҡы 50 мең кешегә тиклем булған ҡалаларға күсеп килгән уҡытыусыларға бер миллион һумлыҡ компенсация түләй башлағас, Айрат Архангель районына эшкә китә. Тик ул һәр ваҡыт хәрби булырға хыялланған булған.  Юғары белем алғанда уҡ хәрби кафедрала укыған , өлкән лейтенант булғас, махсус хәрби операция башланыу менән контракт төҙөп үҙ теләге менән китә ул. Взвод командиры була.Туғыҙ ай үткәс кенә беренсе тапҡыр  30 апрелдә ике аҙнаға ҡайта. Икенсе тапҡыр үткән йылдың 9 ғинуарында ҡайтып, 22 ғинуарында кире китә. Элекке урынына барып еткәс икенсе урынға күсерәләр. Бер аҙҙан хәбәрләшә алмай башлағас «2024 йылдың 1 апрелендә һәләк булған» тигәнерәк раҫланмаған хәбәр килә, ләкин кәүҙәһе табылмай. Мәүлиҙә иренең үлмәгәнлегенә ышана, «Төшөмә тере булып инә һәм һөйләшә» ти ул. Шулай ғына була күрһен инде…Өҙөлмәһен һуңғы өмөттәр…Әйткәндәй, Мәүлиҙә Нурғәли ҡыҙы ҡалабыҙҙың 3-сө башҡорт лицей-интернатында тәрбиәсе булып эшләй. Өфөлә «Милләт әсәһе» конкурсында ҡатнашып финалға сыға. Тимәк, тормош дауам итә.

- Ауыр сағымда терәк булған коллегаларыма, директорыбыҙ Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы Әхмәтоваға, Башҡортостан республикаһының ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты  етәксеһе Янина Рәшитовна Волочаеваға ихлас рәхмәттәрем, - ти Мәүлиҙә Нурғәли ҡыҙы.

Мәүлиҙә Моратова һымаҡ ирҙәренең йәки балаларының иҫәнме-юҡмы икәнлеген белә алмай йонсоған һәм билдәһеҙлектә йәшәгән  меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәм әсәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ һәм уларға ысын йөрәктән сабырлыҡ теләйбеҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар ғаилә альбомынан алынды.

ТӨШӨМӘ ТЕРЕ КИЛЕШ ИНӘ…
ТӨШӨМӘ ТЕРЕ КИЛЕШ ИНӘ…
ТӨШӨМӘ ТЕРЕ КИЛЕШ ИНӘ…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас