Бөтә яңылыҡтар

ЯҠЫНДАН БЕЛМӘҺӘМ ДӘ…

Таныштарым араһында ла, дуҫтарым араһында ла, туғандарым араһында ла матур ғаиләләр күп. Шуға күрә 8 июль – ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө еткәндә «Кемде яҙырға икән?» тигән һорау торғаны юҡ. Ләкин махсус хәрби операция башланғандан алып, төрлө яҙмыштарға дусар булған ғаиләләрҙең нисек тә күңелдәрен йыуатыу тойғоһо минең иғтибарҙы уларға бора.

ЯҠЫНДАН БЕЛМӘҺӘМ ДӘ…
ЯҠЫНДАН БЕЛМӘҺӘМ ДӘ…

Рәмилә Тимерғәли ҡыҙы Нәжметдинованы яҡындан белмәһәм дә, төрлө сараларҙа осратҡаным булды. Яңыраҡ уға һүҙ ҡушырға баҙнат иттем һәм уның ғаилә тарихы ла башҡа меңәрләгән совет ғаиләһенән әллә ни айырылмауына, хатта беҙ йәшәгән быуаттағы күп ғаиләләрҙең бер-береһенә оҡшағынлыҡтарына  шаһит булдым.

Рәмилә апай Ауырғазы районының Өс бәлеш ауылында ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Урта белемде күрше ауылдарға йөрөп ала. Благовещенск ҡалаһында бухгалтерҙар курсында 1 йыл уҡый. Уҡыуын тамамлағас яҙмыш уны Өфө ҡалаһы менән бәйләй. Төҙөлөш ойошмаларында, заводта эшләй. Буласаҡ тормош иптәше менән «Победа» кинотеатрында танышалар. Бер йыл тирәһе дуҫлашып йөрөгәс Кушнаренко районының Түбән Сәйет ауылында тыуып үҫкән егет ҡыҙға тәҡдим яһай. 1981 йылда улдары Руслан тыуа. Ә алты йылдан һуң Ринат исемле улдары донъяға килә.

- Ике улым да бәләкәйҙән атай-әсәй, өләсәй тәрбиәһе күреп, эшһөйәр булып үҫтеләр, тырыш булдылар, ҡулдарынан килмәгән эштәре юҡ, тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ, - ти Рәмилә Тимерғәли ҡыҙы. Үкенескә ҡаршы, тормош иптәше Маратты яман сир был яҡты донъяларҙан иртәрәк алып китә. Шулай ҙа, улдарын башлы-күҙле итеп өлгөрә ул. Русландары мәктәпте Өфөлә тамамлаған булһа, кесе улдары Ринат ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс, уҡыуын ҡалабыҙҙың 29-сы мәктәбендә дауам итә. Ә 9-сы класты тамамлағас 18-се һөнәрселек училищеһында уҡый. Уҡыуын тамамлау менән әрме хеҙмәтенә саҡырыла һәм Мәскәү өлкәһенең Жуковский ҡалаһында йыл ярым хеҙмәт итә. Өйләнеп, балалар үҫтереп матур ғына йәшәп ятҡанда махсус хәрби операция башланғас егеткә повестка тапшыралар. Һәм ул, меңәрләгән тиҫтерҙәре һымаҡ уҡ, беҙҙең тыныс тормошто, аяҙ күкте һаҡлар өсөн ил саҡырған ергә юллана. Бер тапҡыр отпускыға ҡайтып әйләнә. Тик 2023 йылдан бирле бәйләнешкә сыҡмай. «2023 йылдың майында үлгән имеш» тигән хәбәр килһә лә, һәләк булыусылар исемлегендә юҡ икән. «Шуға күрә хәбәрһеҙ юғалыусылар статусында улым һәм ҡәүҙәһе табылмайынса мин уның үлеменә ышанмайым» - ти әсә кеше. Әлбиттә, билдәһеҙлек алдында ҡалған һәр әсәнең дә йөрәге шулай тибәлер ул. Һуңғы һаламға йәбешкәндәй, күрәҙәгә лә мөрәжәғәт итә улар. Ә күрәҙә : «Улың тере!» тигән. Шулай ғына була күрһен.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото : ғаилә альбомынан алынды.

ЯҠЫНДАН БЕЛМӘҺӘМ ДӘ…
ЯҠЫНДАН БЕЛМӘҺӘМ ДӘ…
Автор: Римма Галимова
Читайте нас