Бөтә яңылыҡтар

ГӘЗИТТЕ СТУДЕНТ САҠТАН УҠ АЛДЫРА

Әнисә Шәрәфетдинова велосипедта тауҙарға барасаҡ Гәзиткә яҙылып бүләк отоусыларҙың береһе – баҫмабыҙҙың күптәнге дуҫы Әнисә Хәмзә ҡыҙы Шәрәфетдинова булып сыҡты. Ишембай районының Уразбай ауылында тыуып үҫкән был ҡыҙ студент сағынан “Ашҡаҙар” гәзитен алдыра, сирек быуат тирәһе баҫмабыҙ менән тығыҙ бәйләнештә. Әле ул Стәрлетамаҡ районы советында баш белгес булып эшләй.

ГӘЗИТТЕ СТУДЕНТ САҠТАН УҠ АЛДЫРА
ГӘЗИТТЕ СТУДЕНТ САҠТАН УҠ АЛДЫРА

– Ғүмер эсендә лотерея билеты алғанда ла йөҙ һумдан артыҡ отмағанға күрә, велосипед отоуыма бик шатмын. Был бүләк өсөн улым Алмаз миңә ҡарағанда ла нығыраҡ ҡыуана. Бынан бер нисә йыл элек “Ашҡаҙар” гәзите Башҡорт академтеатры килтергән Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй” пьесаһына билет уйнатҡанда ике урынлыҡ билет отҡайным. Шулай уҡ “Ауыл тормошо” гәзите ойошторған отош уйындарында ла ике тапҡыр бүләк отҡаным булды. Миңә ике баҫманың ҙа  биҙәлеш һәм йөкмәтке яғынан  ыңғай яҡҡа үҙгәреүе, уҡыусылары артыуы шатландыра, – ти Әнисә Хәмзә ҡыҙы.

Баҡтиһәң, бүләк отоусыбыҙ буш ваҡыттарын әүҙем ял итеп уҙғара. Мәҫәлән, ул улы Алмаз менән тирә-яҡтағы барлыҡ тау-күлдәрҙе лә күреп өлгөргән, йыш ҡына сәйәхәт итәләр, шул иҫәптән йәйәү һәм велосипедта ла. Бынан тыш әүҙем ҡатын ирекмән дә икән. Мәҫәлән, юғалған кешеләрҙе эҙләүҙә, тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә ҡатнаша, был йәһәттән уға ялан-ҡырҙар буйлап йөрөргә лә тура килә.

– Шуға күрә был беҙҙең өсөн бик мөһим бүләк. Ҙур рәхмәт, артабан да “Ашҡаҙар” менән ҡаласаҡбыҙ! – тип тә өҫтәй төп еңеүсе. Ә беҙ отҡан велосипед уның буласаҡ хужаһына оҙаҡ хеҙмәт итһен, тигән теләктәр еткереп ҡалабыҙ!

Әйткәндәй, хөрмәтле дуҫтар, был уйын тамам, әммә һеҙҙең әүҙемлекте иҫәпкә алып, беҙ көҙ көнө “Ашҡаҙар” гәзитенең 35 йыллыҡ юбилейына арналған сарала әлеге уйында ҡатнашыусылар араһында йәнә бер тапҡыр отош ойошторасаҡбыҙ. Шуға гәзитте уҡып, беҙҙең сайт, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрҙе ҡарап барығыҙ, шарттар тураһында хәбәр итербеҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Рәмил МАНСУРОВ фотоһы.

ГӘЗИТТЕ СТУДЕНТ САҠТАН УҠ АЛДЫРА
ГӘЗИТТЕ СТУДЕНТ САҠТАН УҠ АЛДЫРА
Автор: Римма Галимова
Читайте нас