Шлифовкалаусы Илдус Йәүҙәт улы ВӘХИТОВ– Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Уҫылы ауылында тыуып үҫкән. Һигеҙенсе класты тамамлағас Стәрлетамаҡта автокрановщик һөнәрен үҙләштергән. Һайлаған һөнәре уға Амур өлкәһендә армияла хеҙмәт иткәндә ярҙам итә. Армиянан ҡайтыу менән егет Стәрлетамаҡҡа килеп Машзаводҡа өйрәнсек-шлифовкалаусы булып эшкә урынлаша. Алты йыл эшләгәндән һуң завод ябыла. Дүрт йыл төҙөлөштә йөрөй. Ә 2002 йылда Инмашҡа 5 разрядлы шлифовкалаусы булып эшкә килә һәм бөгөн дә сафта.
– Ниндәй генә заказ килһә лә, беҙ кәңәшләшеп хәл итәбеҙ. Һәр деталь нескәлек, теүәллек һәм иғтибар талап итә. Әле беҙ самолет өсөн кәрәкле әйберҙәр эшләйбеҙ, – тип ҡаршылағы төрлө үлсәмдәге тимер тәгәрмәстәрҙе күрһәтә әңгәмәсем.
Үҙе эшләү бер, тәжрибәле эшсегә бында эшкә килгән йәштәрҙе лә үҙ һөнәренең нескәлектәренә өйрәтергә тура килә. Илдус Йәүҙәт улының һуңғы уҡыусыһы Александр Ильин тураһында (2-се һүрәттә) бары тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә тура килде беҙгә. Егет 4-5 айҙа шлифовкалаусы һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнгән.
Өйрәнсек сағында 35 мең эш хаҡы алһа, хәҙер инде уның эш хаҡы яҡынса 80 мең. Был хаҡта ни өсөн яҙырға булдыммы? Произвоство начальнигы Ольга Николаевна Высотина белдереүенсә, “Инмаш” йәмғиәтенең исеме төрлө йылдарҙа төрлөсә булһа ла есеме үҙгәрмәгән. Нигеҙҙә, бында тәжрибәле эшселәр эшләй. Ә йәштәр әллә ни килеп бармай икән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, өмөт бар. Сөнки бындағы заманса ҡорамалдар, таҙалыҡ, уңайлы эш шарттары күҙгә күренеп тора. Эшсе һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Ә инде Илдус Йәүҙәт улы Вәхитов кеүек тәжрибәле эшселәр йәштәр менән үҙ һөнәренең серҙәре менән уртаҡлашырға ваҡытын да, оҫталығын да йәлләмәй.
– Эшеңде яратыу – ярты бәхет. Был һөнәргә бары тик тырыштарҙы һәм ныҡыштарҙы ғына өйрәтергә мөмкин, ти ул. Уның менән мин дә килешәм.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Гүзәл РӘМИЕВА фотолары.