Бөтә яңылыҡтар
Ҡала һәм уның кешеләре
22 Декабрь 2025, 16:25

“ЙӘНЛЕ МУНСАҠ”ТА ЙӘМ ТАПТЫМ

Ҡалабыҙҙа йәшәп ижад итеүсе Зөһрә Үтәғолованың 2019 йылда донъя күргән һәм балалар арналған “Йәнле мунсаҡ” китабы Башҡортостандың балалар һәм үҫмерҙәр өсөн яҙылған китап һәм сәнғәт әҫәрҙәренең Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Ҡәләмдәшебеҙгә был конкурста уңыштар теләйбеҙ һәм артабанғы юлдарҙа уның ижадына һәм ошо китабына туҡталып үтмәксебеҙ. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙының был йыйынтығына шиғырҙар һәм йомаҡтар тупланған.

“ЙӘНЛЕ МУНСАҠ”ТА ЙӘМ ТАПТЫМ
“ЙӘНЛЕ МУНСАҠ”ТА ЙӘМ ТАПТЫМ

Зөһрә Үтәғолова Бөрйән районынан. Ҡулына аттестат алғас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Күңеле хискә мөлдөрәмә тулы булыуы, йыр-моңға ғашиҡлығы уға бик иртә ҡәләм тотторған: шиғырҙарҙы ул мәктәптә уҡыған сағынан уҡ яҙа башлай. Шул ваҡыттан алып уның ижады район, республика матбуғатында йыш баҫыла.

Студент сағында “Ашҡаҙар” әҙәби түңәрәгенә йөрөү ижадына талапсан ҡарарға өйрәтә, күңеленә илһам, дәрт өҫтәй. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы уҡыусылар күңелендә ижад осҡондары ҡабыҙа килде. “Инеш” радиоэфиры ойошторҙо, ижад түңәрәктәре алып барҙы, уҡыусылары менән төрлө конкурс-бәйгеләрҙән ҡалманы. “Илһам шишмәләре” конкурсы лауреаты, “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” дипломанты, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы.

Зәйнәб Биишева исемендәге китап нәшриәтендә шағирәнең дүрт китабы донъя күрҙе: “Юл япрағы”(2001), “Һыу юлы” (2009 - дөйөм йыйынтыҡтарҙа; айырым “Ҡунаҡ күрһәтәм” (2013), “Йәнле мунсаҡ” (2019). Уның һүҙҙәренә Гәүһәр Бирҙеғолова, Миңнур Ҡасимова, Азамат Усманов, Риф Сәлишев, Дамир Солтанов, Юнир Һағынбаев, Рәмил Туйсин, Рафаэль Салихов, Данир Далхин, Резидә Әхмәтова, Резеда Мөхәмәтйәнова, Нәсимә Ғайсиналар көйҙәр яҙҙы.

Зөһрә Үтәғолова РФ һәм РБ Журналистар, Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тормош иптәше Бөрйән егете Сәғит Үтәғолов менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары, юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлап, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә ең һыҙғанып эшләп йөрөй.

Был китапта бай педагогик тәжрибәһе булған уҡытыусы-шағирә балалар психологияһын тәрән белеүе менән һоҡландыра. Кескәйҙәр теле менән яҙылған шиғри юлдарҙы балалар тиҙ отоп ала. Килтерелгән образдар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Китапҡа исем биргән йәнле мунсаҡ тимер сымдарға теҙелешеп ҡунып сырҡылдашып ултырған турғайҙар ул. Бер-береһенән яңы көй отоп өлгөргән шуҡ турғайҙарҙың осоп китеүе – мунсаҡ өҙөлөүен хәтерләтеп ҡуя. “Бәпкә көтөү” шиғыры 5-5 ижек үлсәме менән яҙылған. Был ҡыҫҡаҡлыҡ хәрәкәт тиҙлегенә ишара ла! Бер себеш себен ҡыуа башлай... Себештән күҙ яҙлыҡтырмайым тип, уның артынан бала йән фарман йүгерә... Уларҙың икеһен дә ҡурсалап, таяҡлы өләсәй елә... Балаға был тамаша ҡыҙыҡ тойола, бәйге барған туғай-стадион образын ала. “Сәскә-йүргәк” метафораһы атамаһы ла иғтибарҙы шунда уҡ йәлеп итә. Аллы-гөллө сәскәләр Ер-әсә күлдәген һынландыра. Ошо күлдәк-йүргәккә биләнергә барыбыҙға ла урын етә. Йәшәү көсө бөрккән, күңелдәрҙе йылытҡан сәскәләргә йылмайышып үҫеүҙәрен теләп фатиха бирелә. Дуҫлыҡҡа дан йырлана, сәскә ғүмерен аяу идеяһы үткәрелә. “Бәлеш” эсенән еләк күҙ ҡыҫҡандай. Эҫе табаға еләк үҙ теләге менән төштөмө икән, тип аптырай бирә бала. Еләк бәлеш булып бешер эҫелек алдан башланған. Тәүҙә еләк ҡояшта бешкән, унан – табала, унан һуң йылы усҡа эләгә. Бәлеш бешергән әсәй, өләсәйҙең күңел йылыһын да ҡушһаҡ, бәлешебеҙ тел йотмалы сыға ла баһа.

Шағирәнең теле ифрат та бай. Фразелогик берәмектәр, синонимик ояларҙы ла, эпитет, метафора һәм башҡа һүрәтләү саралары, мәҡәл, тапҡыр һүҙҙәр ҙә оҫта ҡулланыла. Кескәйҙәр күҙлегенән ҡарағанда: “самауыр йыр башлай”, яҙа белгән ҡолаҡлы олатай (ҡәләмен ҡолаҡ артына ҡыҫтырған балта оҫтаһы), баҡсаға бергә йөрөр әсәй (әгәр мин тыуғанда үҫмәй торһасы), “апай көйө, тыңлаусан ҡурсаҡ”, “көс туплар, ҡанат нығытыр мәл (сәңгелдәктә бәүелеп ятыу осоро), “әсәй ҡосағы – һүнмәҫ усаҡ, нур тамыр йөҙлө”, тел асылыу – һөйләшә башлау, йортҡа ҡот индерер аят уҡыусы (йырсы) өләсәйҙәр, салғыһын һөйәп, бәшмәк аҫтына боҫҡан сиңерткә, тирмә сәскәле кәзә һаҡалы, ер таты, ер ашы, тәм тойҙортор, сер асыусы ҡаҡы, атылыр уҡ-ҡуҙғалаҡ ҡар һыуына буй-һындарын йыуған оҫҡон йыуаһы, ил күген һаҡлар ергә ҡаҙалып ҡуйылған, ҡояшҡа ынтылыусы, йондоҙ һанаусы, төҫ ташламаҫ һындарында ата-баба рухын сағылдырыусы шыршылар, биш бөртөк күҙле, үҙәк өҙөрлөк моңло...һәм башҡалар.

Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы Үтәғолованың “Йәнле мунсаҡ” китабы балаларҙа илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғолары уятыуға ҙур өлөш индерә. Йыйынтыҡтағы йомаҡтар ҙа донъя серҙәрен асыуға булышлыҡ итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, “Йәнле мунсаҡ”та йәм таптым мин. Авторҙың был китабы “Һәҙиә Дәүләтшина” исемендәге премияға лайыҡ! Ҡотлайбыҙ!

Римма ҒӘЛИМОВА,

Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, БР һәм РФ Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Х.Ғиләжев исемендәге премия лауреаты.

Фотолар шағирәнең шәхси архивынан алынды.

“ЙӘНЛЕ МУНСАҠ”ТА ЙӘМ ТАПТЫМ
“ЙӘНЛЕ МУНСАҠ”ТА ЙӘМ ТАПТЫМ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас