Бөтә яңылыҡтар

“МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ”НДА БӘХЕТ ЙЫЛМАЙҒАН

Эльза Фәрит ҡыҙы Заманова бәләкәй сағынан уҡ “Мөғжизәләр яланы” тапшырыуын ҡарап, йыш ҡына һүҙҙәрҙе ҡатнашыусыларҙан алдан белгән осраҡтары ла булған. Ә бына ул 2024 йылда үҙенең күркәм юбилейы алдынан тәүәккәлләргә баҙнат иткән һәм “Мөғжизәләр яланы”на кроссворд сисеп ебәргән. Ә саҡырыу 2025 йылда килгән. Ул Мәскәүгә ире менән бергә барған. Бәхеткә күрә, улы ла баш ҡалала йәшәй икән. Эльза Фәрит ҡыҙы ҡатнашылығында тапшырыуҙы һеҙ ҙә күреп өлгөргәнһегеҙҙер. Яңы йыл мәлендә, мөғжизәләр хаҡында һөйләгәндә, “Мөғжизәләр яланы” еңеүсеһе тураһында ла һөйләп китмәй булдыра алманыҡ!

“МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ”НДА БӘХЕТ ЙЫЛМАЙҒАН
“МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ”НДА БӘХЕТ ЙЫЛМАЙҒАН

Әлбиттә, “Мөғжизәле яланда” супер уйынға барып етеп, еңгән яҡташыбыҙҙың күрше йортта ғына йәшәүен,  был уйындан һуң ҡайҙа барһа ла уны “беҙҙең йондоҙ” тип ҡаршы алыуҙарын белмәй инем әле. Стәрлетамаҡта тыуһа ла ул, ата-әсәһе менән бер йәшенән 15 йәшенә тиклем Ҡазағстанда йәшәгән. 1989 йылда унда сыуалыштар башланғас Башҡортостанға күсеп ҡайтҡандар. Әйткәндәй,  күптән түгел унда бергә уҡыған класташтары менән 30 йылдан һуң осрашҡандар… Ул саҡта Ҡазағстанда төрлө милләт халыҡтары илебеҙҙең төрлө тарафтарынан йыйылған булған.

Үҙе иһә сауҙа училищеһын тамамлап һатыусы булып эшләй башлағас сығышы буйынса тамырҙары Стәрлебаш районына ҡараған һәм бер үк магазинда водитель булып эшләгән егет менән сәсен сәскә бәйләп, 1993 йылда өйләнешәләр. Өлкән улдары Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәре. Ҡыҙҙары балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ә кесе улдары Мәскәү ҡалаһында “Динамо” стадионында – менеджер. Әйткәндәй, Эльза Фәрит ҡыҙы ситтән тороп Шолохов исемендәге университет тамамлаған, машзавод поликлиникаһында ун йыл оператор булып эшләгән. Тармаҡ-ара колледж ятағында тәрбиәсе булып эшләгәндә студенттар менән мәҙәни саралар ойоштороп тәжрибә туплауы әлеге “Мөғжизәләр яланы”нда ҡаушап ҡалмаҫҡа, үҙен иркен тоторға булышлыҡ итә. Әйткәндәй, тап ошо көндәрҙә ейәнсәре Әминә Өфө ҡалаһында бейеү буйынса конкурста еңеп ҡайта, был ваҡиға ла ғаиләгә шатлыҡ өҫтәгән. Уйынды музыкаль яҡтан әсәһенең бер туғаны, әлеге ваҡытта Мәскәүҙә йәшәүсе Стәрлебаш ҡыҙы Гөлсинә Батыршина етәкселегендәге “Наргиз” вокал ансамбле сығышы биҙәй.

“Һеҙҙең уйынға саҡырылыуғыҙҙы белгәс ярҙам итеүселәр булдымы?” тип һорауыма ғаиләһе, туғандарының ихлас терәге хаҡында әйтеп үтте Эльза.

– Беҙ, Башҡортостан халҡы, киң күңелле, ҡунаҡсыл халыҡ бит, күп итеп Леонид Якубовичҡа күстәнәстәр, бүләктәр ҙә алып барып тапшырғайным, улары тапшырыуҙа күрһәтелмәне, – тип бер аҙ үкенесен дә белдереп үтте әңгәмәсем.

Үҙе менән барабан артында торған Сыктывкар һәм Махачкала вәкилдәрен уйындан төшөрөп ҡалдырып, супер уйында еңеүен осраҡлы хәл тип иҫәпләй Эльза Фәрит ҡыҙы. Сөнки уға беренсе хәрефте һәм + (плюс)те асыу бәхете йылмая. Шуға күрә интуитив еңә лә ул. Әммә, беҙгә ҡалһа, барыбер ҙә яҡташыбыҙҙың фекерләү һәләте ярҙам итмәй ҡалмағандыр.

“Мөгжизәләр яланы”на тиклемге һәм уйындан һуңғы тормошто сағыштырып буламы, был ваҡиғанан һуң нимә үҙгәрҙе?” тигән һорауыма ул: “Магазинға керһәм – барыһы ла таныйҙар һәм ҡотлайҙар, эскерһеҙ дуҫтарым күбәйҙе” ти Башҡортостанды “Мөғжизәләлр яланы”нда танытып ҡайтҡан Стәрлетамаҡ ҡыҙы Эльза Заманова. Уңыштарығыҙ дауамлы булһын!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар:Эльза Заманованың ғаилә альбомынан алынды.

 

“МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ”НДА БӘХЕТ ЙЫЛМАЙҒАН
“МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ”НДА БӘХЕТ ЙЫЛМАЙҒАН
“МӨҒЖИЗӘЛӘР ЯЛАНЫ”НДА БӘХЕТ ЙЫЛМАЙҒАН
Автор: Римма Галимова
Читайте нас