- Был колледжды мин күп сәбәптәр арҡаһында һайланым, - ти ул, - мәҫәлән, бында квалификациялы уҡытыусылар белем бирә, һөнәри күнекмәләр алыу мөмкинлеге лә бар, шулай уҡ уҡыу йортонда берҙәм һәм татыу педагогик коллектив.
“Һин ниндәй белгеслекте һайланың?” - тип ҡыҙыҡһынам унан:
- Мин “Хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” һөнәре буйынса уҡырға индем, әммә беҙҙең колледжда башҡа күп һөнәрҙәр ҙә бар, мәҫәлән: дизайнер, башланғыс кластар уҡытыусыһы, реклама буйынса, банк эше, социаль педагог һ.б. Шулай уҡ төрлө түңәрәктәр һәм секциялар эшләй: волейбол баскетбол, шахмат, атыу, - тип бәйән итте булдыҡлы ҡыҙ.
«Ғәҙәти бер көнөңдө күҙ алдына баҫтырайыҡ әле…» тиеүемә:
- Көн иртәнге 6-нан башлана. Мин тороп, мотлаҡ иртәнге аш ашайым һәм колледжға барам. Беҙҙең һөнәр буйынса уҡыусылар мотлаҡ полиция формаһын кейергә тейеш, быны ҡәтғи күҙәтәләр. Иртән сафҡа теҙеләбеҙ, унда форма кейемдәре тикшерелә: погондар, шеврондар һәм башҡалар. Дүшәмбенән шәмбегә тиклем уҡыйбыҙ. Дәрестәрҙә беҙгә һөнәребеҙҙең һәм белемебеҙҙең асылын аңлаталар, улар беҙгә киләсәктә мотлаҡ кәрәк буласаҡ.
Яҙ, йәй, һәм көҙ тышта маршлайбыҙ. Унда беҙ дөрөҫ атлау буйынса репетиция үткәрәбеҙ. шулай уҡ 9 Майҙа беҙҙең колледж парадта ҡатнаша. Шул уҡ ваҡытта мемориалға сәскәләр һалыу, махсус операция зонаһында булған яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу һәм башҡа эштәрҙә ҡатнашабыҙ.
Әйткәндәй, беренсе курс студенттары - “хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге” һәм “юристар” өсөн айырым тантаналы мәл булып ант ҡабул итеү тора. Унда беҙ кешеләрҙе яҡларға, законды хөрмәт итергә ант итәбеҙ. Дәрестәр тамамланып, маршҡа сыҡҡандан һуң спорт залына барам. Сөнки һау-сәләмәт булыу - ул иң мөһиме. Шуныһын да өҫтәгем килә: беҙҙең уҡытыусыбыҙ Анатолий Константинович Серов яңыраҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Почет грамотаһына лайыҡ булды. К-птәр өсөн үрнәк булырлыҡ алдынғы уҡытыусыла белем алғанға бик ғорурланабыҙ, - тип һүҙен тамамланы буласаҡ полиция хеҙмәткәре Карина Кәримова.
Уның йөҙөндә был һөнәрҙе һайлаусыларҙың барыһына ла уңыштар һәм маҡсаттарының бойомға ашыуын теләйбеҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотоһы.