Бөтә яңылыҡтар

ДОНЪЯ ЙӨГӨН ҮҘЕ ТАРТА УЛ

Һуңғы йылдарҙа рухи ҡиммәттәр ҡаҡшап, ғаилә институттары емерелгәс, шәхси йорттар бейек ҡоймалар менән уратып алынғас, күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән кешеләр аҫҡы-өҫкө ҡаттарҙағы күршеләрен дә танымай башланы. Бер-береһе менән аралашыуҙы әйтеп тә тораһы ла түгел.

ДОНЪЯ ЙӨГӨН ҮҘЕ ТАРТА УЛ
ДОНЪЯ ЙӨГӨН ҮҘЕ ТАРТА УЛ

Утыҙ йыллап хеҙмәттәшлек иткән ҡалабыҙҙың Абдулҡадир Инан исемендәге китапханаһында эшләүсе Рәзинә Ҡәйүм ҡыҙы Әбделғужинаның өс бала әсәһе икәнен осраҡлы ғына белдем. Ә инде уның тормош иптәшенең бынан дүрт йыл элек ҡаты сирҙән вафат булып, донъя йөгөн яңғыҙ тартҡанын белгәс аптыраным. Сөнки Рәзинә бер ваҡытта ла был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡаны булманы… Эсендә йәшерелгән ҡайғыһын башҡаларға белдергеһе килмәгәндер, күрәһең.

Улар икеһе лә Ейәнсура районынан. Рәзинә Ҡәйүм ҡыҙы Өмбәт ауылында ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Буласаҡ тормош иптәше Муйнаҡ ауылы егете Илфат Зөлфетдин улы менән мәктәп йылдарынан уҡ аралашып үҫәләр. “Бөтә бәхетле ғаиләләр ҙә бер иш” тигәндәй, егет армияға алынып, ҡыҙ институтта уҡығанда хат алышалар. Армиянан ҡайтҡас өйләнешәләр һәм өс балаға ғүмер биреп 18 йыл бәхетле йәшәйҙәр.

Ғүмерҙәренең күп өлөшө Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында үтә. Рәзинә Ҡәйүм ҡыҙы уҡытыусы булып эшләй, аҙаҡ төрлө ойошмаларҙа төп белгес тә була. Ә Илфат Зөлфетдин улы Себер тарафтарында водитель булып эшләй. Уның хаҡында “Машина ене ҡағылған” тиһәк тә һис арттырыу булмаҫ. Сөнки ялға ҡайтҡан арала да кемдеңдер машинаһын йүнәтә. Таныштары ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итһә лә ярҙам итеп ебәрә. Ә өлкән улдары Илназ 3-сө башҡорт лицей-интернатына уҡырға ингәс ғаилә Стәрлетамаҡҡа күсеп килә. Әлеге ваҡытта Илназ Өфө дәүләт нефть институты студенты, ҡыҙы Илзидә шулай уҡ Өфөләге республика лицей-интернатында 11 класта уҡый. Ә төпсөк улы Айтуған Стәрлетамаҡта 3-сө башҡорт лицей-интернатында белем ала. Ун һигеҙ йыл буйы тормош иптәше менән матур йәшәп, бәхетле ғүмер кисергән, аҙаҡ яҙмыш һынауҙарынан юғалып ҡалмаған, тормоштоң яңы шарттарына яраҡлашҡан, балаларының атаһына тоғролоҡ һаҡлаған һәм уларҙы үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған Рәзинә Ҡәйүм ҡыҙынан һуңғы ваҡытта йәштәрҙә йыш күҙәтелгән “гражданлыҡ никах”тарына нисек ҡарауы тураһында ҡыҙыҡһындым.

- Кире ҡараштамын. Сөнки ғаиләнең ҡиммәттәре юғала. Улай ғына ла түгел, гражданлыҡ никахы менән йәшәүселәр үҙҙәре өсөн генә йәшәп бала табыуҙан да баш тарталар бит әле. Ғаилә институттары ошо тәңгәлдә етдирәк эшләһен ине. Ғаиләләр фәҡәт ЗАГС никахтары менән нығытылһын. Йәштәр татыу ғаиләләр һанын арттырып, бер-береһен аңлап, хөрмәт итеп йәшәһен ине, - ти Рәзинә Ҡәйүм ҡыҙы.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар Р.Әбделғужинаның ғаилә альбомынан алынды.

 

 Гүзәл Әҡсән ҡыҙы Ишбулдина:

- Рәзинә Ҡәйүм ҡыҙы Әбделғужина 1 йыл эшләү дәүерендә эшенә бик яуаплы ҡараған, әүҙем, итәғәтле китапханасы. Ысынлап та, бар яҡлап та өлгө булырлыҡ, бигерәк тә яңғыҙ әсәләр өсөн үрнәк. Ҡатын-ҡыҙ булараҡ, әсә булараҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас сабыр булыуы, шул уҡ ваҡытта теш ҡыҫып булһа ла донъяһын алға алып барыуы, әрһеҙлеге, ныҡышлығы һоҡландыра.

Автор: Римма Галимова
Читайте нас