

Ул саҡта Азамат Кәлимуллиндың ике йорт аша ғына йәшәгән Гөлшат апайҙың улы икәнен белмәй инем әле…
Ҡалабыҙҙа Гөлшат апайҙы күптәр белә. Ул 46 йыл ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлаған кеше. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡытты. Тормош иптәше Мансур ағай менән бер ҡыҙ, ике ул үҫтергән улар.
Яңыраҡ улар махсус хәрби операцияла һәләк булған улдары Азаматты ер ҡуйынына һалды. Әлбиттә, яу яланында ғүмерҙәре өҙөлгән егеттәрҙең һәр ҡайһыһы алдында тыныс тормошобоҙ өсөн рәхмәт әйтеп баш эйәбеҙ.
Азамат Кәлимуллинға килгәндә, ул ҡалабыҙҙың 13-сө мәктәбенең башланғыс класында уҡығанда уҡ уны тәүге уҡытыусыһы “Беҙҙең бәләкәй Салауат Юлаев” тип йөрөтә. Мәктәптә яҡшы уҡып, бәләкәйҙән бергә уйнап, аралашып үҫкән егеттәр менән документтарын 18 училищеға тапшырып, эшсе һөнәрен үҙләштерә. Армия сафтарына алына.
Хәрби бурысын тултырып ҡайтҡас, медучилищеға уҡырға инеп теш табибы һөнәрен үҙләштерә. Тик 90-сы йылдарҙа был һөнәр буйынса эш табыуы еңел булмай. Шуға ла булдыҡлы егет ғаиләһен тәьмин итер өсөн төрлө төҙөлөштәрҙә көс түгә. Әйткәндәй, ул 31 йәшендә Үзбәкстандан ҡайтҡан башҡорт һылыуына туй мәжлесендә ғашиҡ була һәм ярты йылдан йәштәр өйләнешә. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем ошо һөйөүенә тоғро ҡала. Мөхәббәт емештәре булып ике балалары – ҡыҙы Азалия, улы – Арыҫлан тыуа. Үкенескә ҡаршы, ғаилә ете йылдан һуң тарҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Азамат балаларын ташламай, ҡатынының ата-әсәләре менән дә бәйләнеште өҙмәй, ауылдарына барып йөрөй. Сөнки балаларын улар ҡараша.
...Азаматтың махсус хәрби операциянан баш тартырға мөмкинлеге була. Тик ул: “Мин унда кәрәкмен” тип хәрби юлды һайлай. Өфөлә медик әҙерлеге үтә. Махсус хәрби операцияла пулёмет расчёты командиры, сержант була.
– Уның махсус хәрби операцияны һайлауы ҡапыл булды. Төҙөлөштә эшләп йөрөй ине. Ике көн алып киткән ризыҡтарын кире алып ҡайтты, үҙе гел бойоҡ йөрөнө, – ти Гөлшат апай. – Һорағас, беҙҙе унда ашаталар, тип яуапланы. Баҡһаң, көн һайын Өфөлә хәрби әҙерлектә булған икән.
2024 йылдың декабрендә ул махсус хәрби операция биләмәһенә барып етә. Үҙенең иҫәнлеген белдереп тора. Ләкин 2025 йылдың июнендә бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Хәбәрһеҙ юғала. Әлбиттә, яҡындарының, бигерәк тә әсәһенең төн йоҡолары ҡаса, билдәһеҙлектән ут йотоп йәшәй улар. Азамат менән бергә хеҙмәт иткән егеттәр уларҙы: “Иҫән булыуы ихтимал” тип тынысландыра, әлбиттә. Хәрби комиссариатта атаһы генетик анализ (ДНК) биргәс кенә Дондағы Ростов ҡалаһында кәүҙәһе мәйетханала табыла. Ғүмерен аямай илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән ҡыйыу яугир иҫтәлеге кешеләр йөрәгендә мәңге һаҡланасаҡ.
“Үлгәненә ышанмайым, ҡайтып килер һымаҡ…” – ти Гөлшат апай. Әсә йөрәге шулай алданамы? Бәлки ысынлап та ҡайтып килер Азамат...
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото Кәлимуллиндарҙың ғаилә альбомынан алынды.