СИХРИ МОҢЛО РӨСТӘМ МЕНӘН КӘЙЕФТӘР КҮТӘРЕЛӘ

Ҡыш етмәгәйне әле… Көҙҙөң моңһоуыраҡ сағы… Эшкә барырға сығып, Стәрлетамаҡ троллейбустар идаралығының 40-сы автобус маршрутына инһәм, водителдең “Һаумығығыҙ, рәхим итегеҙ!” тигән һүҙҙәрен ишетеп аптырап киттем.

СИХРИ МОҢЛО РӨСТӘМ МЕНӘН КӘЙЕФТӘР КҮТӘРЕЛӘСИХРИ МОҢЛО РӨСТӘМ МЕНӘН КӘЙЕФТӘР КҮТӘРЕЛӘ
СИХРИ МОҢЛО РӨСТӘМ МЕНӘН КӘЙЕФТӘР КҮТӘРЕЛӘ

“Тыныслыҡ” туҡталышына еткәнсе автобус салонында моңлы йыр ағылғас, мин тәүҙә водитель радио ҡуйған икән, тип торам, ә инде уның үҙе йырлағанын шәйләгәс, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Башҡа пассажирҙар ҙа мин кисергәнде кисергәндер, тип уйлайым. Ҡыйыулығымды еңеп, уға һүҙ ҡушҡансы мин бер нисә тапҡыр уның төрлө телдә башҡарған моңло йырҙарына иҙрәп барҙым әле. Ә яңыраҡ миңә ысын мәғәнәһендә был күркәм кеше менән аралашыу форсаты тейҙе. Мин һөйләшер алдынан ғына уны республикабыҙҙың БСТ һәм Рәсәйҙең НТВ телевидениелары килеп үҙе һәм ғаиләһе тураһында тапшырыу төшөрөүҙәре мәғлүм булды.

- Мин маршруткала эшләй башлағас пассажирҙарҙың үҙ уйҙарына сумған, кәйефһеҙерәк булыуҙарына иғтибар иттем. Уларҙың  күңелен күтәрер өсөн йырлап ҡарарға булдым,  - ти  ул. Пассажирҙар уға бик рәхмәтле, йырлап бөтөү менән алҡыштарға күмәләр.

Һүҙемде йыраҡтаныраҡ башлап, уның ата-әсәһе, милләте менән ҡыҙыҡһындым. Рөстәм Яҡшыбаев атлы был егеттең әсәһе сығышы буйынса Миәкә районы Күл-Ҡаран ауылынан. Маляр һөнәрле был ҡыҙ йәш сағында әхирәте менән Үзбәкстанға эшкә бара. Ил тарҡалҡансы Башҡортостандан күптәр ул тарафтарға юллана ине. Шунда ул үзбәк егете менән таныша һәм уға тормошҡа сыға. Әлбиттә, егеттең ата-әсәһе башҡа милләт ҡыҙына өйләнергә теләүенә ҡаршы килә. Шулайҙа егет татар ҡыҙын яратыуын ата-әсәһенә аңлата ала һәм күндерә. Шулай итеп был мөхәббәтле ҡатнаш ғаиләлә бер-бер артлы дүрт бала - ике малай, ике ҡыҙ тыуа. Алғараҡ китеп әйткәндә, хәҙер ул балалар үҙаллы тормош ҡороп, барыһы ла Башҡортостанға ғаиләләре менән күсеп килгәндәр.

Үкенескә ҡаршы, 2003 йылда Башҡортостанға эшкә килгән ғаилә башлығы, йәғни Рөстәмдең атаһы йөрәк өйәнәгенән вафат була. Ә Үзбәкстандың Дуҫлыҡ ҡалаһында йәшәгән Яҡшыбаевтар ғаиләһе 2012 йылда Башҡортостанға күсеп ҡайта, башта әсәһенең тыуған яҡтарында төпләнә. Медицина юлын һайлаған Рөстәм Үзбәкстанда өс йыл “Ашығыс ярҙам” машинаһында фельшер булып эшләй. Бер йыл Ҡарасәй-Черкессияла ла эшләргә тура килә егеткә.

Ә Башҡортостанда Рөстәм Рузебай улы башта төрлө төҙөлөш ойошмаларында эшләй. Үзбәк ҡыҙына өйләнгән ул. 2017 йылдан бирле улар – Рәсәй граждандары. Ишле ғаиләләрендә өс егет һәм бер ҡыҙ тәрбиәләнә. Әйткәндәй, уларҙың тәүге улдары Ҡасим (исемен олатаһы иҫтәлегенә ҡушҡандар) махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан, әлеге ваҡытта Түбәнге Новгородта юғары хәрби-инженер команда училищеһында офицерлыҡҡа уҡый. Икенсе улдары Рузебай Воронеж хәрби авиация осоу училищеһында белем ала. Төпсөк улдары ҡалабыҙҙың 33-сө мәктәбендә уҡый, бәләкәй ҡыҙҙары балалар баҡсаһына йөрөй. Ҡала урамдары буйлап бер маршрут буйы аралашҡан ваҡытта Рөстәмдең ғаиләһе менән ипотекаға өс бүлмәле фатирҙа йәшәүҙәрен, ҡатынының үзбәк кафеһында ашнаҡсы булып эшләп алыуын да белдем. Ләкин шул уҡ ваҡытта күңелде ҡытыҡлап торған: “Ҡайһы халыҡ яҡын һеҙгә ?” тиүемә “Икеһе лә…” тине ул. “Ә моңло булыуғыҙ кемдән килә?” тип ҡыҙыҡһындым, “Бер кемдән дә түгел, хәйер, әсәйем менән өләсәйем (Үзбәкстандағы) ҡунаҡта бергә йырлай торғайнылар” тип тә өҫтәне. Миңә ҡалһа, күңеле матур кешенән ике халыҡтың моңо ғына түгел, туғандаш халыҡтарҙың барыһының да аһәңле моңо Рөстәмдең сихри йөрәгенән ағыла ла ағыла.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотоһы.

СИХРИ МОҢЛО РӨСТӘМ МЕНӘН КӘЙЕФТӘР КҮТӘРЕЛӘ
СИХРИ МОҢЛО РӨСТӘМ МЕНӘН КӘЙЕФТӘР КҮТӘРЕЛӘ
СИХРИ МОҢЛО РӨСТӘМ МЕНӘН КӘЙЕФТӘР КҮТӘРЕЛӘ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас