ҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ

Март аҙағында ҡалабыҙҙың В.И.Куликов исемен  йөрөткән 1-се лицейында «Ватанды һөйөү һулышы» тип аталған I Республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ярҙамында ойошторолдо һәм ҡасандыр был белем усағын тамамлаған Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Владимир Иванович Куликов иҫтәлегенә арналды.

ҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ
ҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ

Владимир Куликов 1966 йылдың 28 мартында Стәрлетамаҡта тыуған. Уның бөтә хеҙмәт һәм идара итеү эшмәкәрлеге тыуған ҡалаһына бәйле. 1992 йылда ҡала хакимиәтенә эшкә күскәнсе «Авангард» заводында эшләгән. 2016 йылдың ноябренән  2021 йылдың октябренә тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы булды. Ул 24 кенә йәшенән алып етәкселек һәм дәүләт эшенә сумған булған. Йәштәр бүлеген етәкләп,  ҡаланың йәш быуынын ватансылыҡ рухында тәрбиәләү эше менән янғанда уҡ, уға  стәрлетамаҡтар ҙур өмөттәр бағлай ине.  Аҙаҡ ул ҡала хакимиәте  башлығының урынбаҫары булғанда ла , хакимиәт башлығы вазифаһына  тәғәйенләнгәс тә был өмөттәр аҡланды. Владимир Куликов етәкселек иткән йылдарҙа Стәрлетамаҡ яңы төҫ алды, яңы баҫҡысҡа күтәрелде. Үҙәк  урамдар ғына түгел, ҡала ситендәге тыҡрыҡтар ҙа асфальтлы булды, бер-бер арлы парктар, скверҙар төҙөкләндерелде, балалар баҡсалары, ҙур-ҙур мәктәптәр,  дауханалар, башҡа бихисап объекттар төҙөлдө, бизнеста яңы эш урындары барыҡҡа килде. Былар барыһы ла уның ҡалабыҙҙың ысын патриоты булыуы тураһында һөйләй. Ул бөтә вазифаларҙа ла үҙен белемле профессионал, эшлекле идарасы итеп күрһәтте…

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы , педагогтарҙы, жюри ағзаларын ҡала округы Советы секретары Марина Матюхина, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы  Өфө дәүләт нефть техник университетының химия технологиялары һәм инжиниринг институты директоры Владимир Ильин,  Рәсәй тимер юлдары дауаханаһының баш табибы Борис Шәрипов, 1 – се лицей директоры Лилиә Агаева һәм В.И. Куликовтың ғаиләһе  ағзалары - ҡатыны Татьяна һәм улы Евгений Куликовтар сәләмләне. Улар ғилми форумда ҡатнашыусыларға уңыштар һәм яңы асыштар теләне.

15 фәнни секцияла 170-тән ашыу уҡыусы үҙ тикшеренеүҙәрен тәҡдим итте. Жюри составына төрлө йүнәлештәрҙән – Фән, мәҙәниәт, спорт, сәнғәт, мәғариф, бизнес вәкилдәре инде: ҡала округы Советы депутаттары, ӨДНТУ-ның  ИХТИ уҡытыусылары, Өфө дәүләт  нефть техник университеты  фонды, мәҙәниәт һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары етәкселәре, ҡала мәктәптәренең алдынғы уҡытыусылары һәм эшҡыуарҙар.

Шулай   Владимир  Иванович иҫән булһа ошо көндәрҙә үҙенең 60 йәшен үткәргән булыр ине.  Уны белеүселәр был көндө ҡала патриотының тыуыуының  60 йыллығын билдәләп үтте. Рухы шатланһын!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Сергей КУЛИКОВ фотолары.

ҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ
ҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ
ҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ
ҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ
ҠАЛАБЫҘ ПАТРИОТЫН ИҪКӘ АЛДЫҠ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас