Ашҡаҙар
+12 °С
Облачно

НИМӘГӘ ТОТОНҺА ЛА ҠУЛЫНАН КИЛӘ

Йылайыр егете Илгиз Хөснулла улы ҠАШҠАРОВты ҡалала белмәгән кеше юҡтыр. Ул бынан бер нисә йыл элек Коммунистик урамында урынлашҡан икмәкхана ла асып, ҡамыр ризыҡтары, тәмле бәлештәре менән күптәрҙең күңелен дә, өҫтәлен дә яулаған ине инде. Бер аҙҙан Илгиздең Клининг компанияһы етәксеһе булғанын ишетеп, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр килешкәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инандыҡ.

НИМӘГӘ ТОТОНҺА ЛА ҠУЛЫНАН КИЛӘНИМӘГӘ ТОТОНҺА ЛА ҠУЛЫНАН КИЛӘ
НИМӘГӘ ТОТОНҺА ЛА ҠУЛЫНАН КИЛӘ

Театрҙа буфет тотоуын ишетеп, егеттең булдыҡлығына хайран ҡалдыҡ. Ә күптән түгел эшҡыуар Голикова, 9а адресы буйынса  “ИҘЕЛ БАТЫР” кибете ишектәрен асып, һатып алыусыларҙың ышанысын яуланы. Үҙем дә йыш ҡына эштән ҡайтышлай был кибеткә һуғылып, һөт-икмәк, төрлө салаттар, гриль тауығы алырға күнегеп бөттөм. Шулай уҡ татлы бәлештәре лә, ит бәлештәре ҡунаҡ саҡырғанда бик отошло. Әйткәндәй, бында ҡош-ҡорт, балыҡ, һыйыр иттәренән тыш, сусҡа итенән дә әҙерләнгән ризыҡ һатып алырға була. Магазин заказ буйынса ла эшләй, алдан һөйләшеп килешер өсөн 89174777795 телефоны аша шылтыратырға мөмкин.

Әлбиттә, Илгиз Хөснулла улының бөтә башланғыстарын уның ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дилә Фәнүр ҡыҙы хуплай, кәңәштәре менән дә ярҙам итә. Ҡашҡаровтар ғаиләләһе дүрт балаға ғүмер биргән, иң бәләкәстәренә ни бары дүрт кенә ай әле. Бынан өс йыл элек икмәкхана асҡанда эште Розалия Илдар ҡыҙы Яковлева менән башлап ебәрһәләр, әле лә ул был йәһәттән төп ярҙамсыһы булып тора. Ә милли ризыҡтар буйынса Гөлнур Мәхмүт ҡыҙы Хисаметдинова үҙенең оҫталығы менән хеҙмәттәштәрен дә, һатып алыусыларҙы ла хайран итә. Шуға күрә яңы асылған “ИҘЕЛ БАТЫР” магазинында башҡорт, татар милли ризыҡтарына өҫтөнлөк бирелә. Сеймалды һайлағанда ла улар фермер продукцияһына йышыраҡ мөрәжәғәт итә.

Төрлө ваҡытта айырым йүнәлешле магазиндар бәшмәк һымаҡ үҫеп, асылып торғанда “ИҘЕЛ БАТЫР” кибете ассортиментының байлығы, бында сығарылған ашамлыҡтарҙың тәмлелеге менән айырылып тора.

Булдыҡлы эшҡыуар Илгиз Хөснулла улы Ҡашҡаровҡа эшендә уңыштар, файҙалы башланғыстарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Әлфиә МАНСУРОВА фотоһы.

НИМӘГӘ ТОТОНҺА ЛА ҠУЛЫНАН КИЛӘ
НИМӘГӘ ТОТОНҺА ЛА ҠУЛЫНАН КИЛӘ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас