Ашҡаҙар
+27 °С
Облачно

ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!

Кеше бөтә нәмәгә лә сыҙай, күнегә икән ул. Бынан бер нисә йыл элек беҙ махсус хәрби операцияла булған егеттәрҙе һирәк-һаяҡ осратһаҡ, хәҙер уларға күҙ өйрәнде тиһәм дә, һис арттырыу булмаҫ. Шулай юл аша сығып барғанда коляскала ултырған егетте икенсе берәүһе этеп барғанына иғтибар итеп, «Һеҙ махсус хәрби операцияла йәрәхәтләндегеҙме әллә?» тип һорарға баҙнат иттем. Ыңғай яуап алғас осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ.

ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!
ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!

МХО ветераны, 2-се төркөм инвалиды Салауат Мәғҙән улы Бакиров мине әсәһе һәм йәшлек дуҫы, ярҙамсыһы менән ҡаршы алды. Әсәһе һүҙҙәренә ҡарағанда, ғаилә ҡалаға 1970 йылда Ҡырмыҫҡалы районынан күсеп килгән. Үҙе «Каустик» заводында упаковщик, ире слесарь булып эшләгән. Өс ул үҫтергәндәр. Үкенескә ҡаршы, ире 13 йыл түшәктә ятып, ике улдарының береһе йәшләй генә сирләп, береһе  фажиғәле үлеп ҡала. Ә Салауатҡа килгәндә, ул ҡалабыҙҙың 30-сы мәктәбендә уҡығандан һуң СПТУ-ла токарь һөнәрен үҙләштерә. Ә 1993-1995 йылдарҙа Ырымбур өлкәһендә танк ғәскәрҙәрендә йыл ярым хеҙмәт итә.

Ә махсус хәрби операция башланғас, үҙен һынап ҡарар өсөн, үҙ теләге менән илде һаҡларға китә. Тәүге йылда уҡсы була. 2023 йылдың декабрендә ҡулбашы яраланып Екатеринбург госпиталендә дауалана, отпускыға ҡайта ла тағы китә. Штурмовик була.

- Һуғышҡа ҡойоп ямғыр яуғанда йәки таңғы томан ваҡытында икешәрләп инә инек, - тип хәтер ебен сисә ул. – Үҙемә ҡарағанда ла һәләк булған йәш егеттәр йәл, Шулай булыуға ҡарамаҫтан сәләмәтлегемде юғалтҡансы хәрби бурысымды үтәүем менән бәхетлемен, - ти яугир.

Шул саҡ әңгәмебеҙгә әсәһе лә ҡушылды: «Иҫән ҡайтһын, балам!» тип доға уҡыным, шул уҡ ваҡытта иң алдан ил һаҡлаған барлыҡ ир-аттарға бағышлай инем доғамды, аҙаҡ улыма, сөнки Хоҙай Тәғәлә шулай ҡушҡан бит!» тине ул.

Иң мөһиме: Салауат Мәғҙән улы Бакировтың үҙ теләге менән кәрәк саҡта кәрәк ерҙә булыуы! Ә бит әлеге ваҡытта меңәрләгән яугирҙәребеҙ ошо юлды һайлаған. Ата-әсәләре, ҡатындары, кәләштәре, балалары именлеге өсөн…ЕҢЕҮ көнөн яҡынайтыр өсөн!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Әлфиә МАНСУРОВА фотоһы.

ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!
ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!
ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!
ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!
ЕҢЕҮ КӨНӨН ЯҠЫНАЙТЫР ӨСӨН!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас