Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно

Һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә була…

Бер уйлаһаң, шул балалар ҙа хәҙер 90 йәшкә етеп килә. Күптәре был категорияның барлығын белмәйенсә яҡты донъяларҙан иртәрәк китеп барҙы.

Һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә була…Һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә була…
Һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә була…

Ғүмеренең күп өлөшөн Стәрлетамаҡта йәшәгән Рәйсә Мирғәли ҡыҙы ҒӘЛИМОВА (Бикәнәсова) ошо аҙнала тыуған яҡтарына - Ауырғазы районы Усман ауылына ҡайтып, ауылдаштарының зыярат таҙартыуҙарына шаһит булып, ҡыуанып килеп, башҡаларға ла фәһем булһын тип редакцияға шылтыратты. Был сара ауыл советы рәйесе Юлай Миңлеәсҡәт улы Ҡотлоюлов башланғысы менән ойошторолған. Бында бигерәк тә Ҡотлоюловтар, Бикәнәсовтар, Мәхәмәтовтар ғаиләләре әүҙемлек күрһәткән.

- Ауылыбыҙҙа өлгө алырлыҡ эштәр башҡарылып, зыярат ҡылдыҡ, - ти Рәйсә апай. Ә инде “Һуғыш башланған көндө хәтерләйһегеҙме?” тигән һорауыма ул түбәндәгеләрҙе бәйән итте:

- Олатайым Минеғәлиҙең улдары Мирғәли, Солтанғәли, Сағарйәргә һуғышҡа саҡырыу ҡағыҙы килгәс, Мирғәлиҙең 17 йәшлек улы Исламғәли Бикәнәсов “Мин дә барам, ҡалмайым, атайымды һаҡлайым” тип Алкиноға тиклем эйәреп киткән. Икенсе көндө иртән торһам, өйҙә берәү ҙә юҡ, ауыл бушап ҡалған. Йәм-йәшел сирәмдә өсәр-өсәр ҡатындар илашып торалар… Атайым һуғышҡа алынғанда беҙ алты бала ҡалдыҡ. Атайым артынан киткән ағайымды уларҙан айырып, “летчик итәбеҙ һине” тип уҡырға ебәргәндәр. Тик уға разведчик булырға тура килә. Дошмандарҙың позицияһын белергә иптәше менән икеһенә бер мылтыҡ тоттороп ебәрәләр. Ағайым ағас башына менеп, башын ҡалҡытыбыраҡ ҡараған арала немецтар уны атып төшөрә. Һыңар яңағына пуля тейеп, ҡан субырлап аға, иптәше уны үлгән тип, япраҡлы ағас ботаҡтары менән күмеп китә.

Бәхеткә күрә, аттарҙа үтеп барған үҙебеҙҙекеләр япраҡтар ҡыймылдауын шәйләп ҡала. Алкинола уны уҡытҡан офицер “Бәй, Бикәнәсов, был һин бит!” тип танып ҡалып, бер һүҙ әйтә алмаған яралы һалдаттың ауыҙына араҡы ҡойоп, бер аҙ хәл кереткәс, госпиталгә юл күрһәтеп, “шыуышып булһа ла бар” тип өйрәтәләр. Унда барғас үлем эсендә ятҡандарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән һалдатҡа шәфҡәт туташы “Әсәйеңде хәтерләйһеңме?” тип һорай, егет “Һеҙгә оҡшаған ине…” тигәс ул илап ебәрә. Сөнки үҙенең дә улы һуғышта була. Ошо ҡатындың үҙ балаһын ҡарағандай дауалауы арҡаһында ағайыбыҙ тере ҡалғандыр, моғайын…

Ә атайыбыҙға килгәндә, ул Мәскәү эргәһендә окоптар ҡаҙғанда снаряд тейеп, ер аҫтында ҡала, контузия ала, ул сығыу менән бер нәмә аңламайынса немецтар яғына йүгерә, яраланмаған була. Иптәштәре уны госпиталгә оҙата. Ә акушер әсәйем ул ваҡытта хат ташыусы була. Ике “ҡара ҡағыҙ” бер юлы килһә лә, уны уға күрһәтмәйҙәр. Бары тик ағайымдың хаты килгәс барыһын бергә тотторалар. “Похоронка”ларҙы күргән өйҙәге ағайым түгелеп илай башлай, әсәйем хатты уҡырға ҡуша. Ағайым хатында иҫән булыуын, госпиталдә ятыуын хәбәр итә. Ә бер аҙҙан атайыбыҙ ҙа ҡайтып төшә. Инде матур ғына йәшәп киткәндә, атайымдың өҫтөнән: “Ул мулла малайы, һуғыштан ҡасып ҡайтҡан” тип нахаҡ бәлә яғалар, ә приказы түш кеҫәһендә була. “Торатау” итәгендә бик ауыр эштәрҙә эшләтәләр. Әсәйемә “Ҡайтам, килеп ал” тигән хаты килә, барыуына йән биргән була. Иптәштәре “Нисек алып ҡайтаһың уны, бында үҙебеҙ шартына килтереп күмербеҙ” тиҙәр. Унда бит үлгәндәрҙе барыһын да “Туғандар кәбере”нә күмгәндәр. Уның ҡәбере лә шул Торатау аҫтында булырға тейеш. Шуға күрә шул тирәлә байрамдар ойоштороу килешмәгән һымаҡ, – тип һөйләне Рәйсә Мирғәли ҡыҙы.

Һуңынан ул һуғыш йылдарында иҫтә ҡалғандарҙан 7 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан мәктәпкә сентябрь, октябрь айҙарында яланаяҡ йүгереп барыуҙары, аяҡ кейемдәрен шулай һаҡлап, барғас ҡына кейеүҙәре, ҡайтҡанда, иген келәттәре ярығына ҡулдарын тығып бойҙай алып ҡайтып ҡыҙҙырып ашауҙары хаҡында һөйләне. Шул килеш тә Бикәнәсовтарҙың нәҫеле белемгә ынтылып, барыһы ла уҡымышлы булыуҙары, тормошта үҙ урындарын табыуҙары һоҡландыра. Рәйсә апай үҙе сауҙа юлынан китеп оҙаҡ йылдар ҡалабыҙҙың “Спутник” магазинында директор булды. Ленин орденына лайыҡ булған, Рәсәйҙең атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре. Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Балаларының балалары ла юғары белемле. Рәйсә апайҙың өс ейәне лә медицина юлынан китеп, Америкала йәшәйҙәр. Бер ейәне профессор, икенсеһе медицина фәндәре кандидаты, өсөнсөһө - студент. Бикәнәсовтар һәм Ғәлимовтарҙың нәҫел ағасының тамырҙары ныҡ һәм һутлы тиергә генә ҡала.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Гүзәл РӘМИЕВА фотоһы.

 

 

Һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә була…
Һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә була…
Һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә була…
Һуғыш башланғанда 4 йәшлек кенә була…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас