Ашҡаҙар
0 °С
Ясна

МӨҒӘЛЛИМЛЕК НӘҪЕЛЕНӘН КИЛӘ

Уҡытыусы һөнәренең асылы Ер йөҙөндә бихисап һөнәрҙәр бар. Шулай ҙа һәр кешегә таныш һәм күп осраҡта һәр беребеҙҙең киләсәген билдәләүҙә иң мөһим урында торған бер һөнәрҙе атамай булмай, ул да булһа – уҡытыусы һөнәре. Сөнки һәммәбеҙҙең дә ҙур тормошҡа юлы уҡытыусы биргән һабаҡтарҙан башлана. Мәктәптә белем алмайынса ниндәйҙер һөнәргә эйә булыу, юғары дәрәжәләр яулау, яуаплы вазифалар биләү мөмкин түгел. Кешенең киләсәге лә, яҙмышы ла – уҡытыусы ҡулында тиһәм дә һис арттырыу булмаҫ. Беҙҙе башланғыс кластарҙа уҡытҡан, уҡыу барышында уңыштарыбыҙға сикһеҙ ҡыуанған, ә инде насар ҡылыҡтарыбыҙ өсөн көйгән мәктәптәге “икенсе әсәй” үҙ аллы тормош юлына аяҡ баҫҡанда ул йыш ҡына беренсе кәңәшсе була. Педагог һөнәрен һайлаусыларҙа иһә бар уҡытыусыларының изге эшен дауам итеү, уның кеүек балаларға ғилем, тәрбиә биреү теләге мөһим роль уйнай.

Добавить в предпочтительные источники Google
МӨҒӘЛЛИМЛЕК НӘҪЕЛЕНӘН КИЛӘМӨҒӘЛЛИМЛЕК НӘҪЕЛЕНӘН КИЛӘ
МӨҒӘЛЛИМЛЕК НӘҪЕЛЕНӘН КИЛӘ

Бихисап педагогтарҙың остазы

Һүҙебеҙ бөгөн яңыраҡ ҡына үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләгән Лидия Лотфрахман ҡыҙы СӘМИҒУЛЛИНА тураһында. Ул 80 йәшенә аяҡ баҫҡанда ла күп педагогтарҙың остазы-кәңәшсеһе булып ҡала.

– Заман кешеһе бөтә нәмәне белергә тейеш, мин дә барыһына ла өлгөрөргә тырыштым. Шулай ҙа иң ҙур ҡаҙанышым – ғаиләмдән уңдым. Тормош иптәшемдең һәр саҡ аңлап ҡабул итеүенә, тормошомда терәк булыуына рәхмәтлемен, әсәй-атай, өләсәй-олатай шатлыҡтарын кисереүебеҙ менән бәхетлемен, – ти ул.

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт теле кафедраһында 1971 йылдан бирле эшләүсе филология фәндәре кандидаты, доцент Лидия Лотфрахман ҡыҙы үҙенең педагогик хеҙмәт юлын Салауат педагогия училищеһы студенты булараҡ башлай.

– Мин уҡытыусы һөнәренең бөтә баҫҡыстарын да тиерлек үттем, – тип хәтерләй ул, сөнки училищены тамамлағас, тыуған Ишембай районы Егән һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә башланғыс кластарҙа эшләй.

Юғары белем алыу маҡсаты менән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетының рус теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә уҡырға инә, уны тамалағас Ишембай районының Көҙән мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрелә, унда уға тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын да ышанып тапшыралар.

Мәктәптә оҙаҡ эшләмәй

Шулай ҙа Лидия Лотфрахман ҡыҙына мәктәптә оҙаҡ эшләргә тура килмәй: остаздары Стәрлетамаҡ институтына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына эшкә саҡыралар. Шул ваҡыттан бирле Лидия Лотфрахман ҡыҙының артабанғы тормошо дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән бәйләнә. Стәрлетамаҡ институтында ул студенттарға “Хәҙерге башҡорт теле” курсынан лекциялар уҡый, семинарҙар үткәрә, педагогик практика менән етәкселек итә.

Беҙҙе лә уҡытты ул…

Миңә лә институтта уҡығанда уның лекцияларын тыңлау бәхете тейҙе. Үҙенең һылыулығы, күркәмлеге, яғымлы тауышы менән ул ныҡ әсир итә торғайны. Тик башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас матурлыҡ та, тәрән аҡыл да беҙҙең уҡытыусыбыҙҙа юғары кимәлдә булды. Аудиторияға Лидия Лотфрахман ҡыҙы килеп инеү менән эшлекле һөйләшеү башлана, ябай ғына күренгән тел күренештәре бер системаға һалына. ә дәрескә әҙерләнгәндә беҙ тикшерә алмаған, беҙгә ауыр булып күренгән ҡатмарлы синтаксик конструкциялар эҙмә-эҙлекле генә аңлатыла һәм анализлана ине.

Аспирантурала уҡып ғалимә дәрәжәһенә үрләй

Теоретик базаһы ла, билдәле эш тәжрибәһелә булған ассисентка аспирантураға инергә кәңәш бирәләр. Ғилми етәксеһе академик  Мирфатих Зәки улы Зәкиев уға ҙур ышаныс менән башҡорт теленең ҡушма һөйләм төҙөлөшөн рус теле менән сағыштырма планда өйрәнергә тәҡдим итә һәм быға тиклем өйрәнелмәй килгән ҡатмарлы телмәрҙең береһе буйынса кандидатлыҡ дисертацияһы өҫтөндә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән эш башлана.

Лидия Лотфрахман ҡыҙының рус телендә таҙа, бер ниндәй акцентһыҙ һөйләшеүе, рус теленең грамматикаһын яҡшы белеүе ул уҡытҡан дисциплинарҙы билдәләй: башҡорт һәм рус телдәренең сағыштырма грамматикаһы, башҡорт теленең синтаксисы, тексҡа лингвистик анализ, урыҫ төркөмдәрендә башҡорт теле дәрестәре. Стәрлетамаҡта БДУ-ның филиалы асылғас, буласаҡ юристарға башҡорт телен уҡытыу эшен башлап ебәреүсе, был курстың программаһын эшләүсе, уның нигеҙендә юридик факультет студенттары өсөн дәреслек төҙөүсе лә тап ул була. Ғалимәнең 2000 һәм 2006 йылдарҙа нәшер ителгән юридик факультет студенттары өсөн сығарылған “Башҡорт теле” дәреслеге әлеге ваҡытта ла уҡытыу процесында киң ҡулланыла.

Лидия Лотфрахман ҡыҙының башҡорт теленең синтаксисы буйынса нәшер иткән ғилми хеҙмәттәре лә юғары баһа алды. Уның “Башҡорт теленең ҡушма һөйләм синтаксисы” (Стәрлетамаҡ 2003, 2009) исемле уҡыу ҡулланмаһында ҡушма һөйләмдең башҡорт тел ғилемендәге өйрәнелеү тарихы, теоретик төшөнсәләре бик асыҡ, аңлайышлы һәм аныҡ бирелә. Юғары уҡыу йорто студенты ла, педагогия колледжы уҡыусыһы ла хәҙерге башҡорт теленән практик дәрестәргә әҙерләнеү өсөн ҡулланма менән уңайлы эш итә ала. Автор тел ғилемендә быға тиклем булған синтаксик теорияларҙы формалашыуын яҡтырта.

Хеҙмәттәре көтөп алына

Л.Л.Сәмиғуллина программаһы (Стәрлетамак, 2004), “Хәҙерге башҡорт теленең синтаксисы буйынса күнегеүҙәр йыйынтығы” (Өфө: Ғилем, 2007, авторҙаш), “Башҡорт халҡының мәҙәниәт тарихы” кеүек ғилми-методик хеҙмәттәр бигерәк тә уҡытыусылар тарафынан көтөп алынған баҫмалар булды.

Филология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ Лидия Лотфрахман ҡыҙы үҙенең ҡаҙаныштары менән Халыҡ-ара һәм Рәсәй, республика кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһай. Уның фәнни-методик хеҙмәттәре һәм мәҡәләләре, уҡыу-уҡытыу ҡулланмалары менән вуз студенттары һәм мәктәп уҡыусылары киң файҙалана. Башҡорт тел ғилемен өйрәнеүгә арналған хеҙмәте “Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почетлы хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличниғы” исемдәре һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланған.

Нисә быуын уҡыусыларының беҙҙең уҡытыусыбыҙ тип хөрмәт күрһәтеүе, уның юлынан китеүҙәре лә ғорурлыҡтыр. Балалар күңеленә һалған яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыу, ысын кеше булыу орлоҡтары ныҡлы шытым биргән, тимәк тырыш хеҙмәт бушҡа китмәгән.

– Балаларға белем биреү – тормошом маҡсаты булды. Уҡытыусы бөтә замандарҙа ла иң абруйлы һөнәр һаналды һәм мин һәр саҡ эшемде яратып башҡарҙым, унан ҡәнәғәт булдым, – тине Лидия Сәмиғуллина.

Әйткәндәй, ул нәҫелендә әсәһе яҡлап өсөнсө быуын уҡытыусы. Бер нисә быуын уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булған Лидия Лотфрахман ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы менән меңәрләгән уҡыусылар исеменән ихлас йөрәктән ҡотлап, уға ныҡлы сәләмәтлек , оҙон ғүмер һәм күңел тыныслығы теләйбеҙ һәм беҙҙе юғары бейектәргә әйҙәгәне, аҡыллы кәңәштәре һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибәһе өсөн рәхмәтлебеҙ!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото Лидия Сәмиғуллинаның ғаилә архивынан алынды.

МӨҒӘЛЛИМЛЕК НӘҪЕЛЕНӘН КИЛӘ
МӨҒӘЛЛИМЛЕК НӘҪЕЛЕНӘН КИЛӘ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас