Ашҡаҙар
+7 °С
Ясно

Премия менән баһаланды

Ҡалабыҙҙың  «Нур» балалар шифаханаһының баш табибы  Регина Ринат ҡыҙы Сәләхова юғары награда –  «Йөрәк - балаларға"номинацияһында "Изгелек бирергә " йәмәғәт премияһы еңеүсеһе булды.

Премия менән баһаландыПремия менән баһаланды
Премия менән баһаланды

Был танылыу Регина Ринатовна өсөн айырыуса шәхси һәм ҡәҙерле була. - Мин был эш менән генә шөғөлләнмәйем. Минең йөрәгем балаларға төбәлгән, һәм был награда — быға иң яҡшы дәлил, — тине ул. Бүләкләнеүсенең әйтеүенсә, был номинацияла еңеү — бүләк кенә түгел, ә уның дөрөҫ юлдан барыуын раҫлау. - Ҡайһы берҙә Ғаләм һин биргән мөхәббәткә яуап бирә, - тип билдәләне баш табип. Регина Ринатовнаға награданы Лариса Геннадьевна Назарова тапшырҙы. Был мәл еңеүсе өсөн ҙур хөрмәт һәм бик тулҡынландырғыс ваҡиға була. - Мохтаждарға йылы бүләк итә алыуыма бик шатмын. Баһалауҙары өсөн рәхмәт! Миңә ышанған һәр кемгә рәхмәт! - Тине Регина Ринатовна.

«Нур» шифаханаһы коллективы Һәм Регина Ринатовнаны белгән һәр кем ҡотлауҙарға ҡушыла. Был награда-уның хеҙмәтен, изгелеген һәм балаларға сикһеҙ һөйөүен лайыҡлы таныу ул

 "Нур"шифаханаһы фотолары.

Премия менән баһаланды
Премия менән баһаланды
Автор:Римма Галимова
Читайте нас