Ашҡаҙар
+3 °С
Облачно

ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!

Миләүшә Арыҫланова был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә йәшләй төшөнә Уҡытыусылар көнө – һәр кемгә ҡағылышлы байрам. Ҡайһы берҙәрендә ул гөлләмәләр  һәм мәктәп концерттары менән бәйле, башҡаларында яратҡан уҡытыусыһына рәхмәт белдереүгә ҡоролған, күптәр уны йылдар үткәс белдерә. Рәсәйҙә ул 5-се октябрҙә билдәләнә һәм 2026 йыл да был осраҡтан ситтә ҡалмай. Һөнәри байрам булыуға ҡарамаҫтан, ул өҫтәмә ял көнө түгел –уҡытыусылар уны эш урындарында ҡаршы ала. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Миләүшә Сынбулат ҡыҙы АРЫҪЛАНОВАны ла беҙ тап эш көнөндә тап иттек. Әйткәндәй, осрашыу сәбәбе һөнәри байрам айҡанлы ғына түгел ине...  

Добавить в предпочтительные источники Google
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!

 

Беренсе йыл үтеп булманы

– Уҡытыусы булыу теләге ҡайҙан килә?

– Бәләкәй саҡтан апайым уҡытыусы булып уйнарға яратты, 2-се класта уҡығанда Псәнчина (Мусина) Гүзәл Ғәлимйән ҡыҙы Күгәрсен районы Түләбай башланғыс мәктәбенә уҡытырға килде, фәҡәт ошо еңгәм һымаҡ  уҡытыусы булырға ҡарар иттем. Әйткәндәй, атайымдың бер туған ҡустыһы Сынтимер ағай ауылда беренсе юғары белем алған кеше. Ә уның улы Тимур Сынтимер улы Псәнчин ауылдан сыҡҡан беренсе фән кандидаты булды. Мәктәптә уҡытҡан уҡытыусыларым Зариф Харис улы Әхмәтшинға, Шәрифйән Шәйхетдин улы Ҡарабаевҡа сикһеҙ рәхмәтлемен. Беренсе йыл филфактың рус бүлегенә конкурстан үтмәнем, рабфакта уҡып, икенсе йылда ғына СДПИ студенты булып киттем. Нишләйһең, маңлайыңа уҡытыусы булыу тигән Аллаһ әмере яҙылған икән, хыялыңа йырып-йырып барыбер ҙә ишерәһең ул! Һуңлап студент булһам да, уҡытыусы һөнәрен һайлағанына һис ҡасан да үкенгән булманы һәм булмаясаҡ та тип уйлайым.

– Күптәр әсәһенең юлын һайлап уҡытыусы була, ә һеҙ?

– Атайым Сынбулат Ғамир улы Псәнчин биш балаһы менән тол ҡала, ҡатыны алтынсы балаһын тапҡанда (әсә лә, бала ла) үлеп ҡала. Әнейем Ғәйшә Әхмәҙулла ҡыҙы  улы  Ғәтиәтулла менән атайыма кейәүгә сыҡҡас тағы дүрт уртаҡ балалары тыуа. Иң кесе балалары – мин. Ғүмеренең 25 йылын һауынсы булып эшләгән әсәйем Советтар Союзы ваҡытында депутат та булды, «ССС-ҙың герой-әсәһе» миҙалы  менән дә бүләкләнде.

 

Рөстәм һүҙендә торҙо!

–  Ғаилә тигәндән, күптәр диплом алғас, эшкә урынлашҡас тип ултырғанда һеҙ уҡығанда уҡ тормошҡа сыҡҡанһығыҙ.

– Бөтә апайҙарым да егерме йәштә кейәүгә  сыҡҡас, шулай тейештер тип уйлай инем. Шулай өсөнсө курста уҡығанда Стәрлебаш районы егете Рөстәмгә тормошҡа сыҡтым. Атайым буласаҡ иремдән минең күпме теләһәм – шулай уҡыясағыма вәғәҙә алды. Аллаға шөкөр, аспирантурала белем алдым, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым, гел уҡыйым. Рөстәм менән өс бала үҫтерҙек: улыбыҙ Рәмзил – медицина юлын һайланы, бер үк ваҡытта беҙҙә магистратурала “Клиник психология” буйынса юғары белем ала. Ҡыҙыбыҙ Наҙгөл, башҡорт һәм төрки филологияһы факультетында уҡып, ҡалабыҙҙың 23-сө мәктәбендә инглиз теленән уҡыта; кесе ҡыҙыбыҙ Алтынай Өфө ҡалаһында полиция хеҙмәткәре, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы юридик факультетында уҡып йөрөй.

– Һеҙ студенттарға журналистика йүнәлеше буйынса ла белем бирәһегеҙ...

– Башта үҙем был һөнәр буйынса өҫтәмә белем алдым, аҙаҡ студенттарҙы ла йәлеп иттем. 2017 йылдан алып “Йәш журналистар” конкурсы үткәрелеп килә. 2025 йылда Башҡортостан Башлығының гранттар фонды грантына лайыҡ булдыҡ. Әлеге ваҡытта беҙҙә уҡып сыҡҡан журналистар “Ашҡаҙар”, “Башҡортостан”,  “Юшатыр” гәзиттәрендә эшләп йөрөй.

 

Балаларыма алмашҡа әсәй ҡарай башлағайным инде...

– Тормошоғоҙ ситтән ҡарағанда матур ғына барһа ла, һеҙҙең көтөлмәгән һынауҙы ла еңеп сыҡҡанығыҙ...

– Эйе, балаларымдың өлкәненә 11 йәш, уртансыһына – 9, ә кесеһенә 1,6 йәш кенә булғанда миңә яман шеш диагнозы ҡуйҙылар. Стәрлетамаҡта дауаханан, беҙҙең көстән килмәй, дауалау саралары юҡ, тип сығарҙылар, Өфөгә ебәрҙеләр, унда дауаланып, терелдем. Ул көндәрҙе иҫкә төшөрөү ҙә ҡыйын: балаларыма үҙемде алмаштырырлыҡ «әсәй» ҙә эҙләп бөткәйнем. Әлбиттә, барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡулында, мине доғаларым да, туғандарым ярҙамы, яҙған шиғырҙарым, уҡыған Луиза Хей китаптары ҡотҡарғандыр, тип иҫәпләйем.

– Һеҙҙең өсөн 5 октябрь – икеләтә байрам. Был көндө һеҙ ғүмереҙеҙҙең алтын уртаһына еттегеҙ. Ошо сәбәпле һеҙҙе тәбрик итәбеҙ һәм артабан да һаулыҡ, уңыштар теләп ҡалабыҙ! Әлбиттә, юбилей артҡа әйләнеп ҡарар мәл, баһалар мәл. Күптәрҙе уҡытыусы юлына илткән уҡытыусының хеҙмәтелайыҡ баһаланамы?

– “БР-ның мәғариф алдынғыһы” тигән миҙал, бихисап урындағы Маҡтау ҡағыҙҙары бар. Кемдер бәлки был йәштә наградадар багажы тағы ла тулыраҡ булырға тейештер тип уйлайҙыр. Әммә мин бошонмайым, сөнки миңә иң ҙур бүләк – ғүмер!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар М.Арыҫланованың шәхси альбомынан алынды.

 

 

 

 

ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
ИҢ ҘУР БҮЛӘК – ҒҮМЕР!
Автор:Римма Галимова
Читайте нас