Ашҡаҙар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
АЛҒА
16 Август 2022, 12:42

Радий Хәбиров Башҡортостандың «Армия-2022» хәрби-техник форумында ҡатнашҡан

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә һуңғы бер нисә йылда республиканың тотороҡло рәүештә илдең оборона комплексын продукция менән тәьмин итеүселәр иҫәбенә инеүе хаҡында һөйләне.

Радий Хәбиров Башҡортостандың «Армия-2022» хәрби-техник форумында ҡатнашҡан
Радий Хәбиров Башҡортостандың «Армия-2022» хәрби-техник форумында ҡатнашҡан

Республиканың «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе», «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы», «Витязь», «Полигон», «МЕГИ» компаниялары ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә «Армия-2022» хәрби-техник форумында ҡатнаша.

«Беҙ стратегик предприятиеларға ныҡ ярҙам итәбеҙ, уларҙың күбеһе менән импортты алмаштырыу, етештереүҙе диверсификациялау, заказдар портфелен арттырыу йәһәтенән эшләйбеҙ. Һөҙөмтәлә яңы эш урындары булдырыла, башҡа етештереүселәр менән кооперация бәйләнештәре үҫешә, сәнәғәттең конкуренцияға һәләтлелеге арта. Был эште беҙ мотлаҡ дауам итербеҙ. «Армия-2022» форумында Европа, Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәренән эксперттарҙың ҡатнашыуы бик мөһим. Был Рәсәйҙең, ҡайһы бер дәүләттәрҙең санкциялар индереүенә ҡарамаҫтан, донъяла үҙенең әһәмиәтен һаҡлап ҡалыуын йәнә бер тапҡыр иҫбатлай. Беҙҙең сәйәсәтте күптәр уртаҡлаша», –  тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: