Ашҡаҙар
+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
АЛҒА
6 Сентябрь 2022, 09:29

Һөйөнөслө хәбәр!

Сибай янындағы лагерҙа өҫтөнә турник ҡолап йәрәхәтләнгән баланың хәле яҡшырған.  

Һөйөнөслө хәбәр!
Һөйөнөслө хәбәр!

Был турала "Башинформ" агентлығы хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 июлдә Баймаҡ районындағы "Юлдаш" лагерында ҡот осҡос хәл булды. 15 йәшлек малайҙың башына турник төшөп, ул ауыр йәрәхәттәр алғайны. Үҫмер бер аҙ Сибай үҙәк ҡала дауаханаһында ятты, унда уға операция яһанылар. Бер нисә көн үткәс, хәле бер аҙ тотороҡланғас, уны баш ҡалаға күсерҙеләр.

Бөгөн Өфөләге республика балалар клиник дауаханаһынан һөйөнөслө хәбәр килде. Малай, ниһайәт, аңына килгән! Һауығып китергә яҙһын!

Автор:Гулькей Куватова
Читайте нас: